Башҡорт корпусы менән бутамағыҙ.

Ҡыҫҡа факттар Ғәмәлдә булған йылдары, Ил ...
Ябырға

Башҡорт айырым корпусыРәсәйҙә Граждандар һуғышы ваҡытында Башҡорт армияһының формированиеһы.

Ойошторолоуы һәм тарихы

Башҡорт хәрби советының 1918 йылдың 7 сентябрҙә сыҡҡан фарманына ярашлы Башҡорт айырым корпусы Ырымбур ҡалаһында ойошторолған. 1918 йылдың 17 сентябрендә Халыҡ армияһы ғәскәрҙәренә фарман аша еткерелә. Корпус Башҡорт ғәскәре составына инә, бер үк ваҡытта 1918 йылдың сентябрь уртаһынан — Халыҡ армияһына (Комуч), ә сентябрь айының өсөнсө өлөшөндә — Рәсәй армияһына буйһона.

Корпус составында 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы, 2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы, Әмир Ҡарамышев исемендәге 1-се Башҡорт кавалерия полкы, 1918 йылдың октябренән Ғ. С. Иҙелбаев исемендәге 2-се Башҡорт кавалерия полкы һәм 6-сы Башҡорт уҡсылар полкы була. Башҡорт айырым корпусы яугирҙарының һаны 7 800 кеше тәшкил иткән була.

1918 йылдың 25 октябрендә бөтә пехота берләшмәләре һәм частары уҡсылар берләшмәләре һәм частары итеп үҙгәртелә.

1918 йылдың сентябрендә корпустың 1-се һәм 4-се Башҡорт пехота полктары Орск ҡалаһы өсөн алыш алып бара, 1918 йылдың октябрендә 3-сө Башҡорт пехота полкы Сызрань ҡалаһының оборонаһында ҡатнаша, 1918 йылдың октябрь-ноябрь айҙарында 1-се, 2-се, 4-се һәм 5-се Башҡорт пехота полктары, 2-се Башҡорт уҡсылар полкы Аҡтүбә фронтында РККА-ға ҡаршы һуғыша.

1918 йылдың 16 октябрендә КОМУЧ-тың барлыҡ ҡораллы көстәре Юғары баш командующийы штаб начальнигы С. Н. Розанов фарманына ярашлы Башҡорт айырым корпусы тарҡатыла. 1918 йылдың 21 октябрендә корпустың уҡсылар полктары 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһына әүерелә, ә кавалерия полктары Башҡорт Хөкүмәтенең ҡарамағында ҡала.

1918 йылдың 10 ноябрендә Башҡорт хәрби советының рәйесе Ә. Ә. Вәлидов Башҡорт ғәсҡәренә үҙенең фарманы менән был корпустың дивизияға үҙгәртеп ҡоролоуы тураһында иғлан итә.

Командующийҙары

Наградалары

  • 2-се Башҡорт пехота полкы «Рәхмәтле Екатеринбургтан — ҡаһарман азат итеүселәргә» яҙыулы байраҡ менән бүләкләнә (1918);
  • 4-се Башҡорт пехота полкын Орск ҡалаһында йәшәүселәр байраҡ менән бүләкләй (1918).
Ентеклерәк мәғлүмәт Башҡорт частәренең айырыу билдәләре (1-се Башҡорт пехота полкы), айырыу билдәләре 1918 йылдың июнендә ҡабул ителгән, Һалдаттар һәм кесе командирҙар ...
Башҡорт частәренең айырыу билдәләре (1-се Башҡорт пехота полкы),

айырыу билдәләре 1918 йылдың июнендә ҡабул ителгән

Һалдаттар һәм кесе командирҙар
Рядовой Ефрейтор Бомбардир Унтер-офицер Фельдфебель Подпрапорщик
Ябырға
Ентеклерәк мәғлүмәт Обер-офицерҙар, Штаб-офицер ...
Обер-офицерҙар Штаб-офицер
Прапорщик Подпоручик Поручик Штабс-капитан Капитан Подполковник Полковник
Ябырға

Әҙәбиәт

  • Багаутдинов Р. О. Участие башкир в Белом движении (1917—1920). — Уфа, 2009.
  • Багаутдинов Р. О. Участие белых башкирских национальных частей на Екатеринбургском фронте // II Емельяновские чтения: Материалы Всероссийского научно — практической конференции (Курган, 11 — 12 мая 2007 г.). — Курган: Изд.-во Курганского гос. ун-та, 2007. — 293 с. С. 135—136.
  • Национально-государственное устройство Башкортостана (1917—1925): документы и материалы в 4-х томах / сост. Б. Х. Юлдашбаев. — Уфа: Китап, 2002.
  • Туракаев И. Башкирские части в гражданскую войну. — Уфа, 1929.
  • Башкирский корпус на Востоке России 2014 йыл 3 сентябрь архивланған.
  • Войсковое управление Правительства Башкурдистана 2016 йыл 10 ноябрь архивланған.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.