From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡарткиҫәк (рус. Карткисяк) — Башҡортостан Республикаһының Асҡын районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 512 кеше була[1]. Почта индексы — 452899, ОКАТО коды — 80204818001.
Ауыл | |
Ҡарткиҫәк рус. Карткисяк | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы |
435 человек (2015) |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452899 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Ҡарткиҫәк ауыл советы, мәҙәниәт йорто, китапхана,Ҡарткиҫәк урта мәктәбе, почта бүлексәһе, фельдшер-акушерлыҡ пункты, шәхси эшҡыуар Р. Н. Шакировтың «Таң» һатыу итеү йорто бар. Ике шәхси эшҡыуар: Әбраров Д. Ш. « Малсылыҡ», Харисов И. В."Йылҡысылыҡ" менән шөғөлләнә. 1997 йылда мәсет төҙөлгән.2001йылдан ауылға газ үткән. 2008 йылдан тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшләй. Телефон, интернет, телевидение бар.
Ҡарткиҫәк — Асҡын районында урынлашҡан төп башҡорт ауылдарының береһе. Уға бик боронғо башҡорт ҡәбиләләрен тәшкил иткән Һыу-танып һәм ун ҡәбиләләренә ҡараған башҡорттар нигеҙ һалған. Ауылда арыҡбай, суманай, мәнди, ҡәлмырҙа, алый тигән нәҫел (зат) исемдәре һаҡланып ҡалған. Ауылға кем нигеҙ һалғанын асыҡлаусы мәғлүмәттәр юҡ. Әммә мәғәнәһен бер ни тиклем асыҡлап була. Ә.З. Әсфәндиәровтың 1993 йылда «Китап» нәшриәтендә сыҡҡан Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий 2022 йыл 12 апрель архивланған. тигән бик файҙалы китабында был ауыл тарихы тураһында байтаҡ материал бар. Китапта шул ауылда тыуып үҫкән М. Н. Нурғәлиев ағайҙың версияһы килтерелгән. Уның буйынса был ауыл ҡарт һәм киҫәк «доля — өлөш» тигән һүҙҙән яһалған. Бының шулай булыуын раҫлаусы материалдар юҡ. Башҡорттарҙа ер өлөшөн, пайҙы башлыса бүләк һүҙе менән атап йөрөткәндәр. Ул «бүлеү — делить» тигәнде белдергән термин. Ә киҫәк һүҙе башлыса «зат, ырыу, нәҫел» мәғәнәһендә ҡулланылған. Пермь өлкәһе Барҙы районындағы Ҡайынауылда (икенсе исеме Березники) саҡай киҫәк, тау киҫәк, турғай киҫәк, әрәмәс киҫәк, юғары киҫәк тигән нәҫел (ара, аймаҡ) исемдәре бар. Үзбәк телендә лә кесек һүҙе хәҙер ҙә «ырыу» тигәнде белдерә. Ә ҡарт һүҙе «оло, ҙур» мәғәнәһендә ҡулланылған.. Шуның кеүек Ҡарткиҫәк ауылы ла «Оло ырыу, оло нәҫел, оло зат» тигәнде белдерә.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 512 | 259 | 253 | 50,6 | 49,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (96 %) йәшәй[2].
Урам исеме[3]
Ҡарткиҫәк ауылының ерле һөйләшендә күп кенә һүҙҙәрҙең башында п өнө ҡулланыла: пысаҡ, песән, патша.
-р өнө алдынан әҙәби телдәге -өй урынына -ү килә: үрә — әҙәби телдә өйрә: үрәнеү — өйрәнеү, сүрәү -һөйрәү. Был фонетик күренеш төньяҡ-көнсығыш һөйләштәрҙә лә бар.
Шулай уҡ Ҡарткиҫәк ауыуылының ерле һөйләшендә танып һөйләшенә хас уртаҡ һыҙаттар ҙа осрай.
Мәҫәлән:
с өнө урынына ч өнө ҡулланыла: чабыу — әҙәби телдә сабыу, аҡчарлаҡ — әҙәби телдә аҡсарлаҡ, чабын — әҙәби телдә сабын, чығыу — әҙәби телдә сығыу;
Һ өнө ғәрәп-фарсы һүҙҙәрендә төшөп ҡалыусан: әйбәт — әҙәби телдә һәйбәт.
Һүҙ башында к, т өндәре килгән бер төркөм һүҙҙәрҙең беренсе ижегендә башҡорт телендәге ә өнө урынына татар телендәге и өнө килә: ким — кәм, кирәк- кәрәк, тирән- тәрән, киңәш — кәңәш.
Киң һуҙынҡылы -ай, -әй өн ҡушылмаларының ялғауҙарҙа, бигерәк тә ҡылым ялғауҙарында, һаҡланыуы бөтә төньяҡ-көнбайыш зонала осрай: ҡалмай, бармайым, килмәйем. Тик ошолай ҙа, нәҙек һүҙҙәрҙә -әйе- өндәр ҡушылмаһы тик бер и өнөнә күсһә, ҡалын һүҙҙәрҙәге -айы- тарая: килмим, әйтмим, бармыйм.
Шулай итеп, Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылының ерле һөйләше башҡорт теленең төньяк -көнбайыш диалекттың ҡариҙел һөйләшенә ҡарай. Ә ҡариҙел һөйләше күп кенә үҙенсәлектәре менән төньяҡ-көнсығыш һөйләштәренә һәм төньяҡ-көнбайыш диалектының танып һөйләшенә яҡын килә.
