Map Graph

Өфө янындағы тимер юл һәләкәте

Өфө янындағы тимер юл һәләкәте — 1989 йылдың 4 июнендә Башҡортостандың Иглин районында, Әшә ҡалаһынан 11 км йыраҡлыҡта, Әшә — Оло Тәләк аралығында килеп сыҡҡан Рәсәй һәм СССР тарихындағы иң эре тимер юл һәләкәте. № 211 «Новосибирск — Адлер» һәм № 212 «Адлер — Новосибирск» поездары ҡара-ҡаршы үткән ваҡытында яҡында урынлашҡан «Себер — Урал — Иҙел буйы» газ үткәргесенән сығып торған еңел углеводородтарҙың көслө шартлауы арҡаһында килеп сыҡҡан фажиғә. 575 кеше һәләк булған, шул иҫәптән 181 бала, 600-ләп кеше яраланған булған.

Read article