Башҡортостан Республикаһының дәүләт телеканалы From Wikipedia, the free encyclopedia
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы (рус. Башкирское спутниковое телевидение, БСТ) — Башҡортостан Республикаһының дәүләт телеканалы. Тапшырыуҙары тәүлегенә 18 сәғәт дауамында сыға.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы | |
рус. Башкирское спутниковое телевидение | |
Ил | |
---|---|
Тапшырыу зонаһы |
Башҡортостан, Рәсәй, Удмурт Республикаһы, Татарстан, Ырымбур өлкәһе |
Эшләй башланған ваҡыт | |
Етәксеһе |
Рөстәм Зәрәфетдинов[1] |
Сайт |
Тапшырыуҙар Башҡортостандың рәсми дәүләт телдәре булған (башҡорт һәм урыҫ телдәрендә эфирға сыға. Ижади хеҙмәткәрҙәр ҡайһы бер тематик һәм маҡсатлы тапшырыуҙарҙы шулай уҡ республикала йәшәгән башҡа милләттәр телдәрендә лә әҙерләй.
Эфирға сыҡҡан тапшырыуҙар һаны — 50-нән ашыу; улар төрлө йәшәйеш өлкәләренә — сәйәсәт, иҡтисад, мәҙәниәт һәм сәнғәт, йәмғиәт булмышына бағышлана, шулай уҡ күңел асыу һәм интерактив йүнәлеш-жанрҙарын биләй.
Канал 2002 йылда эшләй башланы; бығаса Башҡортостан урынлы телевидениеһы башҡа исемдәр йөрөттө: 1959 йылдан эфирға сығып килгән урындағы телевидение тапшырыуҙарҙы Башҡорт телевидение студияһы әҙерләп килде.
Башҡортостан халҡына БСТ тапшырыуҙарын еткереү өсөн республиканың төбәктәрендә 400-ҙән ашыу ретранслятор төҙөлдө; улар күбеһенсә дециметр йышлыҡтарында эшләй, ҡеүәте 1 Вт-тан 5 КВт-ҡаса. Һуңыраҡ ретрансляторҙар шулай уҡ Силәбе өлкәһенең Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондарында ла ҡуйыылыыды.
Рәсәйҙең Башҡортостан менән күрше субъекттары: Ырымбур, Һамар, Силәбе, Свердловск һәм Төмән өлкәләрендә, Татарстан менән Удмуртия республикаларында БСТ тапшырыуҙарын кабель селтәрҙәре аша ҡарап була.
Тапшырыуҙар шулай уҡ Ямал-401 спутнигы аша таратыла.
Учалы филармонияһының «Хазина» башҡорт фольклор ансамбле коллективы Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Бәхетнамә», «Сәләм», «Алтын тирмә» программаһында сығыш яһаны[4][5].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.