From Wikipedia, the free encyclopedia
Грузин теле (ქართული ენა картули эна) — Грузияның рәсми теле, картвель төркөмө теле, грузин халҡының әҙәби һәм милли теле.
Грузин теле | |
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме |
ქართული ენა |
---|---|
Илдәр | |
Рәсми статусы |
Грузия |
Был телдә һөйләшеүселәр | |
Классификация | |
Категория | |
Әлифба |
грузин яҙмаһы |
Тел коды | |
ГОСТ 7.75–97 |
гру 158 |
ISO 639-1 | |
ISO 639-2 |
geo (B); kat (T) |
ISO 639-3 | |
Был телдә Википедия | |
Грузин теле фонетик принциплы грузин алфавиты яҙмаһына нигеҙләнгән. Һөйләшеүселәр һаны (1993 йыл мәғлүмәттәре) — Грузияла яҡынса 4 миллион кеше[1][2] һәм бер нисә йөҙ мең кеше башҡа илдәрҙә, күбеһенсә Рәсәй, АҠШ һәм Төркиәлә.
Хронология буйынса яҙма грузин теленең үҫеше түбәндәге дәүерҙәргә бүленә:
Ҡайһы бер тикшеренеүселәр һуңғы ике осорҙо айырмай, сөнки яңы грузин теленә тик лексиканың ғына бер аҙ үҙгәреүе хас.
Боронғо грузин теле нигеҙендә картли һөйләше ята.
Грузин тарихсыһы Леван Чилашвили, 1990-сы йылдарҙың икенсе яртыһында Некреси ауылында мәжүси ғибәҙәтханаларҙы өйрәнгәндә, ҡәбер ташының ярсығын таба (һуңыраҡ уны «некрес яҙыуы» тип атайҙар), тарихсылар билдәләүенсә, ул иң һуң булһа — б. э. III быуатына ҡарай.[3][4] Дональд Рейфилд раҫлауынса, грузин яҙыуының христианлыҡҡа тиклем барлыҡҡа килеүе икеле һәм археологик ҡомартҡылар менән дәлилләнмәй.[5] Стивен Рапп билдәләүенсә, алфавиттың ул осорға ҡарауы шикле.[6]
476—483 йылдар — беренсе әҙәби әҫәр — «Изге батшабикә Шушаниктың ыҙалары», авторы Якоб Цуртавели.
864 — датаһы аныҡ күрһәтелгән иң боронғо ҡулъяҙма («Мравалтави»).
1629 — грузин телендәге беренсе баҫма (Римда).
1709 — Грузиялағы грузин телендә беренсе баҫма («Инжил»).
1819 — грузин телендәге беренсе матбуғат баҫмаһы («Сакартвелос газети»).
Хәҙерге грузин әҙәби телен үҫтереүгә Илья Чавчавадзе, Акакий Церетели, Я. С. Гогебашвили, Важа Пшавела һиҙелерлек өлөш индергән.
Совет власы йылдарында Грузия ССР-ы Конституцияһының 156 статьяһында телдең дәүләт статусы асыҡ күрһәтелгән[7].
Грузин телендә яҡынса 10[8]-12 мең[9] урта быуат ҡулъяҙмалары һаҡланған.
Грузин теле үҙ эсенә бер нисә диалектты ала: картли, кахетин, имеретин, пшав, рача, аджар, мохев, тушин һ. б.
Һүҙҙәр ете килеш менән үҙгәрә. Исемдәрҙең зат буйынса айырмалары юҡ. Бер эйәле алмаштан башҡа ике эйәле һәм өс эйәле алмаш менән ҡулланалар.
Груин телендәге бөтә исемдәр килеш буйынса ике төркөмгә бүленә. Беренсе төркөмгә нигеҙенең аҙағы тартынҡыға бөткән исемдәр ҡараһа, икенсе төркөмгә — һуҙыңҡыға бөткәндәре. Һәр төркәм көслө һәм йомшаҡ килешкә айырыла.
