Башҡортостан Республикаһы Башлығы
Башҡортостан Республикаһының иң юғары вазифалы кешеһе / From Wikipedia, the free encyclopedia
Башҡортостан Республикаһы Президенты, 2015 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостан Республикаһы Башлығы — Башҡортостан Республикаһының иң юғары вазифалы кешеһе.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы | |
Башҡортостан Республикаһы Башлығының штандарты | |
Вазифала | |
---|---|
Рәсми резиденцияһы | |
Вәкәләт мөҙҙәте |
5 йыл |
Вазифа булдырыла | |
Вазифала беренсе | |
Сайт |
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рәсәй Президенты, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы һәм Дәүләт Думаһы, Рәсәй Хөкүмәте, башҡа федераль дәүләт власы органдары, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдары, Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары, урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт берләшмәләре, башҡа ойошмалар һәм вазифалы кешеләр менән мөнәсәбәттәрҙә, шул иҫәптән халыҡ-ара һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр алып барғанда, Башҡортостан Республикаһы исеменән сығыш яһай.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы бер үк вакытта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте етәксеһе лә булырға мөмкин[1][2].
Башҡортостан Башлығы коммерция һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән идара итә аласаҡ[3].