From Wikipedia, the free encyclopedia
Тәүтормош йәмғиәте (шулай уҡ тарихҡа тиклемге йәмғиәт, тарихҡаса булған дәүер) — кешелек тарихында яҙыу барлыҡҡа килгәнгә тиклемге осор, унан һуң, яҙма сығанаҡтарға нигеҙләнеп, тарихи тикшеренеүҙәр үткәреү мөмкинлеге асыла. Тарихҡа тиклемге дәүер тигән термин XIX быуатта ҡулланышҡа инә. «Тарихҡа тиклемге» тигән һүҙбәйләнеште киң мәғәнәлә, Ер барлыҡҡа килгәндән алып, яҙма уйлап табылмаҫ элек булған теләһә ниндәй осорға ла ҡулланырға мөмкин, ләкин тар мәғәнәлә — фәҡәт кешенең тәүтормош осорона ҡарата ғына ҡулланыла. Ғәҙәттә контекста, яҙма булдырылмаҫ элек ҡайһы осор ғына ҡаралыуын аңлатҡан күрһәтмә бирәләр, мәҫәлән, «миоцен тәүтормош маймылдарын» (23-5,5 миллион йыл элек) йәки "урта палеолит Homo sapiens « (300-30 мең йыл элек). Билдәләмә буйынса, был осор тураһында замандаштар ҡалдырған яҙма сығанаҡтар булмағанлыҡтан, археология, этнология, палеонтология, биология, геология, антропология, археоастрономия, палинология фәндәре мәғлүмәттәренә таянып ҡына белеп була.
Тәүтормош йәмғиәте | |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | Древний мир[d] |
---|---|
Ҡайҙа өйрәнелә | доисторический и раннеисторический период[d] һәм первобытная археология[d] |
Тәүтормош йәмғиәте Викимилектә |
Яҙма төрлө халыҡтарҙа төрлө осорҙа барлыҡҡа килгәнлектән, күп мәҙәниәттәргә тарихҡаса булған дәүер термины йә ҡулланылмай, йә уларҙың мәғәнәһе һәм ваҡыт сиктәре дөйөм кешелеккә ҡағылғандар менән тап килмәй. Атап әйткәндә, Колумбҡа тиклемге Американы осорҙарға бүлеү этаптары буйынса Евразия һәм Африка менән тап килмәй[* 1].
Тәүтормош йәмғиәте мәғлүмәттәре шәхестәргә бик һирәк ҡағылғанлыҡтан һәм хатта этностар тураһында нимә булһа ла һөйләмәгәнлектән, кешелектең тәүтормош дәүеренең төп социаль берәмеге булып археологик мәҙәниәт тора. Был дәүерҙең Бронза быуаты йәки Тимер быуаты кеүек осорҙарға бүлеү терминдары ретроспектив һәм күп дәрәжәлә шартлы, ә уларҙы тәңгәл билдәләү тикшереү предметы булып тора.
Урыҫ телле әҙәбиәттә һирәк ҡулланылған „пратарих“ (ингл. prehistory, нем. Urgeschichte) „тәүтормош йәмғиәте“ төшөнсәһенең синонимы, әммә сит ил әҙәбиәтендә шуға оҡшаған терминдарға ҡарағанда һирәгерәк ҡулланыла.
Ниндәй ҙә булһа мәҙәниәттең, әгәр ул яҙма булдырмаған булһа, фәҡәт башҡа халыҡтарҙың яҙма ҡомартҡыларында ғына телгә алынһа, тәүтормош осороноң ахырғы стадияһын „прототарих“ (ингл. protohistory, нем. Frühgeschichte). Власть барлыҡҡа килгәнсегә тиклемге йәмғиәт ҡоролошона ҡарата тәүтормош ҡоролошо терминын алмаштырыу өсөн, ҡайһы бер тарихсылар „ҡырағайлыҡ“, „анархия“, „тәүтормош коммунизмы“, „цивилизацияға тиклемге осор“ һ. б. һүҙ йәки һүҙбәйләнештәргә мөрәжәғәт итә. Рәсәй әҙәбиәтендә „прототарих“ термины үҙләштермәне.
Марксизмда иң тәүге йәмғиәт-иҡтисади формацияны аңлатҡан Тәүтормош община ҡоролошо термины ҡулланыла. Традицион тарихсылар, марксистар, марксист булмағандар фекеренсә, был осор йәмғиәтенең бөтә ағзалары ла етештереү сараларына тиң мөнәсәбәттә торған, һәм „тәүтормош коммунизмы“ тип аталған йәмғиәттең продуктын алыу ысулы барыһы өсөн дә тигеҙ булған.
