From Wikipedia, the free encyclopedia
Һимереү (лат. adipositas — аңлата: «һимереү» һәм лат. obesitas — аңлата: тулы кәүҙә, йыуанлыҡ, һимеҙлек) — май бөрөү, кәүҙә ауырлығының май туҡымаһы иҫәбенә артыуы. Май туҡымаһы физиологик үҫеү урындарында ла, түш биҙҙәрендә лә, янбашта ла, ҡорһаҡта ла үҫә ала. Әлеге ваҡытта һимереү хроник алмашыныу сире тип йөрөтөлә, төрлө йәштә саҡта май туҡымаһы саманан тыш йыйылыуы сәбәпле халыҡтың тән ауырлығы артыу, дөйөм сир һәм үлем осраҡтары күбәйеү күҙәтелә. Һимереү менән ауырыу цивилизациялы илдәрҙә генетик пулда үҙгәрештәр булмаһа ла, нәҫелдән килгән факторҙарға ҡарамайса, һимереү сире менән сирләүселәр һаны арта бара[1].
Һимереү | |
| |
МКБ-10 |
E66. |
---|---|
МКБ-9 |
278 |
DiseasesDB |
9099 |
MedlinePlus |
003101 |
eMedicine | |
Һимереү Викимилектә | |
Һимереү организмда энергияны үҙләштереү һәм уны сарыф итеү араһындағы дисбаланс арҡаһында килеп сыға. Тән ауырлығын организмда регуляциялау организмдың энергетик системаһын контролләүсе бер береһе менән бәйле системаларҙың үҙ- ара ҡатлаулы тәьҫир итешеүе арҡаһында бара: үҙләштерелгән энергия (калорийҙар) = сарыфланған энергия. Һимереүгә ыңғай энергетик баланс (гиподинамия) һәм еңел үҙләштерелеүсе калорийҙар сығанағы килтерә, артыҡ калорийҙар организмда триглицеридтарҙың май туҡымаһыда йыйылыуына килтерә. Энергетик тигеҙләнеште тотороҡландырыу өсөн организм гормондар кимәлен көйләргә ,энергия исрафлауҙы кәметергә, файҙалы матдәләрҙе үҙләштереүҙе яҡшыртырға, туҡланыу тәртибен үҙгәртергә (аппетитты әҙәйтергә]), етмәгән энергияны май энергия депоһынан алырға тейеш. Ошо атап кителгән һәр бер өлөш айырым гендар менән көйләнә[1].
Һимереү менән яфаланған ғаиләләрҙә гендар тарафынан алдан билдәләнгәнлек күренеп тора. Кешелек килеп сығыу һәм үҫешеү тарихы дәүерендә, тән ауырлығын көйләү өсөн яуап биргән гендар эволюциялаған, тик файҙалы матдәләрҙе үҙләштереүҙе билдәләүсе һәм ғәҙәти физик активлыҡты әҙәйтеүсе тирә яҡ мөхит факторҙары ла һиҙелерлек үҙгәрҙе[1].
Һимереү түбәндәге сәбәптәр арҡаһында булырға мөмкин:
Эволюция процесcында кеше организмы туҡлыҡлы матдәләр запасын күп саҡта йыйып ҡалырға, был запасты ашарға аҙыҡты бөтөнләй табып булмағанда, йә иһә ашарға әҙ булғанда, тотонорға өйрәнгән — был өҫтөнлөктө эволюция биргән һәм ул кешегә иҫән ҡалырға мөмкинлек биргән. Борон заманда тулы кәүҙә имен тормош, байлыҡ, мул уңыш һәм һаулыҡ билдәһе булған. Миҫал булып, беҙҙең эрға тиклем 22-се меңйыллыҡта эшләнгән « Виллендорф Венераһы» (Venus of Willendorf) скульптураһы тора (бәлки был иң боронғо әлегә билдәле һимереү иллюстрацияһылыр).
