From Wikipedia, the free encyclopedia
Толстиков Александр Генрихович (16 август 1957, Алматы) — Рәсәй рәссамы һәм ғалим-химигы, Рәсәй художество академияһының (Рәсем сәнғәте бүлеге) мөхбир ағзаһы (академигы), Рәсәй Фәндәр академияһының (Материалдар фәне тураһында химия бүлеге) ағза-корреспонденты. Фән һәм техника өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы лауреаты.
Толстиков Александр Генрихович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 16 август 1957 (67 йәш) |
Тыуған урыны | Алматы, Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һөнәр төрө | химик |
Эшмәкәрлек төрө | Химия природных соединений[d] |
Эш урыны |
Институт катализа имени Г. К. Борескова СО РАН[d] Архив Российской академии наук[d] |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] һәм РФА ағза-корреспонденты[d] |
Ғилми дәрәжә | химия фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Толстиков Александр Генрихович Викимилектә |
Александр Генрихович Толстиков Рәсәй Фәндәре академияһының буласаҡ академигы Г. А.Толстиков (1933—2013) ғаиләһендә тыуған, һеңлеһе Татьяна (1960) — биохимик, Новосибирск дәүләт университеты профессоры[1][2].
1980 йылда Башҡорт дәүләт университетының химия факультетын тамамлай.
1980 йылдан 1983 йылға тиклем А.Г. Толстиков Өфө сәнғәт институтында уҡый.
1986 йылда «Синтез лейкотриенов серий А,С,Е и их аналогов» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын, 1993 йылда «Синтез природных биорегуляторов ацетогенинового типа и их аналогов» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай (рәсми оппоненттары А. Н. Касаткин, И.В.Торгов һәм В.Н.Чарушин).
1989 йылдан 1993 йылға тиклем — СССР Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендә липидтар синтезы лабораторияһы мөдире.
1993 йылдан 2000 йылға тиклем — Рәсәй Фәндәр академияһы Себер бүлегенең Г.К. Боресков исемендәге Катализ институтында (Новосибирск) биологик актив ҡатнашмаларҙың металл комплексы һәм биохимия каталитик синтезы бүлеге мөдире. 2000 йылдан - Катализ институтының баш ғилми хеҙмәткәре.
2000 йылда профессор дәрәжәһе бирелә, шул уҡ йылдың 26 майында Рәсәй Фәндәр академияһы Материалдар тураһында фән һәм химия бүлегенең ағза-корреспонденты.
2000 йылдан алып 2003 йылға тиклем РФА Урал бүлегенең (Пермь) техник химия институты директоры. 2001 йылдан алып 2004 йылға тиклем Пермь дәүләт университетының химия факультетында Тәбиғи ҡушылмалар химияһы кафедраһы мөдире.
2003 йылдан 2013 йылға тиклем — РФА Президиумының (Мәскәү) баш ғилми секретары урынбаҫары.
2005 йылдан ике урында РФА Өфө ғилми үҙәгенең Нефть химияһы һәм катализ институтының төп ғилми хеҙмәткәре (ике урында эшләүсе).
2013 йылдан ике урында РФА Арихивында эшләй. 2015 йылдан — РФА Архивының Музей-күргәҙмә эшмәкәрлеге үҙәгендә етәксе (Мәскәү), Архивтың директоры вазифаһын башҡарыусы (2018—2019).
2013 йылдан алып — Рәсәй художество академияһы академигы. 2014 йылдан 2016 йылға тиклем — Рәсәй художество академияһы президентының ғилми-ойоштороу эше буйынса урынбаҫары. 2014 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В.Путиндың Украинала һәм Ҡырымда сәйәсәтенә ярҙам йөҙөнән РФ мәҙәниәт эшмәкәренең коллектив мөрәжәғәтенә ҡул ҡуя[3].
Органик синтез, ассиметрик металл комплекслы катализ, медицина химияһы, шәкәр-гликалейҙар химияһы, тәбиғи һәм биологик актив берләшмәләр химияһы, гетероциклик берләшмәләрҙең химияһы өлкәһендәге белгес.
Медицина һәм ветеринария өсөн «Клатрапростин», «Эстуфалан», «Клатирам» кеүек простагландин беренсе ватан препараттарын булдырыуҙа әүҙем ҡатнашыусы.
Хирургия өсөн өр-яңы йөй елеме материалдарын сәнәғәтле алыу ысулдарында әүҙем ҡатнаша. Үҫемлектәрҙең юғары терпеноидтары нигеҙендә ассиметрик гидрирлауҙың яңы катализаторҙарын эшләй. Составында азот булған гетероциклик берләшмәләрҙең биологик активлыҡ менән асимметрик синтезлауҙың яңы ысулдарын эшләй.
Ватан һәм сит ил баҫмаларында 370-тән ашыу ғилми баҫма, 6 коллектив монография, фән һәм мәҙәниәт тарихы буйынса 15 фәнни-популяр электронһәм матбуғат баҫмалары авторы һәм авторҙашы.
«Вопросы истории естествознания и техники» журналы редколлегия ағзаһы»[4].
Ғилми эшмәкәрлегенән тыш А.Г. Толстиков һынлы сәнғәт менән дә мауыға. Музейҙарға йыш йөрөй. Музейҙа Толстиковтың Башҡортостанда майлы рәсем сәнғәтенә нигеҙ һалыусы Юрий Тимофеевич Игнатьев (1937—1999) менән дуҫлаша. Шуға күрә бөгөнгө көндә Александр Толстиков — РФА Архивы реставрация үҙәгенең етәксеһе лә булып тороу осраҡлы түгел[6].
Бөгөнгө көндә А.Г.Толстиков майлы һынлы сәнғәттең традицион техникаһында эшләй. 1986 йылдан — Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә күп һанлы күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.
2017 йылда А.Г. Толстиков М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейына күренекле ғалимдарҙың, рәссамдарҙың һәм сәнғәт белгестәренең үҙе яҙған ун өс портретын бүләк итә. Бүләк Өфөлә тыуған, күренекле рәссам М.В. Нестеровтың тыуыуының 155-йыллығына арнала. Портреттарының күбеһе 2016 йылдың апрелендә РФА Архив залдарында Александр Толстиковтың «Йөҙҙәрҙә сәнғәт һәм фән. Замандаштар портреттары» документаль-нәфис күргәҙмәһендә ҡуйыла.
А.Г. Толстиков музейға бөтәһе 60-тан ашыу авторлыҡ полотноларын бүләк итә.
Александр Толстиковтың күп һанлы шәхси күргәҙмәләре Рәсәйҙең ҡалаларында (Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфө, Екатеринбург, Новосибирск һ. б.) һәм сит илдәрҙә — Франция, АҠШ, Финляндия, Көньяҡ Корея, Эстонияла үтә.
Г. А. Толстиковтың 2008—2018 йылдар осоронда төп күргәҙмәләре:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.