From Wikipedia, the free encyclopedia
Хәким Ғиләжев, Ғиләжев Лоҡман-Хәким Ғабдрахман улы (1 март 1923 йыл — 14 ноябрь 1997 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983), Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1973).
Хәким Ғиләжев | |||||
Исеме: |
Ғиләжев Лоҡман-Хәким Ғабдрахман улы | ||||
---|---|---|---|---|---|
Тыуған көнө: | |||||
Тыуған урыны: |
Ҡаңны-Төркәй ауыл, , Бәләбәй кантоны, БАССР[1] | ||||
Вафат булған көнө: | |||||
Вафат булған урыны: | |||||
Гражданлығы: | |||||
Премиялары: |
| ||||
Наградалары: |
| ||||
Лоҡман-Хәким Ғабдрахман улы Ғиләжев 1923 йылдың 1 мартында Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантонының[1] Ҡаңны-Төркәй ауылында тыуған.
Хәким Ғиләжевтар быуыны батырҙар, көрәшселәр, яугирҙәр быуыны. Инде фашизмдан йолоп ҡалған — аҫыл ирҙәр, ҡыйыуҙар, беҙ бит уларҙың сабыуҙарына тотоноп үҫтек. Бөтә барлығыбыҙ менән, бар булыуыбыҙ менән улар алдында бурыслыбыҙ. Ул изге бурысты ҡайтара алдыҡмы һуң, яҙмышыбыҙ, булмышыбыҙ менән?
Хәким Ғиләжев һуғыштың тәүге көндәрендә үк хәрби училище тамамлап, ауыр һуғыш юлдарын үтә, ҡаты яралана һәм күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике тапҡыр I дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдары менән наградлана.
Һуғыштан һуң Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый, Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтында уҡыта. СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел, әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр була, «Совет Башҡортостаны» газетаһында ла эшләп ала, 1955—1968 йылдарҙа «Ағиҙел» журналында баш мөхәррир була. 1968 — 1972 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе вазифаһын башҡара. СССР һәм РСФСР Яҙыусылар союздары идараларының ағзаһы итеп һайлана. БАССР Юғары Советы депутаты була.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.