Ҡуртамыш районы
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡуртамыш районы — Рәсәйҙең Ҡурған өлкәһе административ-территориаль берәмеге (район) һәм муниципаль берәмек (муниципаль район).
Административ үҙәге — Ҡуртамыш ҡалаһы.
Район Ҡурған өлкәһенең көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан һәм Ҡаҙағстан, шулай уҡ Ҡурған өлкәһенең Сиҙәм, Әлмән, Мишкә, Юрғамыш, Кетовский, Притобольный, Звериноголовский райондары менән сиктәш.
1924 йылда район Урал өлкәһе составында ойошторолған. 1934 йылда яңы төҙөлгән Силәбе өлкәһенә, 1943 йылда — Ҡурған өлкәһе составына инә.
Ҡала шарттарында (Куртамыш ҡалаһында) район халҡының 56,95 проценты йәшәй .
2010 йылдың халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса: урыҫтар — 95,2 %, ҡаҙаҡтар — 2,5 %.
Административ-территориаль ҡоролош сиктәрендә районға административ-территориаль берәмектәргә бүленгән: 1 район буйһоноуындағы ҡалаһы һәм 15 ауыл советы бар[24][25].
Муниципаль ҡоролош сиктәрендә, шул исемдәге муниципаль районға 16 муниципаль берәмек, шул иҫәптән 1 ҡала биләмәһе, 15 ауыл биләмәһе[26]инә.Невозможно определить количество столбцов2004 йылдың 6 июлендә Ҡурған өлкәһе № 419 законына ярашлы[27] районға муниципаль район статусы бирелгән, уның территорияһында 21 муниципаль берәмек хасил була: 1 ҡала һәм 20 ауыл биләмәһе (ауыл советтары).
Ҡуртамыш районында 59 ауыл бар.Невозможно определить количество столбцов
Район иҡтисадының нигеҙен ауыл хужалығы етештереүе тәшкил итә. Ауыл хужалығы продукцияһы етештереү күләме буйынса иң ҙур район предприятиелары — яуаплылығы сикләнгән «Заготсервис» һәм яуаплылығы сикләнгән «Байраҡ» йәмғиәте. — Сәнәғәт предприятиелары — ЯСЙ «Кормовик» һәм «Виола».
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.