Баффин Ере
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ба́ффин Ере[1] (ингл. Baffin Island, фр. Île de Baffin, инуктитут телендә ᕿᑭᖅᑖᓗᒃ Qikiqtaaluk) —Канаданың төньяғында, Нунавут биләмәһенең Баффин (Кикиктани) төбәгендәге утрау (Канада Арктика архипелагы). Канаданың иң ҙур утрауы.Ҙурлығы буйынса донъяла бишенсе урынды биләй.
Баффин Ере | |
ингл. Baffin Island | |
Кем хөрмәтенә аталған | Уильям Баффин[d] |
---|---|
Донъя ҡитғаһы | Төньяҡ Америка |
Дәүләт | Канада |
Административ-территориаль берәмек | Нунавут[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC−4[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Төньяҡ Боҙло океан |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Канаданың Арктика архипелагы |
Иң юғары нөктә | Монт-Один[d] |
Халыҡ һаны | 13 148 кеше (2016) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 2147 метр |
Асыу датаһы | 1576 |
Оҙонлоҡ | 1600 km |
Киңлек | 700 km |
Майҙан | 507 451 км² |
Периметр | 28 308 km |
Баффин Ере Викимилектә |
Утрауға был атама инглиз сәйәхәтсеһе Уильям Баффин хөрмәтенә инглиз колонистары тарафынан бирелгән[2].
Баффин Ере Канада Архипелагының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан һәм административ яҡтан Нунавут биләмәһенең Баффин (Кикиктани) төбәгенә ҡарай.
Утрау Гренландиянан төньяҡта һәм көнсығышта —Баффин һәм Девис боғаҙы, көньяҡта континенталь Унгава ярымутрауынан — Гудзон боғаҙы[3], көньяҡ-көнбайышта Мелвилл континенталь ярымутрауынан— Фокс ҡултығы һәм тар Фьюри-энд-Хекла боғаҙы[4], көнбайышта Бутия ярымутрауынан һәм Сомерсет утрауҙарынан— Бутия ҡултығы һәм Принс-Риджен боғаҙы, ә төньяҡта Девон утрауынан Ланкастер боғаҙы менән айырыла[5].
Утрауҙың оҙонлоғо яҡынса 1500 км, киңлеге 200—700 км[6]. Британ энциклопедияһы һәм Канада энциклопедияһы Баффин еренең майҙанын 507 451 км² тип билдәләй[7][8]. Башҡа телдәрҙәге энциклопедияларҙа баһалар кәмерәк күрһәтелә (мәҫәлән, Ҙур Рәсәй энциклопедияһы һәм Италия энциклопедияһы — 476 мең км²[9][10], ә Ҙур Ларусс энциклопедияһы — 470 мең км²)[11].
Баффин Ере — Канаданың иң ҙур утрауы[12] һәм донъяла майҙаны буйынса бишенсе урынды алып тора[5][13].
Ярҙары ҡултыҡтар һәм фьордтар менән ныҡ йырғыланған[14] (көнсығыш өлөшөндә Камберленд һәм Фробишер ҡултыҡтары[15] иң ҙурҙары булып тора). Яр буйы һыҙығының дөйөм оҙонлоғо — 28 308 километр тәшкил итә[16].
Геологик йәһәттән Баффин ере — Канада ҡалҡанының көнсығыш ситенең дауамы. Бында ул өҫкә ауыша һәм утрауҙың көнсығышында тау һыртын барлыҡҡа килтерә. Бейеклектәре 1500—2000 м араһында булған тау һырттары[17] Арктик Кордильерҙың бер өлөшө булып тора[18].
Утрауҙың иң бейек нөктәһе — Один тауы (2147 м), бер аҙ түбәнерәк — Асгард тауы (2015 м). Бейеклеге 1675 м булған Тор тауы Ерҙә иң вертикаль битләүле тау тип һанала[19].
Утрауҙың шул уҡ өлөшөндә ике боҙлоҡ — Пенни һәм Барнс урынлашҡан[5]. Тауҙар башлыса альп тибында, осло түбәле һәм текә стеналы, әммә яҫы түбәләр ҙә осрай. Пенни боҙлоғонан төньяҡтараҡ тауҙар әкренләп түбәнәйә, Понд ҡултығы эргәһенә юҡҡа сыға, Баффин Еренең төньяҡ-көнсығыш яры янында урынлашҡан һәм боҙ эшләпәһе менән тулыһынса тиерлек ҡапланған Байлот утрауында яңынан күтәрелә[20].
Баффин Еренең көнбайышында бейеклек кәмей, тауҙар тигеҙ яйлаларға һәм уйһыулыҡҡа күсә. Утрауҙың төньяҡ өлөшөндәге сүллекте Адмиралтейство ҡултығы (фараз ителеүенсә, донъялағы иң ҙур фьорд) Бродер һәм Борден ярымутрауҙарына бүлә.
