совет дәүләт эшмәкәре, сәйәси золом ҡорбаны. From Wikipedia, the free encyclopedia
Абдусәләмов Солтанморат Әбделмән улы (1870 йылдың декабре — 1938 йылдың 16 майы) — совет дәүләт эшмәкәре, сәйәси золом ҡорбаны[1].
Абдусәләмов Солтанморат Әбделмән улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 1870 |
Тыуған урыны | Яманһары, Бахмут ауыл советы, Көйөргәҙе районы |
Вафат булған көнө | 16 май 1938 |
Һөнәр төрө | уҡытыусы |
Солтанморат Әбделмән улы Абдусәләмов 1870 йылдың декабрендә Яманһары ауылында (хәҙер — Башҡортостандың Көйөргәҙе районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте — башҡорт. Ҡазан уҡытыусылар семинарияһын тамамлаған.
1897—1918 йылдың майына тиклем — Уҫы өйәҙе Ҡарый ауылында урыҫ-башҡорт халыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.
1917 йылда. — Уҫы өйәҙ земство идаралығы Милли Шура ағзаһы.
1917 йылдың 22 ноябрендә эсерҙар партияһынан Пермь губерна земство управаһына ағза итеп һайлана, ләкин декабрҙә был вазифанан баш тарта.
1918 йылдың июненән — 1919 йылдың июненә тиклем — Уҫы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары. Уҫы өйәҙе территорияһында ойошторолған «ҡыҙыл террор»ҙа әүҙем ҡатнашҡан. Бер ни тиклем ваҡыт Түбәнге Новгород губернаһындағы Лукоянов ҡалаһында эвакуацияла була, артабан — РКП (б)-ның Ҡазан губерна комитеты ҡулы аҫтында эшләй.
1919 йылдың июле ахырында Уҫы ҡалаһына әйләнеп ҡайта — Уҫы өйәҙ халыҡ мәғарифы бүлегенең мөдир урынбаҫары һәм мөдире булып эшләй.
1923—1924 йылдарҙа Сарапул округ башҡарма комитеты эргәһендәге милли аҙсылыҡ бүлеге мөдире.
1924 йылдан алып 1927 йылдың 1 мартына тиклем — ВКП (б)-ның Барҙы район комитетының яуаплы секретары һәм район башҡарма комитеты президиумы ағзаһы.
Советтарҙың 2 — 6-сы, 9-сы һәм 10-сы Бөтә Рәсәй съездары делегаты.
1930-сы йылдарҙа — Уҫы районы эшсе-крәҫтиән инспекцияһы контроль комиссияһы рәйесе.
1932—1934 йылдарҙа — Уҫы районы Эшсе-Крәҫтиән Инспекцияһы Контроль Комиссияһының партия тәфтишсеһе.
1933 йылдан төбәк әһәмиәтендәге пенсионер, 2-се төркөм инвалиды була.
1937 йылда Свердловск Урҙа (Ордынский) районы Ҡарый ауылына күсә.
1937 йылдың 19 июлендә яҙған ялыуында, диетала булғанлыҡтан, «ярым ас тормош көтәм» ти, 3-4 ай пенсия алмауын белдерә.
1938 йылдың 16 февралендә ҡулға алына. 13 майҙа юғары яза — атыу тураһында хөкөм сығарыла һәм 16 майҙа атып үлтерелә.
«Пермь губернаһы Уҫы өйәҙе башҡорт ауылдары тураһында этнографик яҙмалар» тигән хеҙмәттең авторы[2].
Советтарҙың Бөтә Рәсәй съездарына делегат итеп һайлана:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.