кино актёры From Wikipedia, the free encyclopedia
Антонова Нина Васильевна (2 декабрь 1935 йыл) — СССР һәм Украинаның кино актёры. Украина ССР-ының атҡаҙанған артисы (1980).
Антонова Нина Васильевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Украина |
Тыуған көнө | 2 декабрь 1935 (88 йәш) |
Тыуған урыны | Баҡалы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Хәләл ефете | Буковский, Анатолий Сергеевич[d] |
Балалары | Буковский Сергей Анатольевич |
Һөнәр төрө | кино актёры |
Эш урыны |
Ленфильм[d] Киностудия имени А. Довженко[d] |
Уҡыу йорто | Театральный институт имени Бориса Щукина[d] |
Ойошма ағзаһы | Национальный союз кинематографистов Украины[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Нина Васильевна Антонова 1935 йылдың 2 декабрендә Башҡорт АССР-ының Баҡалы районы Баҡалы ауылында дүрт балалы ғаиләлә тыуған. Әсәһе йорт хужабикәһе, атаһы хәрби кеше була.
1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ғаилә Мәскәүгә күсенә.
Октябрьскийҙә мәктәптә уҡығанда, мәҙәниәт йортындағы драма түңәрәгенә лә йөрөй. Вера Марецкая уйнаған фильмдәрҙе оҡшата. Мәскәүгә барғас, Б. В. Щукин исемендәге театр училищеһына уҡырға инә (Иосиф Матвей улы Рапопорт курсы). Һуңғы курста уҡығанда, Ялта киностудияһында Аркадий Гайдарҙың «Хәрби сер» (рус. Военная тайна) китабы буйынса төшөрөлгән картинала пионервожатый Настя роленә саҡырыу ала. Киноға төшкәндә, үҙенең буласаҡ ирен — актёрҙар буйынса режиссёр ассистенты Анатолий Сергееевич Буковскийҙы (1925—2006) осрата, уға кейәүгә сыға.
1958—1963 йылдарҙа — «Ленфильм» киностудияһы, 1964 йылдан — А. П. Довженко исемендәге Киев киностудияһы артисы.
Ғаиләһе:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.