![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/d/d9/2011_UN_Human_Development_Report_Quartiles.svg/langba-640px-2011_UN_Human_Development_Report_Quartiles.svg.png&w=640&q=50)
Алтын миллиард
From Wikipedia, the free encyclopedia
Алтын миллиард — демографикһәм социологик төшөнсә, донъяның сикләнгән ресурстары шарттарында алдынғы һәм үҫештәге илдәрҙә халыҡтың тормош кимәле һәм ҡулланыуы араһындағы айырманы сағылдыра.
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/d/d9/2011_UN_Human_Development_Report_Quartiles.svg/640px-2011_UN_Human_Development_Report_Quartiles.svg.png)
Тамырҙары менән XVIII быуат аҙағында йәшәгән инглиз ғалимы Томас Мальтус теорияһына — мальтузианлыҡҡа барып тоташа. Атама алдынғы капиталистик илдәрҙә йәшәгән бөтә халыҡтың һанынан алынған: АҠШ (311 млн), Канада (34,3 млн.), Австралия (22,5 млн.), Евросоюз илдәре (28 ил, йәмғеһе 500 млн.), Япония (127,4 млн.), шулай уҡ Израиль, Көньяҡ Корея һәм XXI быуатта өҫтәләһе халыҡ һаны[1][2].