Үҙәктән һимереү тип ҡорһаҡта йыйылған май ҡатламын йөрөтәләр. Үҙәктән һимереү һимереүҙең иң ҡурҡыныс төрө тип иҫәпләнә һәм, статистика буйынса, йөрәк сиренә, ҡан баҫымы күтәрелеүе һәм шәкәр диабетына килтереү менән янай. Үҙәктән һимереүҙе («пивной живот»), күптәр уйлағанса, һыра эсеү менән бәйләү раҫлау тапмай: тән ауырлығы индексы ла, бил менән янбаш дәүмәле(en:Waist-hip ratio) нисбәте лә һыра эсеүгә бәйле түгел[9].
Бил әйләнәһе менән янбаш әйләнәһе дәүмәле нисбәте ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 0,8-ҙән, ирҙәр өсөн 0,95 артһа, пациент үҙәк һимереү менән сирле тип иҫәпләнә.
Һимереүҙең патологик типтары, ҡағиҙә булараҡ, кешенең эндокрин системаһындағы май алмашыныуының боҙолоуына бәйле.
Һимереү (йыйылған май ҡатламы миҡдарына ҡарап) бер нисә дәрәжәгә һәм төргә (уны булдырған сәбәптәрҙән сығып) бүленә. Һимереү шәкәр диабеты, гипертония сиренә һәм башҡа артыҡ тән ауырлығы менән бәйле башҡа сирҙәргә китереү хәүефен арттыра. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы (ВОЗ) мәғлүмәттәре буйынса, ирҙәрҙең бил әйләнәһе дәүмәле 94 сантиметрҙан, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙың 80 сантиметрҙан артһа, һимереү менән бергә була торған сирҙәр хәүефе бермә-бер арта. Һимереүгә килтереүсе сәбәптәр шулай уҡ май туҡымаһының ары таралыуына, май туҡымаһының характеристикаһына (йомшаҡлығына, тығыҙлығына, нисә процент шыйыҡса барлығына), шулай уҡ тиреләге үҙгәрештәрҙең булыу-булмауына (тире һуҙылыуға, тиреләге күҙәүҙәр киңәйеүенә, «целлюлит»ҡа) килтерә.
2013 йыл да Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы ойошмаһы һимереү проблемалары буйынса хисап-мәғлүмәт (отчет) баҫтырып сығара[10]. Отчет төҙөү өсөн Берләшкән милләттәр ойошмаһы (БМО) 2008 йыл мәғлүмәттәрен файҙалана. Түбәндә БМО доклады буйынса һимереү сире иң ныҡ таралған 20 ил күрһәтелгән таблица:
Ил | Һимереүҙән яфаланған кешеләрҙең проценты |
---|---|
Мексика | 32,8 |
АҠШ | 31,8 |
Сүриә | 31,6 |
Венесуэла, Ливия | 30,8 |
Тринидад һәм Тобаго | 30,0 |
Вануату | 29,8 |
Ираҡ, Аргентина | 29,4 |
Төркиә | 29,3 |
Чили | 29,1 |
Чехия | 28,7 |
Ливан | 28,2 |
Яңы Зеландия, Словения | 28,0 |
Сальвадор | 27,9 |
Мальта | 27,6 |
Панама, Антигуа һәм Барбуда | 26,8 |
Израиль | 26,5 |
Австралия, Сент-Винсент һәм Гренадин | 26,1 |
Доминика | 26,0 |
Бөйөк Британия | 24,9 |
Рәсәй | 24,9 |
Венгрия | 24,8 |
Рәсәй медицина фәндәре академияһының фәнни-тикшеренеү институты директоры, Рәсәй медицина фәндәре академияһы Президиумының баш фәнни сәркәтибе Виктор Тутельян 2005 йылда билдәләүенсә: «Беҙҙең Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың 60 % һәм ирҙәрҙең 50 % — уртаса алғанда 57,5 % (Рәсәй Федерацияһында 8 ир кешегә 9 ҡатын-ҡыҙ тура килә) — артыҡ тән ауырлығынан интегә. Беҙҙең илдә үлем осраҡтарының 57,5 % йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә тура килә. Был сирҙәр йышыраҡ кешеләрҙең тән ауырлығы артыҡ булғанға килеп сыға»[11].
