From Wikipedia, the free encyclopedia
Абдрахманов Рәфил Фазыл улы (5 апрель 1942 йыл) — ғалим-гидрогеолог, университет уҡытыусыһы. Геология-минералогия фәндәре докторы (1993), профессор (1996), Башҡортостан Республикаһының (2000) һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011), Аграр белем биреүҙең халыҡ-ара академияһы ағзаһы (академик) (2000) һәм Экология, кеше һәм тәбиғәт именлеге фәндәренең халыҡ-ара академияһы мөхбир ағзаһы (академик) (2002)[1],[2]. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017)[3][4].
Абдрахманов Рәфил Фазыл улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 5 апрель 1942 (82 йәш) |
Тыуған урыны | Оло Аҡа, Мәсетле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | химик |
Эшмәкәрлек төрө | Гидрогеология[d] |
Эш урыны | Геология институты (Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге) |
Уҡыу йорто | Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | геология-минералогия фәндәре докторы[d] (1993) |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Автобиографик китабына таянып төҙөлдө[1].
1942 йылдың 5 апрелендә БАССР‑ҙың Мәсетле районы Оло Аҡа ауылында тыуған.
1949—1959 йылдарҙа Оло Аҡа урта мәктәбендә белем ала.
1959—1964 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының география факультетында уҡый.
1962—1963 — Дмитрий Герасимович Ожиганов етәкселегендәге геология отряды экспедицияларында ҡатнаша.
1964—1965 — Совет Армияһында хеҙмәт итә.
1965—1968 — Балаҡатай районы Ҡарлыхан урта мәктәбе директоры булып эшләй. 1967 йылда Балаҡатай районында беренсе булып Ҡарлыхан урта мәктәбендә Хәрби һәм хеҙмәт даны музейы асыуға өлгөшә. Шул уҡ йылда Башҡорт АССР-ы уҡытыусыларының V съезына делегат итеп һайлана. 1968 йылда КПСС сафына ҡабул ителә, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ҡарамағындағы ике йыллыҡ партия мәктәбен тамамлай.
1968 йылда Өфөгә күсә, «Башспецнефтестрой» тресының 8-се төҙөлөш-монтаж идаралығына геодезист булып эшкә инә, һуңынан мастер булып эшләй.
1970 йылдан хеҙмәт юлын «Башгипроводхоз» проект-тикшеренеүҙәр институтында дауам итә: инженер, өлкән инженер-гидрогеолог (1971—1973), тикшеренеүҙәр отряды (1973) һәм тикшеренеүҙәр партияһы етәксеһе (1973 йылдан) вазифаларын башҡара. Институтта тәүге партия ойошмаһы секретары була (1971—1974).
1970—1974 — СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалының Геология институты аспирантураһында ситтән тороп уҡый.
1977 йылдан СССР Фәндәр академияһының Башҡорт филиалы Геология институтында (әлеге ваҡытта Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Геология институты) өлкән инженер, кесе ғилми хеҙмәткәр (1977—1982), өлкән ғилми хеҙмәткәр (1982—1989), әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәр (1989—1991), гидрогеология һәм геоэкология лабораторияһы мөдире (1991—1994), бер үк ваҡытта 1986—1989 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының гидравлика һәм ГТС кафедраһында өлкән уҡытыусы, доцент (1987 йылдан) булып эшләй.
1994—2007 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының гидрогеология, биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм һуғарыу кафедраһы мөдире, 1996 йылдан гидрогеология, биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм һуғарыу кафедраһы һәм 2004 йылдан тәбиғәт төҙөлөшө кафедраһы профессоры, диссертациялар яҡлау советы ағзаһы, бер үк ваҡытта Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Геология институтында гидрогеология һәм геоэкология лабораторияһы мөдире.
2007—2012 йылдарҙа Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Геология институтының фән буйынса директор урынбаҫары, әлеге ваҡытҡа тиклем гидрогеология һәм геоэкология лабораторияһы мөдире вазифаларын башҡара. Бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡытыу эшен дауам итә.
Башҡортостан Республикаһының гидрогеология өлкәһендәге беренсе геология-минералогия фәндәре докторы. Фәнни тикшеренеүҙәре Көньяҡ Урал һәм Урал алды ер аҫты гидросфераһының өҫкө ҡатламындағы гидрогеодинамик һәм гидрогеохимик төҙөлөшөн, ер аҫты һыуҙарының барлыҡҡа килеүе һәм урынлашыуы, уларҙы файҙаланыу, бысраныуҙан һәм кәмеүҙән һаҡлау проблемаларын өйрәнеүгә бәйле. Ауыл хужалығын һыу менән тәьмин итеү, нефть сығарыу, нефть химияһы, эре агросәнәғәт эшмәкәрлеге алып барылған райондарҙа ер аҫты гидросфераһын һаҡлау мәсьәләләре төп ғилми эшмәкәрлеге булып тора. Йомағужа һыуһаҡлағысына, республиканың карст ҡатламдарына ҡағылышлы ғилми эштәре бар.
Башҡортостан Республикаһының Һыу кодексын төҙөүҙә ҡатнаша.
Башҡортостан Республикаһының шифахана-курорт селтәрен үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыуҙа ҙур әүҙемлек күрһәтә, Бүздәк, Дүртөйлө, Оло Ыҡтамаҡ (Мәсетле районы), Хазина (Краснокама районы) минераль һыу ятҡылыҡтарын асыуҙа ҡатнаша.
350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 17 монография һәм 6 ғилми брошюра авторы. Уның етәкселегендә 3 докторлыҡ һәм 8 кандидатлыҡ диссертациялары яҡланған.
Башҡорт энциклопедияһын, Башҡортостан Республикаһы Атласын (2005), Балаҡатай һәм Шишмә райондары белешмә китаптарын баҫмаға әҙерләүҙә һиҙелерлек өлөш индерә. Мәсетле районы энциклопедияһының («Мечетлинский район Республики Башкортостан» (рус.)) йәмғиәт башланғысындағы редколлегия етәксеһе һәм энциклопедия мәҡәләләре авторы.
Геология институты, ИРБИС сайты һәм «Хәтер еллары»[1] китабы мәғлүмәттәре буйынса төҙөлдө.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.