From Wikipedia, the free encyclopedia
Грена́да (ингл. Grenada [ɡrɪˈneɪdə]) — Кариб диңгеҙенең көньяҡ-көнсығышында утрауҙа урынлашҡан дәүләт. Тринидад утрауҙарынан 120 км төньяҡтараҡ Кесе Антил утрауҙарынан Гренада утрауҙары өлөшөн биләп тора.
| |||||
Девиз: «Аллаһты хөрмәтләп, берҙәм халыҡ булып алға барабыҙ (ингл. Ever conscious of God we aspire, build and advance as one people)» | |||||
Гимн: «Hail Grenada» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 7 февраль 1974 ( Бөйөк Британиянан) | ||||
Рәсми тел | Инглиз | ||||
Баш ҡала | Сент-Джорджес | ||||
Идара итеү төрө | конституцион монархия | ||||
Королева
| Елизавета II
| ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 217 344 км² 1,6 | ||||
Халыҡ • Һаны (2005) • Халыҡ тығыҙлығы | 89 502 чел. (197) 672 чел./км² | ||||
Валюта | Көнбайыш-кариб доллары (XCD, код 951) | ||||
Интернет-домен | .gd | ||||
Код ISO | GD | ||||
МОК коды | GRN | ||||
Телефон коды | +1-473 | ||||
Сәғәт бүлкәте | −4 |
Гренада утрауҙарын Колумб 1498 йылда, Америкаға өсөнсө сәфәре барышында аса. Ул ваҡытта утрауҙа кариб индеецтары йәшәй. Күсеп ултырған испандар утрауҙа беренсе европалылар булалар. Һуңыраҡ француздар һәм инглиздәр күсеп ултыра. 1609 йылдың апрелендә Робинсон һәм Годфри етәкселегендәге инглиз экспедицияһы колония-торамаға нигеҙ һалырға уйлай, әммә улар төҙөгән нығытылған торамаға аборигендар һөжүм итә һәм емерә, колониясыларҙың күбеһе үлтерелә[1].
Франция 1650 йылда утрауҙы һатып ала. Мартиника губернаторы утрауҙа европалыларҙың тораҡ пунктына нигеҙ һалған, һуңыраҡ ул Сент-Джорджесҡа әүерелә. 1655 йылда европалылар урындағы халыҡты тулыһынса юҡҡа сығара. Француздар Гренадала тәмәке һәм индиго, һуңынан мамыҡ һәм мускат сәтләүеге үҫтерә башлаған. Плантацияларҙа эшләү өсөн Африканан ҡолдар килтерелә.
1763 йылда утрау инглиздәр тарафынан баҫып алына, әммә француздар уны 1779 йылда кире ҡайтара. Ниһайәт, утрау 1783 йылда Версаль килешеүе буйынса Англияға бирелә. 1885 йылдан 1956 йылға тиклемге осорҙа Гренада Британияның Ел иҫкән утрауҙары (Британские Подветренные острова), ә 1958 йылдың ғинуарынан 1962 йылдың майына тиклемге осорҙа Вест-Һиндостан федерацияһы составына инә[2]. 1967 йылда Гренадаға эске үҙидара бирелә[3]. Британия берләшмәһе составында бойондороҡһоҙлоҡ 1974 йылда алына. 1974 йылдың апрелендә Гренада Кариб диңгеҙе берләшмәһенә инә, ә 1974 йылдың сентябрендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына ҡабул ителә[2].
Тулы мәҡәлә: Гренаданың административ бүленеше Гренада 6 округтан һәм ике бойондороҡло биләмәнән тора:
Округтар:
Бойондороҡло биләмәләр (ҡара: Карриаку һәм Кесе Мартиник):
Төп мәҡәлә:Гренаданың географиһы
Гренада — вулкан сығышлы утрау. Яр буйы өлөшө — уйпатлыҡ. Утрауҙың эске өлөшөн тауҙар һәм ҡалҡыулыҡтар биләй. Янартау түбәләренең иң юғары бейеклеге 840 м етә (Сент-Катерин тауы). Утрауҙа йылғалар аҙ, әммә шишмәләр һәм сығанаҡтар күп.
Климаты тропик, пассатлы, май айынан октябргә тиклем ямғырлы. Яуым-төшөм — йылына 1500 мм ашыу. Июлдән октябргә тиклем көслө дауылдар була. Уртаса айлыҡ температура 26 градус самаһы.
Утрауҙа тупрағы — уңдырышлы, вулканик. Ҡиммәтле тоҡомло ағастарҙан торған дымлы тропик, мәңге йәшел урмандар өлөшләтә һаҡланып ҡалған. Утрау тирәләй диңгеҙ һыуҙары балыҡҡа, ҡыҫала һымаҡтарға һәм моллюскыларға бай.