Төньяҡта Ханч йылғаһы һәм көньяҡта Фокс ярымутрауы араһында Кукджак тип аталған бөйөк тигеҙлек — үлән баҫҡан һаҙлыҡлы уйһыулыҡ ята. Унан яйлап боронғо яр киртләстәре эҙҙәре һаҡланған саҡ ҡына бейегерәк тигеҙлеккә күсә. Фокс ярымутрауының көньяҡ өлөшө ҡаялы, ә көнбайышында диңгеҙгә бейек текә ҡаялар менән барып тоташа[21].
Утрауҙың көньяҡ-көнсығышында, Фробишер ҡултығынан төньяҡтараҡ, Холл ярымутрауы ята. Был ярымутрау кембрий алды гнейстарынан, ярға ҡарай ятҡан ҡалҡыулыҡтарҙан һәм боҙлоҡтан торған ташлы уйһыулыҡ булып тора. Боҙлоҡтан айсбергтар ҡубып төшә һәм Фробишер ҡултығына китә.[22].
Утрауҙа сөсө һыулы күлдәр күп. Шуларҙың икәүһе иң ҙуры — Неттиллинг (5542 км²) һәм Амаджуак (3115 км²)[23]. Был күлдәрҙең икеһе лә утрауҙың көньяҡ-көнбайыш тигеҙлегендә урынлашҡан[5].
Баффин Ерендә файҙалы ҡаҙылмаларҙың байтаҡ ятҡылыҡтары табылған. 1976 йылдан 2002 йылға тиклем Нанисивик ҡасабаһы янында цинк, ҡурғаш һәм көмөш сығарыла.
Утрауҙың төньяғында шулай уҡ тимер мәғдәне сығарыла. Мэри-Ривер —Канадала иң ҙур тимер рудниктарының береһе булып тора. Чидлиакта, Икалуиттан төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 120 км алыҫлыҡта, алмас ятҡылыҡтары табылған[24].
Баффин Еренең күп өлөшө Төньяҡ поляр түңәрәк артында урынлашҡан, шуға күрә утрауҙың күпселек өлөшөндә поляр көн һәм төн урынлаша. Йәй һыуыҡ һәм ҡыҫҡа, хатта июль — август айҙарында ла ҡырау төшөүе ихтимал. Көнсығыш һәм көньяҡ яр буйы башҡа өлкәләргә ҡарағанда йылыраҡ.
Камберленд ҡултығы яры буйында уртаса йыллыҡ температура −9 °C[25], Борден һәм Бродерҙың төньяҡ яйлаларында, шулай уҡ Неттиллинг күленән төньяҡ-көнбайыштағы уйһыулыҡта −13 °C, ә утрауҙың күпселек өлөшөндә −11 °C һәм −11,5 °C араһында[26][27][28]. Йәйге уртаса температура 0,5 °C — 2 °C (төньяҡ-көнбайыш уйһыулыҡ)[29] тиклем (Камберленд һәм Фокс ҡултыҡтары тирәһендә)[30][31]. Төньяҡ-көнбайышта һәм көнбайышта йыллыҡ яуым-төшөм 100 мм-ҙан 200 мм[32][33], Фробишер ҡултығынан төньяҡтараҡ Холл ярымутрауы ҡалҡыулыҡтарында — 300-ҙән 500-гә тиклем арала тирбәлә[34].
Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды классификацияһына ярашлы, Баффин Ере Төньяҡ Американың өс экорегионына инә:
Утрауҙың үҙәк райондарында үҫемлектәр әҙ, ер өҫтөнөң яҡынса 15 процентын ғына биләй. Мүк һәм тәпәш үләндәр һәм ҡыуаҡлыҡтар өҫтөнлөк итә. Дымлы урындарҙа мүк һәм таштишәрҙәрҙән тыш лузула үҫә[38]. Утрауҙың башҡа райондарында үҫемлектәр япмаһы тығыҙыраҡ, әммә өҙлөкһөҙ түгел (иң ҙур тығыҙлыҡ утрауҙың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндәге яр буйы ҡалҡыулығында); кәрлә ҡайын, һаҙанаҡ, көртмәлеләр[39][40], төлкөғойроҡ осрай[41].
Утрауҙа һарыҡ-үгеҙҙәр, төньяҡ боланы, поляр айыуҙар, бүреләр, аҡ төлкөләр, арктик ҡуяндар, ала сысҡандар йәшәй.
Ҡоштарҙан иң киң таралғаны — аҡ өкө. Яр буйында тюлень, сарлаҡ һәм аҡсарлаҡ күп.
Яр буйы һыуҙарында нарвалдар һәм киттар йәшәй.
Күлдәрендә арктика еҙмыйығы һәм энәле балыҡтар үрсей.
