From Wikipedia, the free encyclopedia
Белору́стар (бел. беларусы) — Көньяҡ славян халҡы, этнос, милләт. Дөйөм халыҡ иҫәбе — 10 миллион кеше. Башлыса, өҫтөнлөк алған милләт булараҡ (2009 йылда 83,7 %), Белоруссия территорияһында йәшәйҙәр. Белорустарҙың күбеһе күрше территорияларҙа: Рәсәй, Польша, Украина, Латвия менән Литвала йәшәй һәм унда әҙселекте тәшкил итә. Улар шулай уҡ, элекке СССР территорияһында ла урынлашҡан, бынан тыш, Канадаға, АҠШ-ҡа, Германияға миграцияланған. Ғәҙҙәтә, белорустарға Полесье халҡы "полещук"тарҙы индерәләр. Улар араһында Пинск польесьеһының пинчуктары үҙенсәлеклелеге менән айырылып тора[16][17][18].
Үҙ атамаһы |
беларус |
---|---|
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
Барлығы: 10 млн-ға яҡын (2009) Латвия: Австралия: | |
Тел | |
Раса тибы |
европеоидная раса |
Белорустарҙың килеп сығышы Юғары Поднепровье, Урта Подвинье, Юғары Понеманье территорияһында барлыҡҡа килгән. Уларҙың халыҡ булараҡ формалашыуы тураһында хронологик фекер юҡ. Ҡайһы бер тикшереүселәр Георгий Васильевич Штыхов, Михаил Александрович Ткачёв белдереүенсә, белорус этносы XIII быуатта уҡ булған, ә халыҡ булараҡ формалашыу процессы XVII—XVIII быуаттарҙа ғына башланған. Валентин Васильевич Седов белорус этник берләшмәһе XIII—XIV быуаттарҙа булдырылған тиһә, Моисей Яковлевич Гринблат XIV быуаттан XVI быуатҡа тиклем дәүерҙә тип һанай.
Белорустарҙың килеп сығышы тураһында бер нисә концепция бар:
XIX быуатта шулай уҡ поляк һәм бөйөк рус концепцияһы ла була. Уның асылы — белорустарҙың этник территорияһын боронғо поляк йәки боронғо бөйөк рус территорияһы итеп ҡарауҙа.
X быуаттың икенсе яртыһынан XIII быуаттың уртаһына тиклем хәҙерге Белоруссия территорияһында Полоцк кенәзлеге, Туров-Пинск кенәзлеге һәм Городенск кенәзлеге эре кенәзлектәр булып һанала. Ошо ваҡытта Белорус еренә христианлыҡ килә, Полоцкая менән Глубокск һәм Туровск менән Мозырск епархияларына нигеҙ һалына. Сиркәү славян теле нигеҙендә яҙма барлыҡҡа килә. XIII—XIV быуат урталарында литва һәм белорус ерҙәре Бөйөк Литва кенәзлеген булдырыуға ерлек булып тора. XIII быуат уртаһынан 1569 йылға тиклем Бөйөк Литва кенәзлеге айырым дәүләт булып һанала, ә 1569 йылда Люблин унияһынан һуң һәм XVIII быуат аҙағына тиклем ошо конфедератив дәүләттең ике өлөшөнөң береһе сифатында Речь Посполитаяға инә
XVIII быуат аҙағында өс Польша сиге, Речь Посполитой сиге һөҙөмтәһендә, белорус ерҙәре Рәсәй империяһы составына инә. Рәсәй империяһында, дәүләт булдырыусы өс яҡлы рус халҡы концепцияһына ярашлы, белорустар уның бер тармағы булараҡ ҡарала. Быны Измаил Иванович Срезневский, Николай Иванович Костомаров (шулай уҡ көнбайыш русизмды ҡарағыҙ) һәм башҡа тарихсылар, географтар, телселәр яҡлап сыға. Белорус халҡының үҙаллы булыу идеяһы беренсе тапҡыр «Гомон» халыҡсан төркөмө тарафынан тәҡдим ителә[22].
Көнбайыш Полесье украин телен таратыу урыны булып тора. 1917 йылғы Октябрь революцияһынан һәм Белорус Совет Социалистик Республикаһы дәүләтселеген булдырғандан һуң белорус халҡы тормошонда киҫкен үҙгәрештәр башлана. Йәшәү шарттары үҙгәрә, грамоталыҡ үҫә, мәктәптәрҙә белорус телен уҡыту башлана, белорус әҙәби тел нормалары барлыҡҡа килә башлай. Был үҙгәрештәргә Белорус Совет социалистик Республикаһына 1939 йылда Көнбайыш Белоруссия территорияһының ҡушылыуы ла сәбәп булып тора. 80-се йылдар аҙағында белорус телен һәм мәҙәниәтен үҫтереү мәсьәләләре яңынан күтәрелә. 1991 йылдың авгусында Белорус Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһындағы Декларацияһы 1990 йылда конституцион акт статусы ала һәм шул арҡала бойондороҡһоҙ Белоруссия барлыҡҡа килә.
