Башҡортостандағы аслыҡ (1921—1922)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Башҡортостандағы 1921—1922 йылдарҙағы аслыҡ — Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осоронда Башҡортостан биләмәләрендә киң ҡолас алған аслыҡ.
Был ҡот осҡос афәт 1921 йылдың февралендә башлана һәм бик күп — 2—2,5 миллион кешегә ҡағыла, һөҙөмтәлә республика халҡы 650 мең кешегә йәки 22 процентҡа кәмей. Бындай киң ҡоласлы аслыҡ Башҡортостан тарихында бер ҡасан да булмаған[1]. Шуға ла ул тарихҡа «Ҙур аслыҡ» (халыҡ телендә «Йоттоҡ йылы») исеме менән инеп ҡалған.