Ахирәт
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ахирәт (әхирәт)(ғәр. الآخرة — ахырғы, һуңғы, теге донъялағы тормош) —— бәндәнең яҡты донъянан теге донъяға күсеүе. Ахирәт көнө —— бәндәнең был донъяла ҡылған яҡшылыҡтары һәм яманлыҡтары өсөн яуап бирәсәк көнө. Кеше был донъяла изгелектәрҙе күберәк эшләһә —— йәннәткә, насар эштәре күберәк булһа йәһәннәмгә оҙатылыу миҙгеле. Был кеше мәрхүм булғас, йәненең тәнен ташлап китеүенән ғибәрәт.
![](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/d/d9/Khusein-Bek_Mausoleum_4.jpg/640px-Khusein-Bek_Mausoleum_4.jpg)
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ахирәт — Ислам эсхатологияһында теге донъя, баҡый донъя, кеше өсөн берҙән-бер мәңгелек донъя. Мосолмандар фани донъянан баҡый донъяға күсеү һәм шунан һуң башланған йәшәйеште шулай атай.
Ахирәт Кесе (үлем) һәм Ахыры заманды (ҡиәмәт), йәннәт( ожмах), йәһәннәм (тамуҡ) үҙ эсенә ала. Ахыры заман етеү тип Исрафил фәрештә сурға беренсе өргәндән икенсеһенә тиклемге ваҡытты атайҙар[1].
Ахирәткә бағышлап бик күп шағирҙар ижад иткән [2].