Гренадаға шулай уҡ иң ҙур Кариока утрауы булған Гренадина утрауҙары сылбырының көньяҡ өлөшөн үҙ эсенә ала.
Халыҡ һаны динамикаһы — 88,2 мең (1937[4]; 103 мең (1968)[5]; 100 мең (1977)[6]; 107,8 мең (2010 йылдың июленә).
Халыҡ һанының йыллыҡ үҫеш темпы — 0,56 % (илдән эмиграцияның юғары кимәле).
Тыуым — бер ҡатын-ҡыҙға 2,2 бала.
Сабыйҙар үлеме — 1000 яңы тыуған сабыйға 11,8.
Уртаса ғүмер оҙонлоғо — 73 йәш (ирҙәр өсөн — 70, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн — 76).
15 йәшкә тиклемге йәш төркөмө — 26 %; 15 йәштән 65 йәшкә тиклем — 65 %; 65 йәштән өлкән — 9 %.
Уртаса йәш — 28,2 йәш.
Этно-раса составы: негроид расаһы вәкилдәре — 82 %, мулаттар — 13 %, аҡ тәнлеләр һәм һиндтар 5 %, шулай уҡ аҙ һанда индеецтар. Гренадала йәшәүселәрҙең күбеһе Бөйөк Британияға, Америка Ҡушма Штаттарына һәм Вест-Һиндостандың башҡа дәүләттәренә күсеп киткән.
Диндәр: католицизм (45 %), протестантизм (44 %) (шул иҫәптән англиканлыҡ — 12 %, пятидесятниклыҡ — 11 %, адвентизм — 11 %). Йәһүә шаһиттары (2011 йылға) — 1,1 %[7].
Рәсми теле — инглиз теле[8]. Шулай уҡ патуа, француз теленең көнбайыш һинд диалекты, киң таралған.
Грамоталылыҡ кимәле — 96 % (2003 йыл).
Гренада иҡтисадының нигеҙен хеҙмәтләндереү өлкәһе, шул иҫәптән туризмдан килгән килем тәшкил итә. 1996 йылда Гренада Хөкүмәте тарафынан оффшор банкингын көйләүсе бер нисә положение ҡабул ителгәндән һуң, 1997 йылда оффшор финанс хеҙмәттәре күрһәтелә башлай. 2001 йыл аҙағына иҡтисадтың был өлкәһе илдең эске тулайым продуктының 1,2 процентын тәьмин итә (һалым керемдәре 7,4 млн доллар тәшкил итә)[9].
Ауыл хужалығында банан, какао, мускат сәтләүеге, цитруслылар, авокадо, тамыраҙыҡтар, шәкәр ҡамышы, кукуруз, йәшелсә үҫтерелә.
Аҙыҡ-түлек һәм туҡыу сәнәғәте үҫешкән.
Экспорт (2006 йылда) — 38 миллион доллар. Төп экспорт тауарҙары — банан, какао, мускат сәтләүеге.
Төп һатып алыусылар — Сент-Люсия — 16,4 %, Америка Ҡушма Штаттары — 11,3 %, Бөйөк Британия — 11,3 % (2008).
Импорт (2006 йылда) — 343 миллион доллар. Аҙыҡ-түлек, сәнәғәт тауарҙары, яғыулыҡ һәм башҡа тауарҙар индерелә.
Төп тәьмин итеүселәр — Тринидад һәм Тобаго — 43,1 %, Америка Ҡушма Штаттары — 24,5 %, Барбадос — 3,6 % (2008).
Африка, Кариб бассейны һәм Тымыҡ океан илдәренең Халыҡ-ара ойошмаһы ағзаһы булып тора.
1853 йылда утрауҙа беренсе асыҡ китапхана, 1976 йылда Милли музей һәм университет асыла.
1976/1977 уҡыу йылына ҡарата, утрауҙа 63 башланғыс мәктәп (шул иҫәптән 16 дәүләт мәктәбе) һәм 12 урта мәктәп, шулай уҡ педагогия колледжы һәм техник университет эшләй.
Гренадала белем алыу бушлай һәм 6 йәштән 14 йәшкә тиклемгеләр өсөн мотлаҡ. 1998 йылда балаларҙың 97,5 % башланғыс белем ала. Уҡыусыларҙың һаны күп, ләкин ярлылыҡ, мәктәп биналары насар булыуы, шулай уҡ уҡыусыларҙы ғаилә фермаларында уңыш йыйыуға йәлеп итеү арҡаһында кесе мәктәп йәшендәге балалар дәрестәрҙе күп ҡалдыра. Ярлылыҡ менән көрәш сиктәрендә Гренада властары 1990 йылдан алып мәктәпкәсә учреждениеларҙа һәм башланғыс мәктәптәрҙә туҡланыуҙы, шулай уҡ дәреслектәр һатып алыуға субсидия бирә[10].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.