From Wikipedia, the free encyclopedia
Пинский Матвей Савельевич (21 сентябрь 1916 йыл — 8 сентябрь 1987 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Танк батальоны командиры, гвардия майоры. Советтар Союзы Геройы.
Пинский Матвей Савельевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 21 сентябрь 1916 |
Тыуған урыны | Зилово[d], Читинский уезд[d], Байкал аръяғы өлкәһе[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 8 октябрь 1987 (71 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Өфө Көньяҡ зыяраты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | подполковник[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Матвей Савельевич Пинский 1916 йылдың 21 сентябрендә Зилово станцияһында (хәҙер Чернышевский районы, Байкал аръяғы крайы)тыуған[1].
Белеме урта. 1943 йылдан КПСС ағзаһы.
1933 йылдан 1937 йылға тиклем Винница өлкәһе Хмельницкий районының Луко ауылында хисапсы була, һуңынан Калуга өлкәһенең Малоярославец станцияһында пассажирҙар хеҙмәтендә нарядчик булып эшләй.
1937 йылда Ҡыҙыл Армияға Калуга өлкәһе Малоярославский районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 1939 Һарытау бронетанк училищеһын тамамлай.
1941 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һуғыша. Нове-Място (Польша) ҡалаһынан көығыштараҡ Пилица йылғаһын аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә.
Һуғыштан һуң Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә, 1949 йылда офицерҙарҙың юғары бронетанк мәктәбен тамамлай
1960 йылдан запастағы подполковник, лаборатория мөдире булып эшләй, хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженер, Өфө нефть институтында хеҙмәтте һаҡлау бүлеге мөдире.
1987 йылдың 8 сентябрендә вафат була. Өфө ҡалаһының Көньяҡ зыяратында ерләнгән[2].
«1945 йылдың 15 ғинуарында танк батальоны (44-се гвардия танк бригадаһы, 11-се гвардия танк корпусы, 1-се гвардия танк армияһы, 1-се Белорус фронты) гвардия майоры С. М. Пинский Нове-Място (Польша) ҡалаһынан көығыштараҡ Пилица йылғаһын беренселәрҙән булып аша сыға. Рава-Мозовецка, Ловичи, Цегельно, Вельнау ҡалалары өсөн барған алыштарҙа үҙенең батальоны менән шоссе һәм тимер юлдарын биләй, шулай итеп дошман коммуникацияларының юлын киҫә. Һөжүмде дауам итеп, Лодзь ҡалаһынан төньяҡ-көнсығыштараҡ, Вельнау ҡалаһы районында М. С. Пинский батальоны танктарҙың һәм мотопехотаның ике взводы менән дошмандың аэродромын баҫып ала, унда 70-кә тиклем дошман самолеттары була»[3]
Батальон менән оҫта командалыҡ итеүе һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн 1945 йылдың 27 февралендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән гвардия майоры Матвей Савелиевич Пинскийға Ленин ордены һәм Алтын Йондоҙ миҙалы (№ 5143) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[4]
Комбат М. С. Пинский етәкселеге аҫтында хеҙмәт иткән элекке танк ротаһы командиры Н. Н. Борисовтың хәтирәләре буйынса:
Беренсе осрашыуҙан уҡ комбат үҙенең асыҡлығы һәм ябайлығы менән командир һәм кеше булараҡ ышаныс уятты. Шунда уҡ уның тәбиғәтенән ғәҙел кеше булыуын һиҙҙек…бер ваҡытта ла ҡыҙып барманы. Башҡалар кеүек яза бирергә ынтылманы, тупаҫ булманы, кәмһетмәне. Киреһенсә, ваҡ-төйәктәрҙә лә аҡыл менән эш итә ине. Һәм разведка юҡлыҡтан беҙҙең батальон һаҙлыҡлы йылғала артиллерия утынан 5 танкты юғалтҡанда[9], еңел булмаған хәлдә лә, беренсе тапҡыр алышта уның тәртибен, ҡарарын һәм баһаларын күреп, уға тигеҙләшергә кәрәк өлгө икәнен аңланым[10].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.