Андре Агасси
From Wikipedia, the free encyclopedia
Андре́ Кирк Ага́сси (ингл. Andre Kirk Agassi, 29 апрель 1970 йыл, Лас-Вегас) — АҠШ-тың профессиональ тенниссыһы, филантроп, сығышы менән әрмән, Ҙур шлем серияһының һигеҙ турниры еңеүсеһе, олимпия чемпионы.
Иран иммигрантының улы Андре Агасси бала сағынан теннис уйнарға өйрәнә. 13 йәшендә Ник Боллетьериҙың теннис академияһына инә, 16 йәшендә инде донъяның иң яҡшы йөҙ тенниссыһы иҫәбендә була, 19 йәшенә ике миллион долларҙан ашыу аҡса эшләп өлгөрә һәм Профессиональ тенниссылар ассоциацияһы (АТР) рейтингында өсөнсө урынға күтәрелә. Артабанғы карьераһы барышында ул 60 индивидуаль турнирҙа, шул иҫәптән Ҙур шлемдың һигеҙ турнирында еңә, Олимпия уйындарында һәм Ҙур шлемдың бөтә дүрт турнирында ла еңеү яулап, ирҙәр араһында беренсе булып, карьера "Алтын шлем"ына эйә була. АҠШ йыйылма командаһы составында ул өс тапҡыр Дэвис Кубогын (милли ирҙәр командалары кимәлендәге иң абруйлы теннис трофейы) яулай. 1995 һәм 2003 йылдар араһында ул йыйыныһы 101 аҙна дауамында донъяның беренсе ракеткаһы була, 2003 йылда тарихта АТР рейтингы башында торған иң өлкән уйынсы була.
Спорттағы уңыштарынан тыш, Агасси хәйриәлек эшмәкәрлеге менән дә билдәле. Ул Андре Агассиҙың Белем биреү фондын, ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн Андре Агасси Спорт клубын һәм Андре Агасси колледжына инеү өсөн Әҙерлек академияһын асҡан, шулай уҡ «Спортсылар өмөт өсөн» ойошмаһын ойоштороусыларҙың береһе. Гуманитар өлкәләге хеҙмәттәре ике тапҡыр АТР-ҙың Артур Эш исемендәге «Кешелеклелек һәм мәрхәмәтлек өсөн» призы менән билдәләнә. 2011 йылда Андре Агассиҙың исеме Халыҡ-ара теннис даны залы исемлектәренә индерелә, унан ике йыл элек баҫылып сыҡҡан автобиографияһында метамфетамин ҡабул итеүен таныуы ла быға ҡамасаулай алмай.
Андре Агасси — уңышлы эшҡыуар, уның эшмәкәрлек даирәһенә төҙөлөш, ресторан һәм ҡунаҡхана бизнесы, күсемһеҙ милек менән сауҙа, спорт һәм төнгө клубтар инә. 1997 йылдан 1999 йылға тиклем никахта торған беренсе ҡатыны, актёр һәм модель Брук Шилдс менән айырылғас, Агасси 2001 йылда шөһрәтле тенниссы, классик «Алтын шлем» яулаған Штеффи Графҡа өйләнә. Андре менән Штеффиҙың ике балаһы бар.