![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/e/ea/Beirut_Central_District_Collage.jpg/640px-Beirut_Central_District_Collage.jpg&w=640&q=50)
Бәйрүт
From Wikipedia, the free encyclopedia
Бәйрүт (ғәр. بيروت Bayrūt, грек. Βηρυττός Bērytós,лат. Berytus, йәһ. ביירותביירות Beirut, арам. בירות Birot, франц. Beyrouth, төрөк. Beyrut) — Ливандың баш ҡалаһы һәм иң ҙур ҡалаһы. Халҡының һаны 300 меңдән 2 миллион кешегә тиклем һанала. Эш шунда: Бәйрүттә 1932 йылдан бирле халыҡ иҫәбен алыу үткәрелмәгән [2]. Ярымутрауҙа, Урта диңгеҙ яры буйында урынлашҡан, илдең иң ҙур һәм төп порты. Бәйрүт баш ҡала менән ҡала ситендәге биҫтәләрҙән тора. Тәүге тапҡыр телгә алыныуы Боронғо Мысырҙың Тел-әл-Аварна архивында һаҡлана, ул беҙҙең эраға тиклем XV быуатҡа ҡарай. Ҡала шул дәүерҙән бирле һәр саҡ кешеле.
Ҡала | |||||
Бәйрүт بيروت | |||||
![]() | |||||
| |||||
Ил |
ЛиванЛиван | ||||
---|---|---|---|---|---|
Регион |
Бәйрүт | ||||
Координаталар | |||||
Башлыҡ |
Абдель Арисс | ||||
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
б. э. т. 1500 йыл (б. э. т. 3000 йыл - торама) | ||||
Майҙаны |
20 км² | ||||
Халҡы |
361 мең (UN, 2007)[1] кеше | ||||
Тығыҙлығы |
18 050 кеше/км² | ||||
Агломерация |
1,9 млн | ||||
Сәғәт бүлкәте |
UTC+2, йәйге UTC+3 | ||||
Телефон коды | 01 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Рәсми сайт |
beirut.gov.lb | ||||
Бәйрүттә Ливан хөкүмәте урынлашҡан, ҡала Ливандың иҡтисадында үҙәк урынды биләй. Күпселек банктар һәм корпорациялар Үҙәк округта, Хамра, Верден урамдарында һәм Әшрәфиәлә урын алған. Ҡала төбәктең мәҙәни үҙәге булып тора, матбуғаты, театрҙары, мәҙәни саралары һәм төнгө клубтары менән билдәле. Ливандағы емерткес граждандар һуғышынан һуң, Бәйрүт нигеҙенән алып реконструкциялана[3][4][5], тарихи үҙәге, пристань районы, пабтар һәм төнгө клубтар районы тергеҙелә, был уға ҡабат туристар ағымын тәьмин итә.
Бейрут глобаль ҡала булараҡ «Бета» рейтингына эйә[6].
2009 йылда Бәйрүт «The New York Times» тарафынан сәфәр ҡылыу өсөн иң яҡшы ҡала булараҡ баһалана [7] һәм шул уҡ йылды Lonely Planet уны донъяның иң йәнле ун ҡалаһы иҫәбенә индерә [8]. 2010 йылда Американың Mercer глобаль консалтинг компанияһы үткәргән тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, затлы әйберҙәр хаҡтарын, юғары класлы торлаҡ биҫтәләрендәге һәм күңел асыу үҙәктәрендәге хаҡтарҙы сағыштырғанда, Бәйрүт Яҡын Көнсығыштағы иң ҡиммәтле ҡалалар араһында 4-се урында тора[9]. Бәйрүт 2010 йылда юғары сифатлы торлаҡты ҡуртымға алыу хаҡтары буйынса «EuroCost International» үткәргән тикшереү һөҙөмтәһе буйынса төбәктә беренсе, донъяла унынсы урынды биләй[10][11]. MasterCard Индекс Бәйрүттең 2011 йылда ҡалаға килгән кешеләрҙең сығымдары кимәле буйынса Яҡын Көнсығышта һәм Африкала икенсе урында булғанын күрһәтә, сығымдарҙың дөйөм суммаһы 6,5 млрд доллар тәшкил итә[12]. Conde Nast Traveler 2012 йылда Бәйрүтте Яҡын Көнсығыштағы иң матур ҡала тип таба [13].
Ливан баш ҡалаһында 1959 йылда Урта диңгеҙ уйындары, 1999, 2000, 2012 йылдарҙа ФИБА-ның Азия Чемпиондары Кубогы, 2000 йылда футбол буйынса Азия Кубогы, 2010 йылда ФИБА-ның Азия Кубогы үтә. Бәйрүт 2009 йылда француз телле илдәрҙең 6-сы йыл да үтә торған уйындары урыны була. Шулай уҡ Бәйрүттә 1957, 1997, 2015 йылдарҙа Панғәрәп уйындары үткәрелә.