Грузин теле — агглютинатив тел. Ҡылымды төҙөр өсөн, бер-береһе менән билдәле префикс, суффикстар ҡушыла. Бер һүҙ эсендә һигеҙ морфемаға тиклем була ала. Миҫал: «აგეშენებინათ» («һеҙгә төҙөргә кәрәк булған») һүҙе түбәндәге морфемаларҙан тора, уларҙың һәр береһе ҡылымға ваҡыт һәм модаллек сифатын өҫтәй: ა-გ-ე-შენ-ებ-ინ-ა-თ. Грузин яҙыуы V быуаттың беренсе сирегендә барлыҡҡа килгән. Иртә быуаттарҙа — мргловани (асомтаврули), IX быуаттан — нусхури (нусха-хуцури, хуцури, сиркәү); ә XI быуаттан — мхедрули (мхедрули-хели, саэро йәки гражданлыҡ) яҙмалары ҡулланылған.
Заманса грузин алфавит 33 хәрефтән тора, һәр ҡайһыһы бер өнгә тиң: 5 һуҙынҡы һәм 28 тартыңҡы өн.
Хәреф | Атамаһы | Һанлы аңлатма |
IPA | ISO 9984 | Романизация | Кириллицаға ярашлы |
Мхедрули (მხედრული) | Нусхури (ⴌⴓⴑⴞⴓⴐⴈ) | Асомтаврули (ႠႱႭႫႧႠႥႰႳႪႨ) |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
ა | ანი | 1 | ɑ | A a | A a | А а | |||
ბ | ბანი | 2 | b | B b | B b | Б б | |||
გ | განი | 3 | g | G g | G g | Г г | |||
დ | დონი | 4 | d | D d | D d | Д д | |||
ე | ენი | 5 | ɛ | E e | E e | Е е | |||
ვ | ვინი | 6 | v | V v | V v | В в | |||
ზ | ზენი | 7 | z | Z z | Z z | З з | |||
ჱ | ჰე | 8 | ɛj | — | — | — | |||
თ | თანი | 9 | tʰ | T' t' | T t | Ҭ ҭ | |||
ი | ინი | 10 | ɪ | I i | I i | И и | |||
კ | კანი | 20 | kʼ | K k | Kʼ kʼ | К к | |||
ლ | ლასი | 30 | l | L l | L l | Л л | |||
მ | მანი | 40 | m | M m | M m | М м | |||
ნ | ნარი | 50 | n | N n | N n | Н н | |||
ჲ | ჲე | 60 | j | — | — | Й й | |||
ო | ონი | 70 | ɔ | O o | O o | О о | |||
პ | პარი | 80 | pʼ | P p | Pʼ pʼ | П п | |||
ჟ | ჟანი | 90 | ʒ | Ž ž | Zh zh | Ж ж | |||
რ | რაე | 100 | r | R r | R r | Р р | |||
ს | სანი | 200 | s | S s | S s | С с | |||
ტ | ტარი | 300 | tʼ | T t | Tʼ tʼ | Т т | |||
ჳ | ვიე | 400 | wi | — | — | — | |||
უ | უნი | — | u | U u | U u | У у | |||
ფ | ფარი | 500 | pʰ | P' p' | P p | Ҧ ҧ | |||
ქ | ქანი | 600 | kʰ | K' k' | K k | Қ қ | |||
ღ | ღანი | 700 | ʁ | Ḡ ḡ | Gh gh | Ҕ ҕ (Г' г') | |||
ყ | ყარი | 800 | qʼ | Q q | Qʼ qʼ | Ҟ ҟ | |||
შ | შინი | 900 | ʃ | Š š | Sh sh | Ш ш | |||
ჩ | ჩინი | 1000 | t͡ʃ | Č' č' | Ch ch | Ч ч | |||
ც | ცანი | 2000 | t͡s | C' c' | Ts ts | Ц ц | |||
ძ | ძილი | 3000 | d͡z | J j | Dz dz | Ӡ ӡ | |||
წ | წილი | 4000 | t͡sʼ | C c | Tsʼ tsʼ | Ҵ ҵ | |||
ჭ | ჭარი | 5000 | t͡ʃʼ | Č č | Chʼ chʼ | Ҷ ҷ | |||
ხ | ხანი | 6000 | χ | X x | Kh kh | Х х | |||
ჴ | ჴარ | 7000 | q | — | — | — | |||
ჯ | ჯანი | 8000 | d͡ʒ | J̌ ǰ | J j | Џ џ | |||
ჰ | ჰაე | 9000 | h | H h | H h | Ҳ ҳ | |||
ჵ | ჰოე | 10000 | hɔɛ | — | — | — | — |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.