Республика йорто
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Республика йорто (рус. Дом Республики) — Башҡортостан Республикаһының төп хөкүмәт бинаһы. Республика баш ҡалаһында — Өфөлә, Туҡай урамы, 46 адресы буйынса урынлашҡан.
Иҫтәлекле урын | |
Республика йорто | |
Ил | Башҡортостан |
Төҙөүсе | «Башнефтезаводстрой» |
Төҙөлөшө | ???—1979 йылдар |
Статус | файҙаланыла |
Республика йорто Викимилектә |
Бина Хөкүмәттең, Конституция Судының, Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең, Йәмәғәт именлеге советының, шулай уҡ Башҡортостандың башҡа башҡарма власть органдарының штаб-фатиры булып тора.
Йорт Ағиҙел йылғаһы ярында урынлашҡан. Уның урынында XIX быуатта, XX быуат башында Йәмиғ майҙаны була, уртаһында Воскресенск кафедраль соборы — 1841 йылдан Өфөнөң төп православие ҡорамы тора (XX быуаттың 30-сы йылдарында емертелә).
Республика йорто 5 ҡатлы. Диуарҙарҙы кирбес. Йорт яҡтары 90-ға 105 метр булған, эске ихаталы тура мөйөшлө бинаны тәшкил итә. Ихатала эске юл менән тоташтырылған икенсе бина урынлашҡан.
Республика йорто эргәһендәге майҙанда барельефтар менән биҙәлгән, эргәлә генә Шакирйән Мөхәмәтйәнов (Александр Матросов) баҡсаһы, унда скульптуралар һәм фонтандар урынлашҡан. Элек баҡса Ушаковский исемен йөрөтһә, революциянан һуң Азатлыҡ баҡсаһына әйләндерелә, Бөйөк Ватан һуғышы алдынан Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркы тип атала. Революциянан һуң паркта күптәр ерләнә, унда Граждандар һуғышы геройҙары — эске эштәр комиссары Шәһит Хоҙайбирҙинға, Александр Чеверевҡа, шағир Мәжит Ғафуриға мемориалдар ҡуйылған.
Бина эргәһендә урынлашҡан сквер дәүләт эшмәкәре Зыя Нуриев исемен йөрөтә[1].
Файҙаланыуға 1979 йылда тапшырылған. Проект архитекторҙары — В. Б. Залегаллер һәм Ю. П. Печкин. Йортто «Башнефтезаводстрой» тресы тәҙәүселәре төҙөгән[2].
Бинала Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты һәм автономияның башҡа дәүләт учреждениелары урынлаша.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.