Дөйөмләштерелгән милекле һәм власть, цивилизация, дәүләт, хосуси милек барлыҡҡа килмәгән тәүтормош йәмғиәте төрөн төрлөсә атауға бәйле, власть барлыҡҡа килеүе тураһында төрлө классик мәктәп һәм теорияарға ҡараған тарихсылар араһында был йәмғиәт ҡоролошон „тәүтормош община ҡоролошо“ тигән термин менән атау дөйөм ҡабул ителгән.
Классик булмаған тарихсылар ырыу общиналары һәм тәүтормош община ҡоролошон, властың үҙ-ара бәйлелеген, оҡшашлығын (идентичность) кире ҡаға[1][2].
Артабанғы йәмғиәт үҫеше этаптарынан тәүтормош община ҡоролошо хосуси милекселек, социаль синыфтар һәм дәүләттәр булмауы менән айырыла. Тәүтормош йәмғиәтте хәҙерге заман тикшеренеүселәре, кешелек йәмғиәтенең традицион периодизацияһын кире ҡағыусы нео-тарихсылар, шуға оҡшаш йәмғиәт ҡоролошон һәм общиналар, тәүтормош йәмғиәттәге община милекселеген танымай, һәм артабан, тәүтормош йәмғиәте булмағанлыҡтың ҡанунға ярашлы һөҙөмтәһе булараҡ — XVIII быуат аҙағына тиклем, донъяның, Рәсәйҙе лә индереп, күпселек дәүләттәрендә, минимум неолит осоронан бирле, общиналарҙа ауыл хужалығы ер эшкәртеүе булғанлығын кире ҡаға[1].
Төрлө осорҙа кешелек йәмғиәте үҫешенең төрлө периодизацияһын тәҡдим иткәндәр. Мәҫәлән, Адам Фергюсон, һуңынан Льюис Морган тарихты өс этапҡа: ҡырағайлыҡ, вәхшилек һәм цивилизация, шуның менән тәүге ике стадияларҙың һәр береһен Морган өс баҫҡысҡа (түбәнге, урта һәм юғары) бүлеүҙе ҡулланған. Ҡырағайлыҡ стадияһында кеше эшмәкәрлегендә һунар, балыҡсылыҡ һәм йыйыу урын алған, хосуси милекселек булмаған, тигеҙлек булған. Вәхшилек йәки залимлыҡ стадияһында игенселек һәм малсылыҡ шөғөлдәре, хосуси милекелек һәм социаль иерархия барлыҡҡа килгән. Өсөнсө стадияы — цивилизация — дәүләт, ифи йәмғиәт, ҡалалар, яҙма һ. б. барлыҡҡа килеү менән бәйле.
Морган аңлайышлы телмәр барлыҡҡа килеүҙе кешелек йәмғәите үҫешенең иң иртә стадияһы тип атаны, ә урта дәрәжәле ҡырағайлыҡ осоронда утты һәм балыҡ аҙығын ҡулланырға өйрәнеү, ә ҡырағайлыҡ осороноң юғары баҫҡысында — уҡ-йәйә уйлап табыу. Уның Низшая ступень варварства по его классификацияһы буйынса вәхшилек йәки залимлыҡтың түбәнге баҫҡысы көршәкселек сәнғәтенән, вәхшилектең урта баҫҡысы — игенселек һәм малсылыҡҡа күсеүҙән, ә юғары баҫҡысы — тимер ҡулланыуҙан башлана[3].
Нигеҙендә кеше тарафынан эшләнгән хеҙмәт ҡоралдары, уларҙың материалы, торлаҡ һм ҡәберлектәрҙең формаларын һ. б. сағыштырыу ятҡан археологик периодизация иң эшкәртелгәне һанала. Был принцип буйынса кешелек тарихы нигеҙҙә иртә таш быуат (түбәнге палеолит), урта таш быуат (урта палеолит), һуңғы таш быуат (юғарғы палеолит), урта таш быуат (мезолит), яңы таш быуат (неолит), һуңғы яңы таш быуат (энеолит) (бөтә халыҡтарҙа ла түгел), баҡыр быуаты (бөтә халыҡтарҙа ла түгел), Бронза быуатына һәм Тимер быуатҡа бүленә.
