From Wikipedia, the free encyclopedia
Быуаҙкүл — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Татар Ямалысы ауыл биләмәһе составына керә.
Ауыл | |
Быуаҙкүл татар. Буазкүл | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе |
Татар Ямалысы |
Координаталар | |
Халҡы |
392 кеше (2000) |
Милли состав |
татарҙар[1] |
Сәғәт бүлкәте |
UTC+4 |
Почта индексы |
423753 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Ағиҙел тамағы эргәһендә, Аҡтаныш ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 27 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Быуаҙкүл — йәнәй ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. XVIII быуаттың беренсе яртыһында нигеҙләнгән[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Йәнәй улусына ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Семиостровная улусы составына керә.
ХХ быуат башында мәсет (1816 йылдан билдәле) уның ҡарамағында мәктәп теркәлгән[1][2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
Коллективизация осоронда ауылда «Йәш ҡул» колхозы ойошторола; һуңыраҡ ул «Ағиҙел» колхозы, ә 1965 йылдан —«Аҡтаныш» совхозы составына инә[1].
1816 йылда ир енесле 48 башҡорт; 1834 йылда — 98 башҡорт; 1870 йылда — 137 башҡорт; 1913 йылда — 110 аҫаба башҡорт һәм 153 керҙәш башҡорт йәшәй[2][3].
1859 | 1870 | 1897 | 1906 | 1913 | 1922 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
125 | 137 | 208 | 279 | 263 | 240 | 234 | 255 | 181 | 125 | 199 | 252 | 392 | 392 |
Игенселек, малсылыҡ үҫешкән[1].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.