![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/c/c0/Biohazard_symbol.svg/langba-640px-Biohazard_symbol.svg.png&w=640&q=50)
Биологик ҡорал
дошманға һөжүм итеү өсөн бөжәктәрҙе ҡулланған энтомологик ҡорал / From Wikipedia, the free encyclopedia
Биологи́к ҡорал — патоген микроорганизмдар йәки уларҙың саң-һеркәләре, вирустар, кешеләрҙе һәм хайуандарҙы зарарлаусы һәм ҡаршы яҡтың тере көсөн һәм халҡын, ауыл хужалығы малдарын, сәсеүлектәрҙе, аҙыҡ-түлекте һәм һыу сығанаҡтарын күпләп зарарлау, шулай уҡ хәрби кәрәк-яраҡты һәм хәрбиҙәргә кәрәкле ҡорамал һәм хәрби материалдарҙы эшлектән сығарыу өсөн тәғәйенләнгән бактериаль токсиндар. Күпләп зарарларға һәләтле ҡорал һәм 1925 йылдан Женева протоколына ярашлы тыйылған[1].
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/c/c0/Biohazard_symbol.svg/320px-Biohazard_symbol.svg.png)
Биологик ҡоралдың зарарландырыусы көсө иң тәүге сиратта патоген микроорганизмдарҙың ауырыу тыуҙырыусы үҙенсәлектәренә һәм уларҙың йәшәү эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ағыулы матдәләрҙе файҙаланыуға нигеҙләнә[2].
Биологик ҡорал һуғыш кәрәк-яраҡтары булараҡ ҡулланыла, уны әҙерләү өсөн эпидемияларға әйләнергә һәләтле йоғошло сирҙәрҙе ҡуҙғыта алған бактериялар һәм вирустарҙың ҡайһы бер төрҙәре файҙаланыла. Был төр ҡоралдың тәғәйенләнеше — кешеләрҙе, ауыл хужалығы үҫентеләрен һәм малдарын зарарлау, шулай уҡ аҙыҡ-түлеккә һәм һыу сығанаҡтарына зыян килтереү.
Биологик ҡорал төрҙәре — дошманға һөжүм итеү өсөн бөжәктәрҙе ҡулланған энтомологик ҡорал һәм кешеләрҙе расаһына, этник, енес йәки икенсе төрлө генетик бәйлелек сифаты буйынса һайлап ҡына зарарлау өсөн ҡулланылған генетик ҡорал.