Әхмәҙиев Әмир Муллағәли улы
иҡтисадсы-ғалим From Wikipedia, the free encyclopedia
иҡтисадсы-ғалим From Wikipedia, the free encyclopedia
Әхмәҙиев Әмир Муллағәли улы (16 декабрь 1948 йыл) — комсомол, партия һәм муниципаль органдар, ауыл хужалығы һәм банк системаһы хеҙмәткәре, ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2001). Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1995) Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. ВЛКСМ-дың XXVIII съезы делегаты (1978). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994) һәм мәғариф отличнигы (2010).
Әхмәҙиев Әмир Муллағәли улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 16 декабрь 1948[1] (75 йәш) |
Тыуған урыны | Раевка, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Әмир Муллағәли улы Әхмәҙиев 1948 йылдың 16 декабрендә Әлшәй районы Раевка ҡасабаһында тыуған.
Хеҙмәт юлын 1966 йылда Өфөлә 21-се төҙөлөш тресында балта оҫтаһы булып башлай. Артабан Өфө синтетик спирт заводында өлкән машинист, техник быяла сүс заводында оператор булып эшләй.
Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң ВЛКСМ-дың Әлшәй район комитетының беренсе секретары итеп һайлана.[2]
1979—1985 йылдарҙа Әлшәй районының «Родина» колхозы рәйесе булып эшләй.
1985—1988 йылдарҙа Яңы Раевка совхозы директоры.
1988 йылда КПСС-тың Әлшәй район комитетының беренсе секретары итеп һайлана.
1991 йылдан халыҡ депутаттарының Әлшәй район Советы рәйесе вазифаһында эшлй.
Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана[3] .
Өйләнгән, ҡатыны менән өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.