Белорус мәҙәниәтенең дөйөм бер төрлөлөгөнән уның төбәк айырмалығы формалашҡан. Алты тарихи-этнографик районды айырып ҡарарға мөмкин: Поозёрье (ландшафт)|Поозёрье (төньяҡ), Поднепровье (көнсығыш), Үҙәк Белоруссия, Неман (Понеманье) (төньяҡ-көнбайыш), Көнсығыш һәм Көнбайыш Полесье.
Белорус теленең «Тарашкевица» булараҡ киңерәк билдәле булған тәүге кодификацияһы 1918 йылда тормошҡа ашырыла. 1933 йылда белорус дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләренә реформа үткәрелә. Был үҙгәреш белорус орфографияһын рус орфографияһына яҡынайта, хәҙерге рәсми һәм киң таралған белорус тел нормаларын булдыра.
2009 йылғы иҫәп алыуҙар мәғлүмәте буйынса, 4 841 319 кеше (был 60,84 %) туған теле тип белорус телен күрһәтә. Бынан тыш, 1 009 935 (12,69 %) кеше был телде үҙе ирекле һөйләшкән икенсе тел тип билдәләй. Шулай итеп, 2009 йылда 5 851 254 (73,53 %) кеше үҙенең белорус телендә иркен аралашыуын белдерә. Шуға ҡарамаҫтан, 2 073 853 (26,06 %) кешенең был телдә бары тик өйҙә генә аралашыуы ла билдәле була[23]. Был күрһәткестәр 1999 йыл менән сағыштырғанда белорус теленең ҡулланылыу йәһәтенән үҫеш тенденцияһының кәмеүен күрһәтә. Иҫәп алыуҙар һөҙөмтәһенән күренеүенсә, 85,6 % белорус был телде туған теле тип һанаһа, 41,3 % ошо телдә өйҙә аралаша[24].
Белорустарға рус-белорус билингвизмы хас. Шуның менән бергә, күп кенә белорустар, башлыса эре ҡалаларҙа, күберәк рус телендә аралаша. Бында рус теле менән файҙаланыу дәрәжәһе ҙур. Мәҫәлән, 2 943 817 (37,00 %) белорус рус телен туған теле тип һанай, 1 206 439 кеше (15,16 %) рус телендә иркен аралашыуын, уны икенсе туған теле кеүек күреүен белдерә. Рус телендә иркен аралашҡан белорустарҙың суммар иҫәбе 4 150 256 кеше (52,16 %) тәшкил итә. Был өйҙә русса һөйләшеүселәр иҫәбенән 1,4 миллионға әҙерәк. Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә 34 % белорустың белорус телендә иркен аралашыуы, 6 % кешенең һәр саҡта ла ошо телдә һөйләшеүе, 74 % кешенең рус теле менән файҙаланыуы асыҡланған[25]. Белорустар араһында шулай уҡ, трасянка ла киң таралған.
Белорус милли кейеме юғары мәҙәни ҡиммәткә эйә һәм белорус халҡының этник атрибуттарының береһе булып тора. Белорус костюмы тураһында яҙма таныҡлыҡтар байтаҡ: мәғлүмәт дөйөм тарих, тыуған яҡты өйрәнеү һәм махсус баҫмаларҙа осрай. Иоһанн Готлиб Георгиҙың «Рәсәй дәүләтендә йәшәүсе бөтә халыҡтарҙы тасуирлау» («Описание всех обитающих в Российском государстве народов») хеҙмәте юғары баһалана. Костюм тураһында мәғлүмәттәрҙе шулай уҡ Рәсәй империяһының Генераль штабы офицерҙарының XIX быуатта йыйған айырым томдарында туплаған материалдарҙа табырға мөмкин.
Бында башлыса православ дине өҫтөнлөк ала. Католик сиркәүенең мәғлүмәттәре буйынса, католиктар Белоруссия халҡының 14,5 % -ын тәшкил итә, был 1,4 миллиондан ашыу кеше тигән һүҙ[26]. Үҙәк разведка идаралығы Белоруссия халҡында католиктарҙың, протестанттарҙың, иудейҙарҙың һәм мосолмандарҙың өлөшөнөң суммар баһаһын баҫтыра 20 % на 1997 год 2015 йыл 15 октябрь архивланған.; имеются и более низкие оценки 2009 йылға Белоруссияла 4 13,19 % католиков (недоступная ссылка)— католиктар, күп булмаған грек-католик общиналары һәм шулай уҡ протестанттар, баптистар, пятидесятниктар һәм башҡалар бар.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.