Һәр бер төбәктең тәбиғи үҙенсәлектәре бар, шулай уҡ төрлө ерҙә йәшәгән халыҡтың диалекты ла, ҡайһы районда йәшәүенә һәм уның һөйләш телмәренә ҡарап, айырыла. Диалекттағы һүҙҙәрҙең күбеһен дөйөм башҡорт теленә хас һүҙҙәр тәшкил итә. Бер диалект вәкиле икенсе диалект вәкиле менән иркен аралаша ала. Шулай ҙа айырым диалектарҙа ошо халыҡ өсөн аңлайышлы ғына һүҙҙәр ҙә бар.
Ҡарткиҫәк ауылы һөйләше менән әҙәби тел араһында айырма ҙур булмаһа ла үҙенсәлекле күренештәрҙе осратырға була. Ҡартҡиҫәк ауыл һөйләшенең фонетик, лексик һәм морфологик төп үҙенсәлектәрен өйрәнеп, тупланған диалект һүҙҙәрҙе әҙәби тел менән сағыштырып « Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылы ерле һөйләшенең сағыштырма һүҙлеге» төҙөлдө.
Фонетик үҙенсәлектәр:
Әҙәби телдәге һ, ҫ өндәре урынына с өнөн ҡулланыу характерлы. Әҙәби телдә һыйыр, һары, һандуғас, һөйләштә сыйыр, сары, сандуғас.
Тартынҡыларҙың сиратлашыуы:
с-һ: сүрәт — әҙәби телдә һүрәт;б-в: балчыҡ -әҙәби телдә валсыҡ (крошка);п-б: пима — әҙәби телдә быйма;
ф-п: туфраҡ -әҙәби телдә тупраҡ;д-ҙ: адашҡан — әҙәби телдә аҙашҡан;т-д: тигәнәк — әҙәби телдә дегәнәк
Һуҙынҡылар өлкәһендә ошондай сиратлашыуҙар осрай:'
а-ә: һөйләштә җан — әҙәби телдә йән;й-и: һөйләштә йылау — әҙәби телдә илау;и-ы, и-ә: жиһан — әҙәби телдә йыһан, чәчкә — әҙәби телдә сәсәкә;ө-ү: йөгерү — әҙәби телдә йүгереү ;ө-о: дөнья — әҙәби телдә донъя;
ө-е: төйәү — әҙәби телдә тейәү.
Морфологик үҙенсәлектәр:
Һүҙҙәрҙә -лар/-ләр, -нар/-нәр күплек ялғауҙары ҡулланыла: малайлар -әҙәби телдә малайҙар, күлләр — әҙәби телдә күлдәр, урманнар — әҙәби телдә урмандар,үләннәр — әҙәби телдә үләндәр;
Ҡылымдарҙа -де /-ды ялғауҙары : ашады -әҙәби телдә ашаны, китерде -әҙәби телдә килтерҙе;
Исемдәрҙә -да/-дә ялғауҙары: бакчада — әҙәби телдә баҡсала, кәбестәдә- әҙәби телдә кәбеҫтәлә;
Зат алмаштары төбәү килештә -ңа ялғауы менән ҡулланыла: аңа — әҙәби телдә уға;
Һорау алмашының ошондай варианттары бар: нәмә?, нәрсә? — әҙәби телдә нимә?;
Лексик үҙенсәлектәр:
туған-ҡәрҙәшлек терминдары түбәндәгеләр:
Әни, әңкәй, инәй — әҙәби телдә әсәй;әти, әткәй — әҙәби телдә атай;дәү әни, ҡартый, нәнәй- әҙәби телдә өләсәй;дәү әти, ҡартатай — әҙәби телдә олатай;абый — әҙәби телдә ағай;апа — әҙәби телдә апай
ҡош, йәнлек, бөжәк атамалары:
песи- әҙәби телдә бесәй;үрдәк — әҙәби телдә өйрәк;
йәшелсә, емеш-еләк, үҫемлек атамалары:
ҡыҙыл ҡарағат — әҙәби телдә бөрлөгән;гөлйемеш- әҙәби телдә әлморон;бәрәңге — әҙәби телдә картуф;гөмбә, мәшкә — әҙәби телдә- бәшмәк;
аҙыҡ-түлек атамалары:
әпи, ипи — әҙәби телдә икмәк;сөт өстө- әҙәби телдә ҡаймаҡ;
һауыт-һаба атамалары:
ҡашыҡ -әҙәби телдә ҡалаҡ;шәшке — әҙәби телдә сынаяҡ
Предмет, тәбиғәт күренештәре, тән өлөшө атамалары:
Азбар — әҙәби телдә һарай;ҡапсыҡ -әҙәби телдә тоҡ;яфраҡ — әҙәби телдә миндек;бишек — әҙәби телдә сәңгелдәк;борон- әҙәби телдә танау;сүмәлә — әҙәби телдә кәбән
Ғөмүмән, Ҡарткиҫәк ауылының ерле һөйләшенең һүҙлек составы барлыҡ тематик ҡатламдар буйынса ла башҡорт лексикаһына нигеҙләнгән. Тик шулай ҙа уның бары тик үҙенә генә хас специфик лексика һаҡланып ҡалғанлығы күренә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.