XX быуаттың 1940-сы йылдарында совет ғалимдары П. П. Ефименко, М. О. Косвен, А. И. Першиц һ. б. критерийҙары милек формалары эволюцияһы, хеҙмәт бүленеше дәрәжәһе, ғаилә мәнәсәбәттәре һ. б. тәүтормош йәмғиәтенең периодизация системаларын тәҡдим итте. Дөйөмләштергәндә был периодизация түбәндәгесә:
Бөтә периодизация системаларының да үҙенсә етешһеҙлектәре бар. Тәүтормош ҡоролошоноң дөйөм кешелек периодизацияһы мәҙәниәт үҫеше шәбәйгән һәм төрлө халыҡтарҙа төрлө темпта барған мезолитта тамамлана тип иҫәпләнә хәҙерге заманда. Түбәндә Тәүтормош йәмғиәтенең хәҙерге ваҡытта дөйөм ҡабул ителгән төп этаптарының археологик периодизацияһы тәҡдим ителә. Шуның менән бергә, бер үк ваҡытта барлыҡҡа килгән мәҙәниәттәр үҫештең төрлө баҫҡысында булыуы мөмкин, мәҫәлән, неолитик мәҙәниәттәр халколитик йәки Бронза быуаты мәҙәниәттәәре менән күрше урынлашыуы мөмкин.
Эпоха | Европалағы осор | Периодизация | Характеристика | Кеше төрҙәре |
---|---|---|---|---|
[Боронғо таш быуат]], йәки палеолит | б. э. т. 2,4 млн. — 10 000. |
|
Һунарсылар һәм йыйыусылар дәүере. Яйлап ҡатмарлаша һәм махсуслаша (специализируется) барған саҡматаш хеҙмәт ҡоралдары ҡулланыла башлаған дәүер. | Гоминидтар, төрҙәре: Homo habilis, Homo erectus, Homo sapiens präsapiens, Homo heidelbergensis, урта палеолитта Homo neanderthalensis һәм Homo sapiens sapiens. |
Урта таш быуат, йәки мезолит | б. э.т. 10 000—5000. | Европала плейстоцен аҙағында башлана. Һунарсылар һәм йыйыусылар таш һәм һөйәктән ҡорал эшләү юғары үҫешкән мәҙәниәтте, шулай уҡ алыҫҡа ата торған һунар ҡоралдары уҡ һәм йәйәне етештереүҙе үҙләштергән. | Homo sapiens sapiens | |
Яңы таш быуат, йәки неолит | б. э. т. 5000—2000. |
|
Неолиттың барлыҡҡа килеүе неолитик революция менән бәйләнгән. Европа неолиты башы Яҡын Көнсығышта керамикаға тиклемге тип йөрөтөлһә лә, Алыҫ Көнсығышта табылған йәше 12 мең йыл иҫәпләнгән иң боронғо керамика ла шул уҡ осорға ҡарай. Хужалыҡ алып барыуҙың яңы ысулдары барлыҡҡа килә, йыйыу һәм һунар итеү хужалығы („үҙләштереүсе“) — „етештереүсе хужалыҡ“ (игенселек, малсылыҡ) менн алмашына, һуңыраҡ бындай хужалыҡтар Европала ла тарала. Һуңғы неолит йыш ҡына, мәҙәни күсәгилешлекте өҙмәйенсә, артабанғы этаптарға, баҡыр быуаты, халколит, йәки энеолитҡа күсә. Иң һуңғыһы, металл ҡоралдары иң мөһим билдәһе булып торған икенсе етештереү революцияһы менән ҡылыҡһырлана. | Homo sapiens sapiens |
Бронза быуаты | б. э. т. 3500—800. | Иртә тарих | Металлургияның таралыуы металл алыу һәм эшкәртеү мөмкинлеген бирә: алтын, баҡыр, бронза. Алғы Азияла һәм Эгеидала беренсе яҙма сығанаҡтар. | Homo sapiens sapiens |
Тимер быуат | б. э. т. яҡынса 800. |
|
Homo sapiens sapiens |
Таш быуат — кешелек тарихында хеҙмәт ҡоралдары һәм хәрби ҡоралдар башлыса таштан яһалған, шулай уҡ ағас һәм һөйәк тә ҡулланылған иң боронғо осор. Таш быуат аҙағында балсыҡ ҡулланыу (һауыт-һаба, кирбес ҡоролмалар, һынташтар (скульптура) таралған.
Таш быуат периодизацияһы
Баҡыр быуат, баҡыр-таш быуат, халколит (грек. χαλκός „баҡыр“ + грек. λίθος „таш“) йәки энеолит (лат. aeneus „баҡыр“ + грек. λίθος „таш“)) — тәүтормош йәмғиәтенең таш быуаттан бронза быуатына күсеү осоро. Яҡынса б. э. т. 4—3 мең йыллыҡтарҙа булған, ҡайһы бер территорияларҙа оҙағыраҡ һаҡланған, ә ҡайһы урында бҡтҡнләй булмаған. Энеолитты йышыраҡ бронза быуатына индерәләр, әммә ҡайһы берҙә айырым осор тип тә һанайҙар. Энеолит осоронда баҡыр ҡоралдар тарала башлаған, әммә элеккесә таш ҡоалдар өҫтөнлөк иткән.
