филология фәндәре докторы, профессор From Wikipedia, the free encyclopedia
Сәмситова Луиза Хәмзә ҡыҙы (14 февраль 1973 йыл) — тел белгесе. юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2015), профессор. Фән һәм техника өлкәһендә дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2007).
Сәмситова Луиза Хәмзә ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 14 февраль 1973 (51 йәш) |
Тыуған урыны | Балаҡатай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | университет уҡытыусыһы |
Эш урыны | Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
Уҡыу йорто | Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре докторы[d] |
Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситова1973 йылдың 14 февралендә Башҡорт АССР-ы Балаҡатай районының Әшәй ауылында тыуа. 1995 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай, артабан Башҡорт дәүләт университеты аспирантураһында уҡый[1].
1999 йылда «филология фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай. 2000 йылдан алып Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында өлкән уҡытыусынан алып профессорға тиклемге хеҙмәт юлын үтә. 2007 йылдан башлап башҡорт теле кафедраһы мөдире, 2012 йылдан — ошо уҡ университеттың башҡорт филолологияһы факультеты деканы. 2015 йылда «Культурные концепты в башкирской языковой картине мира» темаһына фән докторы диссертацияһын яҡлай.
Сәмситова Луиза Хәмзә ҡыҙының ғилми тикшеренеүҙәре грамматика, лексикология, лингвокультурология һәм мәҙәниәт‑ара коммуникация, когнитив лингвистика проблемаларына һ.б. арнала. 160-тан ашыу ғилми‑методик хеҙмәте төрлө баҫмаларҙа баҫылып сыҡҡан, шул иҫәптән 19-ы Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының Юғары аттестация комиссияһы исемлегенә индерелгән, 2-һе — Скопус мәғлүмәт базаһы баҫмаларында.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.