Баффин утрауында Аиюиттук милли паркы урынлашҡан, ул Канадала поляр түңәрәк артында беренсе милли парк. Парк биләмәһендә Один тауы, 100 километрлыҡ Пангниртанг үткәүеле, боҙлоҡтар һәм тау күлдәре урынлашҡан. Утрауҙың төньяғында тағы бер милли парк — Сирмилик (инуктитут теленән — «боҙлоҡтар урыны») урынлашҡан, уның күпселек төлөшө, атамаһы буйынса, боҙлоҡтар менән ҡапланған. Бынан тыш, Баффин Ерендә бер нисә провинциаль һәм тарихи парк урынлашҡан (шул иҫәптән Малликджак һәм Кауммаарвиит)[42].
Баффин Ерендә беренселәрҙән булып додорсет мәҙәниәте палеоэскимостары йәшәй, улар беҙҙең эраға тиклем яҡынса 2000 йылдарҙа утрауҙың төньяҡ өлөшөндә йәшәй башлай[21]. Был культураға ҡараған археологик табылдыҡтарға радиоуглеродлы анализлау үткәрелә. Был анализ уларҙың иң боронғоһоноң (Баффин Еренең көньяҡ-көнсығышында Кложер объекты) йәшен яҡынса 4700 йылдар (±380 йыл) һәм утрауҙың төньяғында Миттиматалик объектының 4545 йылдар (±155 йыл) тип баһаларға мөмкинлек бирә. Был даталар диңгеҙ һөтимәрҙәре һөйәктәрен анализлауға нигеҙләнгән. Карибу һөйәктәрен анализлау нигеҙендә Баффин Еренең көньяҡ өлөшөндәге тағы бер нисә объектының йәше 4290 — 3850 йыл тип иҫәпләнә[43].
Тарихҡаса булған был мәҙәниәтте Дорсет мәҙәниәте алмаштыра. Ул хәҙерге исемен утрауҙың көньяҡ-көнбайыш яры янындағы Кейп-Дорсет эргәһендәге археологик табылдыҡтарға бәйле йөрөтә[21]. Көнсығыш Америка Арктикаһындағы был мәҙәниәт яҡынса б.э.т. 500 йылда Алясканан 1000 йәки 1500 йыл элек килгән ҡәбилә вариҫтары тарафынан формалаштырыла[44]. Дорсет ҡәбиләләрен, үҙ сиратында, XI—XIII быуаттарҙа бөтә утрауға таралған туле мәҙәниәте протоинуиттары алмаштыра[21].
XI быуат башында утрауға Гренландиянан скандинавия диңгеҙҙә йөҙөүселәр килгән булырға тейеш[21]. У. Дж. Миллздың Поляр тикшеренеүҙәр энциклопедияһы Лейф Эрикссон утрауына төшөү ваҡытын 1001 йылға билдәләй[5]. Дорсет мәҙәниәтенә ҡараған Баффин Еренең көньяғындағы Нанук торамаһында ҡаҙыу эштәре алып барғанда бронза иретеү өсөн таш тигель табыла. Ул Ирландия (Гарранс) һәм Норвегияның (Ругаланн) ике тигеленә оҡшаш була[45][46]. Поляр һунарсы-дорсеттар торған урындарҙа дүрт ҙур биләмәне ҡаҙғанда арктик ҡуяндың йөнө киҫәктәре, сауҙа килешеүҙәрен төҙөгәндә иҫәпте яҙыр өсөн киртләсле һәм һырлы таяҡсаларҙан өҙөктәр, Иҫке донъянан ҡомаҡ ҡалдыҡтары табылған[47][48]. Канада археологы Патрисия Сазерленд гипотезаһы буйынса, скандинав сәйәхәтселәре Баффин еренә барып кенә ҡалмай, унда ремонт йәки ҡышлау өсөн туҡтай һәм хатта XIV быуатҡа тиклем урындағы халыҡ менән сауҙа итә[49].
Баффин Ерендә һәм уның яр буйындағы ҙур булмаған утрауҙарҙа 9 даими тораҡ пункты бар, унда 2017 йылда 17 меңдән ашыу кеше йәшәй, был Нунавут провинцияһы халҡының яртыһы тиерлек. Тораҡ пункттары араһында Икалуит (элек Фробишер-Бей тип аталған[50]) — Нунавут биләмәһенең берҙән-бер ҡалаһы һәм уның баш ҡалаһы. Икалуит 2011 йылдан башлап халыҡ һаны артыуы буйынса Канаданың бөтә провинциаль һәм территориаль баш ҡалалары араһында беренсе урынды биләй[51]. Икалуиттан тыш, бында һәм уның яр буйындағы утрауҙарҙа Иглулик (2000 кеше), Понд-Инлет (Миттиматалик, яҡынса 1700), Пангниртанг (1600-ҙан ашыу), Киннгаит (Кейп-Дорсет, 1500), Клайд-Ривер (Кангиктугаапик, 1000-дән ашыу), Арктик-Бей (Икпиаржук, яҡынса 900), Кикиктарджуак (Бротон-Айленд, 500-ҙән ашыу) һәм Киммирут (яҡынса 500) ҡасабалары урынлашҡан[52].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.