Бро́нза быуаты — мәғдән ятҡылыҡтарынан алынған баҡыр һәм ҡурғаш кеүек металдарҙы эшкәртеүҙең яҡшырыуы һәм уларҙан бронза алыу арҡаһында бронзанан эшләнгән ҡоралдар барлыҡҡа килгән осор. Бронза быуаты баҡыр быуатына алмашҡа һәм тимер быуатынан алда килгән иртә металл эпохаһының икенсе, һуңғы фазаһы булып тора. Дөйөм алғанда, бронза быуатының хронологик сиктәре: б. э. т. 35/33 — 13/11 быуаттар, әммә төрлө мәҙәниәттәрҙә улар айырылып тора. Көнсығыш Урта диңгеҙ буйында бронза быуатының аҙағы б. э. т. XIII—XII быуаттар сиктәрендә синхрон рәүештә тигеләй бөтә урындағы цивилизацияларҙың бөлөүе йәки бронза коллапсы күҙәтелә. Ә Европаның көнбайышында бронза быуатынан тимер быуатҡа күсеү һуҙыла һәм беренсе антиклыҡ мәҙәниәте — Боронғо Греция һәм Боронғо Рим барлыҡҡа килә.
Бронза быуатының осорҙары:
Тимер быуат — тәүтормош йәмғиәте тарихында тимер металлургияһы һәм тимер хеҙмәт ҡоралдары етештереү таралыуы менән билдәле осор. Бронза быуаты цивилизацияларында тәүтормош йәмғиәте тарихы сиктәренә сыға, башҡа халыҡтарҙа цивилизация тимер быуаты осоронда барлыҡҡа килә.
„Тимер быуат“ термины ғәҙәттә антиклыҡтың бөйөк цивилизациялары (Боронғо Греция, Боронғо Рим, Парфия) менән бер ваҡытта (синхрон) йәшәәгән Европаның „вәхши (варвар)“ мәҙәниәттәренә лә ҡулланыла. „Вәхшиҙәр“ҙе антик мәҙәниәттәрҙән яҙмалары булмауы йәки яҙманы һирәк ҡулланыу айыра. Шуның өсөн улар хаҡында мәғлүмәт йә археологик ҡаҙылмалар, йә антик сығанаҡтарҙа телгә алыныу аша килеп еткән. Европа территорияһында Тимер быуат осоро Европа территорияһында Щукин Марк Борисович алты „варвар (вәхши) донъяһын“ айырған[4]:
Кешенең беренсе хеҙмәт ҡоралы ҡырғыслап ослайтылған таш та таяҡ булған. Кешеләр йәшәү мөмкинлеген күмәкләп һунар итеү, емеш-еләк, үлән, башҡа урман үҫемлектәрен йыйыу аша йәшәү мөмкинлеген булдырған. Кешеләр берләшмәләре бик ҙур булмаған, улар ашамлыҡ эҙләп күсеп йөрөгәндәр. Йәшәү шарттары уңайлыраҡ булған ҡайһы бер кешеләр берләшмәләре өлөшләтә ултыраҡ тормошҡа күсә.
Тел барлыҡҡа килеү кеше үҫешенең иң мөһим этабы булып тора. Һунарҙа координация ярҙамы биргән хайуандарҙың сигнал теле урынына кешеләр тел аша абстракт төшөнсәләр: „ғөмүмән таш“, „ғөмүмән йәнлек“ аңлатыу мөмкинлегенә эйә була. Телде шулай ҡулланыу тоҡомдарын өлгө менән генә түгел, ә һүҙ ярҙамында өйрәтеү, һунар барышында түгел, ә һунарға тиклем ғәмәлдәрҙе планлаштырыу һ. б. мөмкинлектәр биргән.
Тәүтормош кешеләре башта йәшен һуҡҡанда сыҡҡан янғындар һ. б. аша утҡа эйә булған. Утты үҙҙәре булдыра белмәгәнлектән, уны һәр ваҡыт һүндермәй тоторға өйрәнгәндәр. Әммә ваҡыт үтеү менән тәүтормош кешеләре утты үҙҙәре табырға өйрәнгән (ҡара: Освоение огня древними людьми).
С точки зрения известного эволюциониста и популяризатора научного атеизма Р. Докинза, изложенной в книге «Иллюзия бога», религия представляется как побочный продукт какого-то социально-полезного явления, обладающий признаками «психического вируса».
В марксизме считается[5], что корнем религии является реальное практическое бессилие человека, проявляющееся в его повседневной жизни, выражающееся в том, что он не может самостоятельно обеспечить успеха своей деятельности.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.