Мексикала, үҙ сиратында, 2008 йылда 70 % кеше артыҡ тән ауырлығынан интеккән, шул иҫәптән — 32,8 % һимереүҙән (2009 йылда уларҙың һаны 30 %-ҡа хәтле кәмегән)[12].
2016 йылда «The Lancet» журналы 2025 йылға һимереү менән планетаның 20 % яфаланасаҡ, тип иҫбатлаған тикшеренеү һөҙөтәләрен баҫтырып сығарған[13].
Һимереүҙең клиник күренеше күп калорийлы аҙыҡ ашап, энергияны әҙерәк сарыф итеү[1] нәтижәһендә майҙың тәндең төрлө өлөшөндә йыйылыуы менән характерлана.
Медицина практикаһында һимереүҙе диагностикалау өсөн йышыраҡ тән ауырлығы индексын ҡулланалар (ИМТ — индекс массы тела)[1]. Шулай уҡ тән ауырлығы индексынан айырмалы рәүештә кешенең тән өҙөлөшөн иҫәпкә алыусы Борнгардт индексын да ҡулланалар.
Артыҡ ауырлыҡ күрһәткесе булып, тән ауырлығы индексы тора (ИМТ).
Тән ауырлығы индексы (ИМТ) = тән ауырлығы/ буй оҙонлоғо2 (кг/м2).
2000 йылда Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы монголоид расаһына ҡараған кешеләр өсөн артыҡ ауырлыҡ күрһәткесенең сиген 25-тән 23 кг/м2 хәтле, ә һимереү күрһәткесе сиген 30 килограмдан 25 кг/м2 хәтле күсерҙе. Бының сәбәбе- эпидемиологик тикшеренеүҙәр монголоидтарҙың тулы кәүҙәлелек менән бәйле проблемаларҙан тән ауырлығы индексы түбәнерәк саҡта уҡ интегә башлауын күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер тикшеренеүселәр негроид расаһы һәм Полинезия кешеләре өсөн артыҡ тән ауырлығы күрһәткесе сиген 25-тән 26-ға, ә һимереү күрһәткесе сиген — 30-ҙан 32 кг/м2 тиклем күтәрәргә тәҡдим итәләр.
Тән ауырлығы индексы 40 һәм унан юғарыраҡ булһа, хатта һимеҙлек ҡыйынлыҡтар тыуҙырмаһа ла, морбид (ауырыуҙан булған) һимереү тип атала. Икенсе типтағы шәкәр диабеты, артериаль гипертония, дислипидемия һәм аяҡ- ҡул быуындары патологияһы булғанда, һимереү тән ауырлығы индексы 35 һәм унан юғарыраҡ булғанда уҡ, морбид тип классификациялана.
Тән ауырлығы индексы май/мышцалар нисбәтен һәм майҙың тәндә урынлашыу төрөн иҫәпкә алмаған өсөн тәнҡитләнә. Ит массаһы әҙ булған оло кеше, мәҫәлән, идеаль ауырлыҡлы кеше тип классификацияланыуы, шул уҡ ваҡытта мускулдары ныҡ үҫешкән спортсмендың артыҡ ауырлыҡлы йәки һимергәндәр рәтенә индерелеүе бар. Шуға ҡарамаҫтан, тән ауырлығы индексы берҙән-бер халыҡ-ара танылған артыҡ ауырлыҡ билдәһе критерийы булып ҡала .
Май ҡатламының кеше организмындағы дәүмәлен билдәләүҙең иң теүәл ысулы булып, МРТ[1] тора.
Ябай тормошта кешенең тәнендәге май дәүмәле биоимпедансометрия ысулы менән тән составы анализаторы булған үлсәү менән билдәләнә.
Артыҡ тән ауырлығы булған кешеләр үҙ кәүҙәһен арҡырыға ныҡ йәйелгән тип иҫәпләй, был хәл кешенең үҙ кәүҙәһенең тышҡы ҡиәфәте менән ризаһыҙлығын тыуҙыра[15].
