Вектор (геометрия)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Геометрияла вектор — тура һыҙыҡтың йүнәлешле киҫеге, йәғни ҡайһы осо башы, ә ҡайһыһы — аҙағы икәне күрһәтелгән киҫек атала[1].
Башы нөктәһендә һәм осо нөктәһендә булған векторҙы тип тамғалау ҡабул ителгән. Векторҙар шулай уҡ өҫтөнә уҡ (ҡайһы берҙә — һыҙыҡ) ҡуйылған бәләкәй латин хәрефтәре менән дә тамғаланалар, мәҫәлән . Икенсе таралған яҙыу ысулы: вектор символын ҡалын шрифт менән билдәләү: .
Геометрияла вектор тәбиғи рәүештә күсереүгә (параллель күсереү) тиңләштерелә, был вектор атамаһының (лат. vector, алып барыусы, илтеүсе) килеп сығыуына асыҡлыҡ индерә. Ысынлап та, һәр йүнәлешле киҫек яҫылыҡта йәки арауыҡта ниндәйҙер параллель күсереүҙе бер мәғәнәле билдәләй: әйтәйек, векторы нөктәһен нөктәһенә күсереүсе күсереүҙе тәбиғи рәүештә билдәләй , шулай уҡ киреһе, нөктәһен нөктәһенә күсереүсе параллель күсереү, берҙән-бер йүнәлешле киҫеген билдәләй (берҙән-бер — әгәр бер үк йүнәлештәге һәм оҙонлоҡтағы бөтә йүнәлешле киҫектәрҙе тигеҙ тип иҫәпләгәндә — йәғни уларҙы ирекле векторҙар тип ҡарағанда; ысынлап та, параллель күсереүҙә бөтә нөктәләр ҙә бер үк йүнәлештә бер үк алыҫлыҡҡа күсәләр, шулай аңлағанда ).
Векторға күсереү тип интерпретация биреү, векторҙарҙы ҡушыу ғәмәлен тәбиғи рәүештә һәм интуитив күренеп торған ысул менән — ике (йәки бер нисә) күсереүҙең композицияһы (эҙмә-эҙ ҡулланыу) булараҡ, индерергә мөмкинлек бирә; шул уҡ векторҙы һанға ҡабатлау ғәмәленә лә ҡағыла.