From Wikipedia, the free encyclopedia
Сәпәй[3][4] (татар. Сәпәй, рус. Сапеево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районы ауылы.
Сәпәй | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Сапеевское сельское поселение[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Сапеевское сельское поселение[d][1] |
Халыҡ һаны | 661 кеше (2002)[2] |
Почта индексы | 423326 |
Ауыл Вәръяҙы йылғаһы буйында, Аҙнаҡай ҡалаһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 7 км алыҫлыҡта урынлашҡан[5].
Ауылға юрмый ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1747 йылдан билдәле. Ауыл Юрмый улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Аҙнаҡай административ-территориаль улусы составына керә[6].
XX быуат башында ауылда земство хәстәханаһы, 2 мәсет, мәктәп теркәлгән[5].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан Тымытыҡ районы, 1931 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1963 йылдан — Әлмәт районы, 1965 йылдан — йәнә Аҙнаҡай районы составында була[5].
1816 йылда ауылда 21 ир затлы башҡорт, 63 типтәр һәм 138 дәүләт крәҫтиәне; 1859 йылда — 36 ир затлы башҡорт, 127 типтәр һәм 236 дәүләт крәҫтиәне иҫәпләнгән[6].
1795 | 1859 | 1889 | 1897 | 1910 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
496 | 878 | 1183 | 1360 | 1545 | 1698 | 1267 | 1209 | 904 | 1003 | 875 | 722 | 555 | 661 | 715 |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.