Йыш ҡынадиеталар нығыраҡ һимереүгә килтерә. Сәбәбе шунда — наҡыҫ диета (калорийҙарҙы ҡулланыуҙы киҫкен әҙәйткән хәлдә) тиҙ генә ауырлыҡты түбәнәйтергә ярҙам итә, тик диетаны тотмай башлағас, аппетит көсәйә, аҙыҡты үҙләштереү яҡшыра һәм ауырлыҡ диета тота башлағансы булғанға ҡарағанда ла күберәккә арта. Әгәр ҙә һимереү менән яфаланған кеше яңынан ябығырға теләһә, һәр уҡталған һайын ауырлыҡты кәметеү ауырыраҡ була, ә ауырлыҡ артыу еңелерәк, артыҡ йыйылған ауырлыҡ һәр уҡталған һайын күберәк була бара. Шуның өсөн тиҙ генә нәтижәгә ирешеүгә (тиҙ арала нисек тә булһа күберәк ауырлыҡтан ҡотолоуға) йүнәлтелгән диеталар — зыянлы һәм ҡурҡыныс эш. Унан тыш, ҡайһы бер ябыҡтырыусы препараттарҙа һейҙек ҡыуҙырыусы һәм эсте йомшартыусы компоненттар бар, ә был майҙы түгел, һыуҙы юғатыуға килтерә. Организмдағы һыуҙы юғалтыу һимереү менән көрәш өсөн файҙаһыҙ, сәләмәтлек өсөн зыянлы, ә диетаны тотмай башлағанда тән ауырлығы кире урынына ҡайта.
Рациондың энегрия ҡиммәтен түбәнәйтеүгә нигеҙләнгән дауалау төрҙәре һөҙөмтәләре оҙаҡҡа барыуы шикләндертә (бындай дауалау врач күҙәтеүе аҫтында, йә медицина контроле булмаған килеш үткәрелеүенә ҡарамаҫтан)[16] . Америка психологы Трейси Манн һәм уның коллегалары тикшеренеүҙәренә ҡарағанда, диеталар һимереү менән көрәш ҡоралы булараҡ бөтөнләй файҙаһыҙ[17][18].
Шулай ҙа аҙыҡтың калорийҙарын һәм алған калорийҙарҙың физик йөкләнешкә (хәрәкәткә) тап килеүен тейешенсә контролдә тотмайынса, һимереүҙе уңышлы даулап булмай. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ауырлыҡты кәметер өсөн ғәҙәти аҙыҡ калорийҙарын иҫәпләп сығарырға, шунан ай һайын калорийҙарҙы кәрәкле энергия кимәленән 300—500 ккал әҙерәккә ҡалғансы 500 ккал-ға әҙәйтергә тәҡдим итә. Физик хеҙмәт менән шөғөлләнмәгәндәр өсөн был күрһәткес 1500—2000 ккал.
Ғалимдар асыҡлауынса, майы әҙ процентлы һөт аҙыҡтарын көн дә ҡулланыусылар һирәгерәк артыҡ ауырлыҡ йыялар һәм метаболик синдром[19] менән һирәгерәк ауырыйҙар.
Һимереүҙе дауалауҙа ҡулланылған тәртип көйләүсе терапия ысулдарын ҡулланыу үҙ үҙеңде ҡулда тотоу, ашауға ҡарашты һәм уның менән бәйле ғәҙәттәрҙе үҙгәртеүгә, физик йөкләнеште арттырыуға һәм ышаныслы социаль ярҙам булдырыуға йүнәлтелгән. Контроль аҫтында барған тикшеренеүҙәр барышында асыҡланыуынса, ҡайһы пациентҡа был ысул ҡулланылған, шул элекке ауырлығын башҡа төрлө дауалау ысулдарын ҡулланғандарға ҡарағанда һирәгерәк кире йыйған[16] .
