From Wikipedia, the free encyclopedia
Атеи́зм (бор. грек. ἄθεος «Аллаһһыҙ» һүҙенән; шулай уҡ дәһрилек, динһеҙлек) — Аллаһ, илаһи заттар һәм рухтар, башҡа матди (материаль) булмаған заттар һәм көстәр, әхирәт донъяһы булғанлығын, йәндең үлемһеҙ булыуын һ.б. кире ҡаҡҡан донъяға ҡараш. Атеизм буйынса, тәбиғи донъя үҙ-үҙенә тулы нигеҙ булып тора һәм булмышы өсөн Аллаһ йә илаһи заттар яғынан терәккә мохтаж түгел. Донъялағы барлыҡ диндәр ҙә кеше тарафынан уйлап сығарылған, тип иҫбат ителә.
Атеизм бик боронғо заманда уҡ ижтимағи-сәйәси мөнәсәбәттәрҙең үҫеше, фән һәм материалистик философияның уңыштары нәтижәһендә барлыҡҡа килгән.
Үҙ-үҙен атеист тип һанаған кешеләр илаһи заттар барлығына шиксел ҡарай — уларҙың ысынбарлыҡта бар булыуы тәжрибә, һиҙем йә һынау аша иҫбатлана алмай, тип раҫлана. Атеизм яҡлы кешеләр үҙ ҡарашын шулай уҡ фәлсәфә, социология йә тарихҡа таянып яҡлай; уларҙың күбеһе донъяуи (дини булмаған) фәлсәфә йүнәлештәренә эйәрһә лә, барлыҡ атеисттарға хас булған дөйөм фекер-ҡараштар системаһын йәки тәртип ҡалыбын айырым билдәләп булмай.
Боронғо грек телендеге ἄθεος (ἀ — «юҡ» + θεός — «Аллаһһ») «Аллаһһыҙ» тигәнде аңлата.
Б.э.т V быуатта был һүҙ элекке әшәке, ерәнес һүҙе урынына «Аллаһ менән мөнәсәбәтте өҙгән» тигән мәғәнә ала. Был термин иртә христиандар һәм мәжүсиҙәр араһындағы бәхәстә киң ҡулланыла, һәр яҡ икенсе яҡты кәмһетергә тырыша. «Атеист» һүҙе беренсе мәртәбә 1577 йылда ҡулланыла[1]. Һуңыраҡ, 1621 йылда ҡәрҙәш деист һүҙе ҡулланыла[2], теист — в 1662[3], теизм — 1678[4] (башҡа сығанаҡтарҙа 1743 йылда [5][6]) һәм деизм — 1682 йылда[7].
Клинтон Ричард Докинз атеизмды түбәндәге төрҙәргә булә:
Атеизмды агностицизмдан айырым күрер кәрәк. Агностицизм буйынса, Аллаһның барлығы-булмағанлығын танып белеү йәки аңға таянып иҫбатлау өсөн ысул юҡ [8]; шул уҡ ваҡытта агностиктар берҙәм йә бер нисә Аллаһға ышана ала. Атеистар иһә Аллаһға ышаныуҙы ҡәтғи рәүештә кире ҡаға һәм быны йыш ҡына аҡылға таянып нигеҙләй. Ҡағиҙә булараҡ, уларҙың фекер йөрөтөүе түбәндәге өс юлдың (Аллаһның барлығына ҡаршы дәлилдең) береһенә эйәрә:
Ниндәй ҙә булһа Аллаһның бар булыуын ҡабул итеү өсөн шәхси асыш кәрәк, тип күрһәтелә. Аллаһның барлығын иҫбатлаған дәлилдәр тик бер генә дин өсөн хас түгел; киреһенсә, был дәлилдәр тигеҙ нигеҙлек менән төрлө диндәргә ҡағылышлы ҡулланыла ала. Кеше ниндәй ҙә булһа бер динде ҡабул итһә, башҡа диндәрҙе кире ҡағырға тейеш була. Шәхси асыш булмаған осраҡта ысынлыҡҡа дәғүә итеүсе диндәр араһынан береһен һайлап алыу ҡыйынға төшә.
Христиандар Ғайса пәйғәмбәр донъяны ҡотҡарыусы һәм Аллаһның улы, тип ышана; йәһүҙиләр быға ҡаршы килә. Мосолмандар Ҡөрьән Аллаһ тарафынан тапшырылған, тип ышана; христиандар ҙа, йәһүҙиләр ҙә быға ышанмай. Бындай бер-беренә тура килмәгән ҡараштар бихисап; хата берҙәм дин эсендә лә тарҡалыу осраҡтары аҙ түгел. Мәҫәлән, христианлыҡ диненең эсендә бер күп йүнәлештәр бар; улар йыш ҡына бер-беренә тап килмәй.
Күп илдәрҙә асыҡтын-асыҡ атеизм фекерен таратыу енәйәт тип иҫәпләнә. Мәҫәлән, Библия йә Ҡөрьән ысынбарлыҡҡа тура килмәй, йәки Аллаһ юҡ тип әйтеү хыянат тип табылған илдәр әле лә бар[9]. Мәҫәлән, Иорданияла 2008-се йылда Ислам Самһан исемле шағирҙы суд «Ислам динен хурлау»ҙа ғәйепле тип таба; ул Ҡөрьәндең ҡайһы бер аяттарын үҙенең ғишык шиғырҙарына ҡушып китап баҫтырған булған [10]. Бөйөк Британия, Канада, Голландия һәм АҠШ кеүек илдәрҙә атеистар хоҡуҡтарын яҡлаған ҡанундар бар. Закон буйлап, был илдәрҙә атеистар башҡа граждандандар менән тигеҙ хоҡуҡлы. “Дин иреклеге” тип аталған халыҡ-ара ҡанун динһеҙ булыу хоҡуғын да үҙенә индерә.
Бөгөнгө көндә, донъя халҡының 2.3%-ы үҙен атеист тип иҫәпләй; 11.9% самаһы үҙен ‘’нонтеизм’’ яҡлы, йәиһә дингә битараф тип таныта. Рәсәйҙә «битараф» кешеләр 48%-ты тәшкил итә. Европа илдәрендә был һан 6%-тан (Италияла) 85%-ҡаса (Швецияла) тәшкил итә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.