Әшә — Рәсәй Федерацияһының Силәбе өлкәһендә Әшә районында урынлашҡан ҡала. Әшә районы административ үҙәге[23].

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми атамаһы ...
Әшә
Флаг[d]
ThumbThumb
Нигеҙләү датаһы 1898
Thumb
Рәсми атамаһы Аша-Балашовский завод һәм Ашинский
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Ашинское городское поселение[d][1] һәм Әшә районы
Административ-территориаль берәмек Ашинское городское поселение[d], Әшә районы, Златоуст өйәҙе, Силәбе өлкәһе һәм Әшә районы
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 6300 кеше (1931)[2],
23 600 кеше (1939)[2],
36 494 кеше (1959)[3],
37 000 кеше (1967)[2],
37 378 кеше (1970)[4],
36 122 кеше (1979)[5],
38 646 кеше (1989)[6],
39 100 кеше (1992)[2],
37 700 кеше (1996)[2],
37 400 кеше (1998)[2],
33 926 кеше (2002)[7],
33 900 кеше (2003)[2],
32 700 кеше (2005)[2],
32 300 кеше (2006)[2],
31 900 кеше (2007)[2],
32 255 кеше (2008)[8],
31 476 кеше (2009)[9],
31 881 кеше (2010)[10],
31 838 кеше (2011)[11],
31 542 кеше (2012)[12],
31 152 кеше (2013)[13],
30 714 кеше (2014)[14],
30 383 кеше (2015)[15],
30 146 кеше (2016)[16],
29 946 кеше (2017)[17],
29 692 кеше (2018)[18],
29 274 кеше (2019)[19],
29 066 кеше (2020)[20],
27 890 кеше (2021)[21],
27 442 кеше (2023)[22]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 140 метр
Майҙан 32,4 км²
Почта индексы 456010
Рәсми сайт asha-gp.ru
Урындағы телефон коды 35159
Thumb
 Әшә Викимилектә
Ябырға

Ҡаланы барлыҡҡа килтергән предприятие: Әшә металлургия заводы[24].

Географияһы

Ҡала өлкәнең көбайышындағы иң ситке өлөшөндә, Башҡортостан Республикаһы сигендә нигеҙләнгән. Ул Ҡаратау итәгендә, Эҫем йылғаһы буйында (Ағиҙелгә ҡойған йылға), Силәбе ҡалаһынан 377 км көнбайыштараҡ урынлашҡан. Ошо урында Эҫемгә Әшә йылғаһы килеп ҡушыла.

Куйбышев тимер юлының Мәскәү — Силәбе һыҙатында урынлашҡан Әшә станцияһы.

Этимологияһы

Атамаһы буйынса ике фараз йәшәй. Береһе топонимды «аша» һүҙе менән бәйләй, йәнәһе, тауҙар аша аҡҡан йылғаға Аша (Әшә) атамаһы бирелгән[25]. Икенсе фараз атаманы шулай уҡ башҡорт һүҙе — асы (әсе) менән бәйләй, йылға башта документтарҙа Асы тип яҙып алынған булған.

Тарихы

Ҡала 1898 йылда Әшә-Балашово суйын иретеү заводы төҙөү айҡанлы барлыҡҡа килә, 1933 йылдың 20 июненән — ҡала, 1963 йылдың 1 февраленән — өлкәгә буйһоноулы ҡала. Ҡала көнө июлдең өсөнсө шәмбеһендә үткәрелә. 1998 йылда ҡаланың 100 йыллығын билдәләнеләр.

2012 йылда ҡала янында Уралда тәүге тапҡыр дикобраз теше табылған, уны яҡынса 120 мең йыл элек йәшәгән тип иҫәпләп сығарғандар. Элек бында ул йәнлек бер ҡасан да йәшәмәгән тип һаналған[26].

Халҡы

2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1112[27] ҡалаһы араһында [28] 375-се урында була

Климаты

Уртаса климат. Йылына уртаса 577 мм яуым-төшөм була. Иң йылы ай — июль, уртаса температураһы 19,3 ° C, иң һалҡыны — ғинуар, уртаса температураһы −13,7 °C.

Ентеклерәк мәғлүмәт Ҡала климаты, Күрһәткес ...
Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 5,8 9,2 14,3 30,9 36,2 38,3 38,6 38,5 33,4 26,8 14,7 5,0 38,6
Уртаса максимум, °C −9,5 −7,7 −0,4 11,0 20,1 24,6 25,5 22,8 16,8 7,7 −1,7 −6,7 8,6
Уртаса температура, °C −13,7 −12,6 −5,8 5,2 13,1 18,0 19,3 16,5 10,9 3,6 −4,8 −10,4 3,4
Уртаса минимум, °C −18,5 −17,8 −11,2 0,2 6,6 11,8 13,5 11,0 6,2 0,3 −8,1 −14,6 −1,6
Абсолют минимум, °C −48,5 −43,5 −34,4 −29,7 −9,7 −1,2 1,4 −0,6 −6,8 −25,6 −35,1 −45 −48,5
Яуым-төшөм нормаһы, мм 45 37 26 34 37 58 61 60 53 62 53 51 577
Сығанаҡ: Погода и климат
Ябырға

Иҡтисады

Әшә заводтары: Әшә металлургия заводы, яҡтылыҡ техникаһы (электроарматура), урман-химия комбинаты (1932 йылда төҙөлгән), төҙөлөш материалдары етештерелә. Леспромхоз 2004 йылда ябылған.

1990-сы йылдарға тиклем тар колеялы тимер юл эшләп килгән, ул ағас сығарыуға тәғәйенләнгән булған[29].

Мәҙәниәте

Thumb
Тауҙан ҡала үҙәге күренеше
Thumb
Көҙгө Йүкәле Урман

Ҡалала индустриаль техникум, Көньяҡ-Урал дәүләт университеты филиалы, тәбиғәт музейы, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм музей-күргәҙмә үҙәге бар[30].

«Металлург» футбол клубы эшләй. Әшәнән йыраҡ түгел Атъегәрҙәк тау курорты урынлашҡан, Йүкәле Тау — Силәбе өлкәһенең ҡурсыулы тәбиғәт объекты тип иғлан ителгән

Киң мәғлүмәт саралары

Телевидение (эфир)

  • Россия 1 — 4 ТВК
  • Первый канал (Россия) — 9 ТВК
  • РЕН ТВ — 12 ТВК
  • НТВ — 23 ТВК
  • Матч ТВ — 26 ТВК
  • Пятый канал (Россия) — 28 ТВК
  • ОТВ (Силәбе) — 38 ТВК

Радио тапшырыуҙары (FM)

  • 99,8 FM — Радио Дача
  • 101,8 FM — Love Radio
  • 103,2 FM — Авторадио

Пресса

Әшәлә 1930 йылдың 3 октябренән «Стальная искра», 2000 йылдан «Заводская газета», 1991 йылдың 18 апреленән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн «Пёстрый мир» гәзиттәре сығып килә.

Шулай уҡ ҡара

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.