From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғәлин Венер Йәғәфәр улы (2 апрель 1937 йыл) — ғалим-механик-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре кандидаты (1972), өлкән ғилми хеҙмәткәр (1981). Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты (2000), II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (1999).
Ғәлин Венер Йәғәфәр улы | |||
Тыуған көнө | |||
---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы Малаяҙ районы [1] Мәсетле ауылы | ||
Ил |
Рәсәй Федерацияһы
| ||
Альма-матер | |||
Ғилми дәрәжәһе |
физика-математика фәндәре кандидаты (1972) | ||
Награда һәм премиялары |
| ||
Венер Йәғәфәр улы Ғәлин 1937 йылдың 2 апрелендә Башҡорт АССР-ының Малаяҙ районы (хәҙерге Салауат районы) Мәсетле ауылында тыуған.
1956 — Өфө ҡалаһының 9-сы урта мәктәп-интернатын (балалар йорто) тамамлай.
1961 — Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетын тамамлай.
1961 йылдан Башҡорт дәүләт университетында эшләй.
1964 йылдан алып СССР Фәндәр академияһы Себер бүлегенең Бөтә Союз үҙәгендә ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта 1972 йылдан — Новосибирск университетында уҡыта.
1982 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһының иҫәп математика институтында өлкән, 1995 йылдан — әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта 1982—1992 — йылдарҙа Мәскәү физика-техник институтында уҡыта. Институттың фәнни совет ағзаһы. Физика-математика фәндәре кандидаты (1972), доцент.
Атмосфера физикаһы, радиация процестары, атмосфераның дөйөм циркуляция моделен үҙләштереү, программаға һалыу һ. б.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.