From Wikipedia, the free encyclopedia
Тәлбиә (ғәр. التلبية), ләббәйкә — хаж ҡылыусылар тарафынан ихрам хәленә ингәндә ҡат-ҡат ҡабатлана торған доға. Тәлбиә ғәрәп телендә әйтелә, тауыш көсәйткестәр аша ла яңғыратып торола. Сөнниҙәр ҙә, шиғыйҙар ҙа бер үк төрлө әйтә.
Тәлбиә | |
Атамаһы | التلبية |
---|---|
Әҫәрҙең теле | Ғәрәп теле |
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Риүәйәттәрҙән күренеүенсә, хаж ҡылыу Ибраһим Пәйғәмбәр заманынан һаҡланған. Ул үҙгәрешһеҙ тиерлек Мөхәммәт Пәйғәмбәр заманына һәм беҙҙең осорға тиклем килеп еткән. Мәккә мөшриктәре хажда ҡылына торған ғибәҙәттәрҙе боҙған, улар араһында тәлбиә лә бар. Хәҙистәр йыйынтығында (имам Мөслим- «Сәхих») Мәккә мөшриктәре һамаҡлаған тәлбиә һүҙҙәре теркәлгән.
Әбү Зәмилдең (р. ғ.) әйтеүе буйынса, Абдуллаһ ибн Аббас (р.ғ.) былай тигән: «Мөшриктәр : „Бына мин Һинең алдыңда,Һиңә тиңдәш (ширк) юҡ!“ тип уҡынғас, (шул саҡ) Пәйғәмбәр, туҡтатырға теләгән: „Ҡәһәр һеҙгә! Ары дауам итмәгеҙ, итмәгеҙ!“, тик улар дауам итә: „ (Шул-шул) ширктән башҡа, Һин уға һәм ул хужа булған бар нәмәгә хужа.“ Улар быны Ҡәғбә тирәләй тауаф ҡылғанда һамаҡлағандар .»— Муслим. Хадис № 1185 // Сб. хадисов «Сахих»[1]
Тышҡы видеофайлдар | |
---|---|
Хаж ҡылғандағы тәлбиә | |
Hajj (Arafat) orignal Labiak | |
Labbaik Allah Beautiful Arabic Nasheed | |
Talbiya- Labbaika-llahumma labbaik | |
Hajj 2011. Labaik ALLAHuma Labaik | |
Labaik Allahuma Labaik |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.