башҡорт журналисы, шағир From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡунафин Мөнир Сәхиулла улы (17 март 1971 йыл) — башҡорт журналисы, шағир. 2020 йылдың февраленән «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар һәм Яҙыусылар (2005) союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015)[1].
Ҡунафин Мөнир Сәхиулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 17 март 1971 (53 йәш) |
Тыуған урыны | Сәйетбаба ауылы, Сәйетбаба ауыл Советы, Ғафури районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | журналист |
Биләгән вазифаһы | баш мөхәррир[d] |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Әүҙемлек урыны | Ағиҙел (журнал) |
Ойошма ағзаһы | Рәсәй Журналистар союзы[d] һәм Рәсәй яҙыусылар союзы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин 1971 йылдың 17 мартында Башҡорт АССР-ы Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуған. 1988 йылда Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын, 1993 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай.
Хеҙмәт эшмәкәрлеге журналистика менән бәйле. «Йәшлек» республика йәштәре гәзитендә бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип, баш мөхәррир урынбаҫары була, артабан «Ватандаш» журналында бүлек мөдире булып эшләй.
2012—2020 йылдарҙа «Шоңҡар» йәштәр журналының баш мөхәррире була, 2020 йылдың февраленән — «Ағиҙел» әҙәби-нәфис һәм ижтимағи-сәйәси журналының баш мөхәррире[2].
2021 йылдың 27 майында әҙип Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнде[3]
Шиғриәт, проза менән бер рәттән Мөнир Ҡунафин драматургияла ла яңынан-яңы үрҙәр яулай. Уның Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры сәхнәләштереүендә «Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын…» философик спектакле[4] тамашасы тарафынан йылы ҡабул ителде. Драматургиялағы дебюты 2005 йыл: Ғафури районының Сәйетбаба ауылы халыҡ театры уның «Бер ус бойҙай» пьесаһын ҡуя.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.