From Wikipedia, the free encyclopedia
Башҡорт айырым корпусы менән бутамаҫҡа.
Башҡорт корпусы | |
Ғәмәлдә булған йылдары | |
---|---|
Ил | |
Бойһонған | |
Тип | |
Берләштерә |
1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы, 2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы |
Функция |
автономия мәнфәғәттәрен яҡлау |
Ҡатнашҡан хәрби бәрелештәр | |
Командирҙары | |
Билдәле командирҙары | |
- | |
Башҡорт корпусы — Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осорондағы Башҡорт армияһының хәрби формированиеһы.
Башҡорт ғәскәре командующийы Ә. А. Вәлидовтың 1919 йылдың 26 ғинуарындағы фарманына ярашлы Ырымбур өйәҙенең Ермолаевка ауылынан йыраҡ түгел ерҙә тарҡатылған 9-сы Башҡорт уҡсылар дивизия полктарынан (3-сө Башҡорт уҡсылар полкынан башҡа) төҙөлә.
Башҡорт корпусы составына инделәр:
Башҡорт корпусы Ырымбур һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары араһындағы фронт линияһында оборона тота. РККА-ның 1-се армияһы уға ҡаршы тора.
Башҡорт Хөкүмәтенең 1918 йылдың 16 февралендәге фарманына ярашлы башҡорт корпусы частәренең РККА яғына күсеүе башлана. Башҡорт частары һәм Ҡыҙыл Армия аҡтарға ҡаршы берләшкән хәрби ғәмәлдәрен башлай. Әммә барыһы ла күсеү менән ризалашмай һәм аҡтар яғында үҙенең отрядтары менән Муса Мортазин, Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғалиев, Ғәлимйән Таған һ. б. тороп ҡала.
РККА-ның 1-се армияһына күскән саҡта корпус составында булалар:
1919 йылдың март башында РККА ның 1-се армия командованиеһы Башҡорт корпусын тарҡата.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.