Канада ғалимдары асыҡлауынса, кешенең ата-әсәһе менән насар мөнәсәбәттә булыуы һимереүгә килтереүе мөмкин. Һәм киреһенсә,айырып әйткәндә, атай менән яҡшы мөнәсәбәттәр, нормаль ауырлыҡты һаҡлауға булышлыҡ итә[20].
Дарыуҙар, ҡағиҙә булараҡ, ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа хәлде яҡшырта ала, тик һөҙөмтә оҙаҡҡа бармай[16] . Әгәр дарыуҙар ҡулланыуҙы туҡтатҡандан һуң пациент тормош рәүешен үҙгәртмәһә, диета тотоу буйынса күрһәтмәләрҙе үтәмәһә, тән ауырлығы кире арта башлай. Был бәлки артыҡ ауырлыҡтың гипоталамуста май туҡымаһы эшен көйләүҙе боҙоусының кире ҡайтмаҫлыҡ ҡуҙғыу процесстарын ҡуҙғытыуы менән бәйлелер[21]. Һәр бер препарат табип тарафынан индивидуаль рәүештә һайлана[1]:
Һимереүҙе дауалау өсөн әйберҙәр күп булһа ла, уларҙың барыһы ла тиерлек АҠШ-тың аҙыҡ һәм дарыуҙарҙың сифатын тикшереү идараһы тарафынан ауыр өҫтәмә эҙемтәләре арҡаһында тыйылған. Хәҙерге көнгә шуларҙың бишеһе раҫланған[24]: орлистат, лоркасерин (инг.), фентермин-топирамат, бупропион-налтрексон һәм лираглутид (инг.).
Диета һәм дарыуҙар менән дауалау менән бер рәттән үҫемлектәрҙән эшләнгән сәй йә иһә башҡа шифалы нәмәләр кеүек препараттарҙы ла ҡулланырға була, тик уларҙың составын[1] бик яҡшы белергә кәрәк.
Оҙайлы тикшеренеүҙәр нигеҙендә һимереүҙе дауалауҙа иң яҡшы һөҙөмтәне хирургик операция (бариатрик хирургия) бирә икәне асыҡланған. Тик хирургик операция ғына был проблеманан ҡотолорға ярҙам итә. Әлеге вҡытта доньяла өс төр операция иң йыш ҡулланғандар иҫәбендә. Был өс операция бариатрик хирургияның күп йыллыҡ эволюцияһы аша һайланды, улар иң әҙ өҫтәмә хәүеф тыуҙыра һәм иң яҡшы һөҙөмтә бирә, тип иҫәпләнә:
Тасуирланған ошо өс стандарт операциянан тыш күп кенә башҡа төрлө операциялар ҙа тәҡдим ителә..
Хәҙерге заманда бөтә бариартрик операциялар ҙа лапароскопия юлы (йәғни ҡорһаҡты ярмайынса, тишек аша) менән бәләкәй генә оптик система контроле аҫтында эшләнә.
Шуны әйтеп китәбеҙ, пластик хирургияла ҡулланылған, липосакция һәм абдоминопластика кеүек операциялар, һимереү менән көрәшеү ысыулы түгел, ә тәндең ҡайһы бер урындарындағы косметик дефекттарҙы төҙәтеү ысулы ғына. Липосакциянан һуң май менән артыҡ ауырлыҡ күләме бер аҙ кәмеһә лә, Бөйөк Британия табибтары тикшеренеүҙәренә ҡарағанда, бындай операцияның һаулыҡ өсөн файҙаһы юҡ[29][30]. Һаулыҡҡа, тимәк, тире аҫтындағы май түгел, ә ҡарынъяуҙа- эс майындағы һәм ҡорһаҡтағы эске органдарҙы уратып алған висцераль май[31] зыян итә. Элегерәк ауырлыҡты әҙәйтеү өсөн ара-тирә липосакция операцияһын эшләштереп ҡарай инеләр(мегалипосакция- 10 кг май алып ташлау), ләкин хәҙер уны бик ныҡ зыянлы һәм хәүфеле процедура, тип иҫәпләйҙәр һәм ҡулланмайҙар, сөнки ул бик ауыр эҙемтәләргә һәм тупаҫ косметик проблемаларға (тире өҫтөнөң тигеҙһеҙлегенә) килтерә. Хатта тире аҫты липосакцияһын эшләү (мәҫәлән, ҡорһаҡта), һаулыҡ өсөн зыянлы висцераль майҙың компенсация формаһында (яңынан) артыуына[32] килтерә. Шулай итеп, һимереү менән көрәштә пластик түгел, ә бариатрик хирургия ҡулланыла.
