Балҡан тауҙары
Болгарияғы тау системаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Балҡан тауҙары (Ста́ра-Планина́[2][3], рус. Балка́ны, Балка́нские го́ры[4], болг. Ста́ра планина́, сер. Стара планина, бор. грек. Αἶμος, лат. Haemus) — Болгарияны икегә бүлеп көнсығыштан көнбайышҡа табан һуҙылған ҙур тау системаһы, уның көнбайыштағы дауам өлөшө хәҙерге Сербия биләмәләренә сыға.
Балҡан тауҙары | |
Тау һырты | Q11036790? |
---|---|
Донъя ҡитғаһы | Европа |
Дәүләт |
Сербия Болгария[1] |
Административ-территориаль берәмек | Ловечская область[d][1] |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Балҡан тауҙары |
Иң юғары нөктә | Ботев (гора)[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 2376 метр |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | Гнейс һәм эзбизташ |
Оҙонлоҡ | 530 km |
Майҙан | 11 596 км² |
Балҡан тауҙары Викимилектә |
Һырт булып һуҙылған Балҡан тауҙары илде икегә — Төньяҡ һәм Көньяҡ Болгарияға бүлә. Болгар тарихи терминологияһына ярашлы, Стара-Планина Мёзияны (Төньяҡ Болгарияны) Балҡан ярымутрауының көнсығышындағы тарихи һәм географик өлкә Фракиянан һәм икенсе шундай уҡ тарихи һәм географик өлкә Македониянан айырып тора. Тауҙар һырты оҙонлоҡҡа яҡынса 555 километрға һуҙыла, уларҙың иң бейек нөктәһе (Ботев тауы) — 2376 метр.
Балҡан тау һырты Тимер ҡапҡалар янында Дунай йылғаһы менән «киҫелгән» Көньяҡ Карпат тауҙарының тәбиғи дауамы булып тора. «Балҡан ярымутрауы» һәм «Балҡандар» географик атамалары (топонимдары) нәҡ ошо тауҙар системаһының исеменән алынған. Был тау иле биләмәһе уҙған быуаттың 70-се йылдары аҙағынан совет һәм болгар географтары тарафынан СССР Фәндәр Академияһының География институты директоры Иннокентий Петрович Герасимов һәм Болгария Фәндәр Академияһының География институты директоры Ж. С. Гылыбов етәкселек иткән берлектәге проект буйынса өйрәнелә. Улар Стара-Планина һәм Кавказ территорияһын сағыштырып тикшерә[5].