Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы
маҡтаулы исем, дәүләт наградаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы, Башҡорт ССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы — Башҡортостандың маҡтаулы исеме, дәүләт наградаһы. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы ҡарары менән 1973 йылдың 14 ноябрендә «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы» исеме менән булдырылған. Ғәмәлдәге атамаһы Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарары менән 1996 йылда индерелгән[1] һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тарафынан раҫланған[2].
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы | |
Нигеҙләү датаһы | 14 ноябрь 1973 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы, Башҡорт ССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы |
Дәүләт |
![]() ![]() |
Административ-территориаль берәмек | Башҡорт АССР-ы һәм Башҡортостан Республикаhы |
Награда тапшырыусы | Башҡортостан Республикаһы Башлығы |
Лауреаттар категорияһы | Категория:Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсылары |
Предприятие, учреждение һәм ойошмаларҙың юғары һөнәр оҫталары булған белгестәре иҡтисад һәм финанс өлкәһендә күрһәткән фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн, иҡтисад, финанс һәм етештереү күрһәткестәре яҡшы булғанда, иҡтисад фәнен үҫтереү һәм кадрҙар әҙерләүҙә һәм һөнәре буйынса 15 йыл һәм унан күберәк эшләгән осраҡта бүләкләнә.
Маҡтаулы исем Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы менән бирелә. Бүләкләнеүселәргә маҡтаулы исем бирелеү тураһында таныҡлыҡ һәм күкрәккә тағыла торған «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы» билдәһе тапшырыла, ул күкрәктең уң яғында йөрөтөлә.