Һимереүҙе операция юлы менән дауалау өсөн ҡәтғи талаптар бар, ул артыҡ ауырлығы бар тип уйлаған бер кешегә яһала алмай. Һимереүҙе хирургик юл менән дауалауҙы тән ауырлығы индексы 40-тан артҡандарға эшләп була, тип иҫәпләнә. Әгәр ҙә, пациенттың икенсе төр шәкәр диабеты, гипертония ауырыуы, веналарҙың варикоз киңәйеүе һәм аяҡ быуындары һыҙлауы күҙәтелһә, тән ауырлығы индексы 35 булғанда уҡ операция эшләнеүе мөмкин. Һуңғы ваҡытта халыҡ-ара әҙәбиәттә тән ауырлығы индексы 30 һәм унан да юғарыраҡ булғанда Бандажирование желудка|ашҡаҙанды бандажлау осраҡтары тураһында мәғлүмәт осрай. 2011 йылдың февраленән АҠШ-тың лицензия биреүсе органы FDA тән ауырлығы индексы 30-ҙан артҡанда[33] ашҡаҙанды бандажлауҙы рөхсәт иткән. Дөрөҫөн әйткәндә, бындай рөхсәт тик бер төр бандаж моделенә генә ҡағыла (LapBand).
10 % -ҡа яҡын осраҡта әсе һелтеле менән рефлюкс ҡушыла, йәғни ҡыҙылүңәскә ашҡаҙандағы һәм бөйәндәге (двенадцатиперстная кишка) матдә ҡыҙылүңәскә инә. Рефлюкс һимеҙ, күп ашарға яратҡан кешеләрҙә(бигерәк тә төнгә ҡаршы), спиртлы эсемлектәр, кофе эсергә яратыусыларҙа, тәмәке тартҡан кешеләрҙә үҫешә.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы (ВОЗ) статистикаһы буйынса, донъяла йөрәк- ҡан тамыры ауырыуҙары үлем осраҡтарының иң төп сәбәбе булып тора. Тик 2012 йылда ғыына йөрәк-ҡан тамыры ауырыуҙарынан (ССЗ) 17 миллиондан ашыу кеше үлгән. Йөрәк менән бәйле проблемаларҙың төп сәбәбе булып, артыҡ тән ауырлығы, шул иҫәптән, висцераль май нормаһы артыу тора.[34]
Күп осраҡта һимереүҙең формаһынан, кимәленән, насар эҙемтәләре барлығынан, йә юҡлығынан һәм башҡа сирҙәр[1] булыуынан тора.
Артыҡ тән ауырлығы хатта ауырыуҙың матдәләр алышыныуы боҙолмаған хәлдә лә «сәләмәтлек» билдәһе түгел — ваҡыт үтеү менән көсәйеүсе, ғүмер өсөн ҡурҡыныс менән янаған башҡа факторҙар бар; артыҡ тән ауырлығы теге, йәки был йөрәк-ҡан тамыры ауырыуына килтерә[35].
Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусының һимереү кимәленән сығып, хеҙмәткә алыу шарттары билдәләнә. РФ Хөкүмәтенең 2013 йылдың 4 июлендә сыҡҡан ҡарары буйынса (№ 565 «Об утверждении Положения о военно-врачебной экспертизе» (ст. 13 Расписания болезней)), хеҙмәткә саҡырылыусыға түбәндәге яраҡлылыҡ категориялары[36] билдәләнә:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.