From Wikipedia, the free encyclopedia
Вепстар (вепс. vepsläižed; 1917 йылға тиклем рәсми рәүештә — чудь[1]) — Карелияла, Вологда һәм Ленинград өлкәләрендә йәшәүсе аҙ һанлы фин-уғыр тел төркөмөнә ҡараған халҡы. 2006 йылдың апрелендә Рәсәй Федерацияһының Төньяҡ, Себер һәм Алыҫ Көнсығышының аҙ һанлы аҫаба халыҡтар исемлегенә[2].халыҡтар индерелгән.
Вепстар | |
Флаг[d] | |
Туған тел | вепсский язык[d] |
---|---|
Халыҡ һаны | 6400 кеше |
Вепстар Викимилектә |
Үҙатамалары — vepsä, vepsläižed, bepsä, bepsaažed, lüdinikad, lüdilaižed, tägalaižed. 1917 йылға тиклем вепстар рәсми рәүештә чудь тип аталған. «Вепс» этнонимы хәҙерге заманда тарала башлаған. Шулай уҡ урыҫ көнкүрешендә мәрәкәләп йәки мыҫҡыллап, «чухарь»[3] йәки «кайвандар» атамаһы ҡулланылған[4].
Өс вепс этнографик төркөмдәре бар:
Хәҙерге көндә тарихсыларҙа вепс этносының килеп сығышы (генезисы) тураһында тулы мәғлүмәт юҡ. Ғалимдәрҙең фараздары буйынса вепстар башҡа балтик буйы халыҡтарының формалашыуы менән бәйле һәм, күрәһең, уларҙан б.э. 1-се мең йыллыҡтың икенсе яртыһында айырылып сыҡҡандарҙыр. .Был мең йыллыҡ аҙағында көньяҡ-көнсығыш Ладога буйында төпләнгәндәр. X—XIII быуаттарҙа ҡурған ҡәберлектәрен боронғо вепстарҙыҡы булараҡ билдәләргә мөмкин.
Вепстар беренсе тапҡыр б.э. VI быуатында телгә алына тип фаразлана (остгот тарихсыһы Иордан вас ҡәбиләһе тураһында яҙа). Ибн Фаҙлан (X быуат) вису ҡәбиләһе тураһында телгә ала. Урыҫ йылъяҙмалары, моғайын, ошо уҡ халыҡты XI быуаттан башлап весь тип атап йөрөтә башлағандыр. Башҡа урыҫ сығанаҡтары нигеҙҙә уларҙы чудь тип атап яҙа.
Телдәре — урал ғаиләһе фин-уғыр төркөмө вепс һәм рус телдәре.
Онега һәм Ладога күлдәре араһындағы үҙҙәренең төп этник территорияһында вепстар I мең йыллыҡ ахырынаса йәшәгәндәр, әкренләп көнсығышҡа күсенгәндәр. Вепстарҙың ҡайһы бер төркөмдәре сығып китеп башҡа этник төркөмдәр менән ҡушылалар, мәҫәлән, XII—XV быуаттарҙа Свирьйылғаһынан төньяҡтараҡ урынлашҡан төбәктәргә үтеп инәләр һәм карел этносының бер өлөшө булып китәләр. Уларҙан айырмалы , һуңыраҡ килеп урынлашҡан төньяҡ вепстар карелдар менән ҡушылмаған.
Динлеләренең күпселеге — православ христиандар. Элекке инаныстарын һаҡлаусылар ҙа бар.
Рәсәйҙәге вепстар һаны беренсе тапҡыр академик П. И. Кеппен тарафынан VIII ревизия (1835) материалдарына нигеҙләнеп билдәләнә . Уның иҫәпләүҙәре буйынса, ул ваҡытта Европа Рәсәйендә 15 617 вепс йәшәгән, шул иҫәптән Олонец губернияһында — 8550, Новгород өлкәһендә — 7067[6]
Республика һәм өлкәләр | 1926 | 1937 | 1939 | 1959 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2010 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
СССР | 785 32 | 842 29 | 679 31 | 374 16 | 8281 | 8094 | 501 12 | ... | ... |
РСФСР / Рәсәй Федерацияһы | 783 32 | 585 29 | 442 31 | 170 16 | 8057 | 7550 | 142 12 | 8240 | 5936 |
Карелия Республикаһы | 8587 | 9007 | 9388 | 7179 | 6323 | 5864 | 5954 | 4870 | 3423 |
Ленинград өлкәһе | 290 17 | 146 15 | 343 15 | 8026 | 650 | 774 | 4273 | 2019 | 1380 |
Вологда өлкәһе | 6888 | 5432 | 4976 | 117 | 282 | 65 | 728 | 426 | 412 |
Санкт-Петербург | 5 | 0 | 198 | 848 | 154 | 208 | 368 | 318 | 271 |
башҡа төбәктәрҙән | 13 | 0 | 1316 | 648 | 639 | 819 | 607 | 450 | |
ҡалған союз республикаһы | 2 | 257 | 237 | 204 | 224 | 544 | 359 | ... | ... |
1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса Рәсәй империяһында 25 820 вепс кешеһе йәшәгән (туған тел тураһындағы мәғлүмәттәр буйынса).
Вепстарҙың этник биләмәһенең иң ҙур өлөшө Ленинград өлкәһенең өс административ округ биләмәләре ҡушылған урында урынлашҡан (Подпорожье, Тихвин һәм Бокситогорск)[7]. 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса өлкәлә 2019 вепс йәшәгән, 1989 йәниҫәптә 4273 кеше теркәлгән булған.[8]
Вепс теле 2009 йылда ЮНЕСКО тарафынан донъяның юғалып барған телдәр атласына "юғалыу хәүефе көслө " булараҡ индерелгән.
Вепстар йәшәгән урындарҙа уларҙың һаны. 2002 й.[9]:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.