From Wikipedia, the free encyclopedia
Өфө янындағы тимер юл һәләкәте (рус. Железнодорожная катастрофа под Уфой) — 1989 йылдың 4 июнендә (Мәскәү ваҡыты буйынса — 3 июндә) Башҡортостандың Иглин районында, Әшә ҡалаһынан 11 км йыраҡлыҡта, Әшә — Оло Тәләк аралығында килеп сыҡҡан Рәсәй һәм СССР тарихындағы иң эре тимер юл һәләкәте. № 211 «Новосибирск — Адлер» һәм № 212 «Адлер — Новосибирск» поездары ҡара-ҡаршы үткән ваҡытында яҡында урынлашҡан «Себер — Урал — Иҙел буйы» газ үткәргесенән сығып торған еңел углеводородтарҙың көслө шартлауы арҡаһында килеп сыҡҡан фажиғә. 575[2] (икенсе мәғлүмәт буйынса, 645[3]) кеше һәләк булған, шул иҫәптән 181 бала, 600-ләп кеше яраланған булған.
Өфө янындағы тимер юл һәләкәте | |
Дәүләт | СССР |
---|---|
Урын | Әшә (станция) һәм Улу-Теляк[d] |
Ваҡиға ваҡыты | 4 июнь 1989 |
Зыян күреүселәр һаны | 623 |
Һәләк булғандар һаны | 645[1] |
Хеҙмәтләндереүсе | Советские железные дороги[d] |
Дмитрий Чернов һәм Дидье Сорнетт (Didier Sornette) фекеренсә, катастрофа сәбәптәре - ашығып эшләү ғәҙәте, диспетчерҙарҙың хәрәкәтте туҡтатырға хоҡуғы булмау, продукт тибын нефттән газға юғарынан баҫым яһап үҙгәртеү, поездар үтеүен арттырыу, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау. Тик илдә властар тарафынан сара күреү система сәбәптәрен бөтөрөү урынына ғәйеплеләрҙе эҙләүгә ҡайтып ҡалған[4].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.