From Wikipedia, the free encyclopedia
Этнология (грек. ἔθνος «халыҡ» + λόγος "өйрәнеү, фән ") — этник процестарҙы өйрәнә торған фән, улар этник төркөмдәр, шулай уҡ башҡа этник йәмғиәттәр тормошоноң төрле яҡтары сағылышы булараҡ аңлашыла. Хәҙерге Рәсәй фәнендә термин ғәҙәттә этнография тигән традицион төшөнсә менән ҡатар ҡулланыла. Көнбайыш фәнендә этнография йышыраҡ тасуирлау, региональ дисциплина, ә этнология — теоретик, дөйөмләштереүсе фән булараҡ ҡабул ителә (сағ. география һәм геология).
Этнология | |
Этнология Викимилектә |
Этнологияға ҡараштарҙың береһе буйынса — ул антропологик социологик тикшеренеүҙәрҙең йүнәлеше, шул иҫәптән төрлө этнос һәм йәмғиәттең[1] йәшәйеш, фольклор, инаныс, мәҙәни һәм тарихи үҫешен сағыштырған социаль сиген үҙ эсенә ала.
Этнология маҡсаттары араһында кешелек тарихын тергеҙеү һәм яҡын туғандар араһында ҡан ҡатнашыуҙы тыйыу (табу) һәм мәҙәни үҙгәрештәр кеүек мәҙәниәтле инварианттарҙы, шулай уҡ " кеше табиғәте " тураһында дөйөм баһалама формалаштырыу ҡарала, был концепциялар XIX быуаттан бирле төрле фәлсәфәселәр (Георг Гегель, Маркс, структурализм һ.б.) тарафынан тәнҡитләнә.)[2] .
Этнология («халыҡтар тураһында фән») төшөнсәһе этнографик («халыҡтарҙы тасуирлау»), халыҡты өйрәнеү фәне (рус. народоведение), мәҙәни антропология[1] менән тығыҙ бәйләнгән.
Айырым этник төркөмдәрҙе үҙ мәҙәниәттәре менән туранан-тура бәйләнеш аша тикшереүсе этнография белән сағыштырғанда, этнология академик йәһәттән көслөрәк.
АҠШ-та был фән " мәҙәни антропология ", Бөйөк Британияла "социаль антропология " тип атала, ләкин этнология антропология тармағы ғына түгел. Этнология XVIII быуат ахырынан фәнни дисциплина булараҡ барлыҡҡа килә һәм кеше төркөмдәрен сағыштырма өйрәнеүҙә ҡулланылырға мөмкин.
Этнология үҫеше процесы (мәҙәни һәм социаль антропология) һәм уға бәйле фәндәр үҫеш процесында төрле йүнәлештәр һәм төшөнсәләр барлыҡҡа килә, уларҙың ҡайһы берҙәре фәндә йоғонтоһон бөтөнләй юғалтҡан, икенселәре, киреһенсә, бөгөнгө көндә лә актуаль. Ҡайһы бер мәктәптәрҙең концепциялары һәм йүнәлештәре бер-береһенә ҡаршы килмәй, йәшәү, үҫеш, этник төркөмдәрҙең барлыҡҡа килеүен төрле яҡтан ҡарай, ҡалғандары, киреһенсә, ҡырҡа ҡапма-ҡаршы булып сыға.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.