From Wikipedia, the free encyclopedia
Осмий (лат. Osmium, Os) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осоро, 8-се төркөм элементы. Тәртип номеры — 76. Стандарт шарттарҙа булғанда, ул зәңгәрһыу төҫтәге металдан ғибәрәт. Күсмә металл, платина (аҡ алтын) металдарына ҡарай. Иридий менән бер рәттән, барлыҡ ябай матдәләр араһында иң тығыҙҙарынан. Теоретик иҫәп-хисаптарға ҡарағанда, уның тығыҙлығы хатта иридий менән сағыштырғанда ла юғарыраҡ[7]
Осмий | |
Масса | 190,23 ± 0,03 массаның атом берәмеге[1] |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | запах[d] |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Смитсон Теннант[d] һәм Уильям Хайд Волластон[d] |
Асыу датаһы | 1804[2] |
Элемент символы | Os[3] |
Химик формула | Os[4] |
Каноническая формула SMILES | [Os][4] |
Атом һаны | 76 |
Электронная конфигурация | [Xe] 4f¹⁴ 5d⁶ 6s² |
Электр кирелеге | 2,2 |
Ионный радиус | 0,63 ангстрем[5], 0,58 ангстрем[5], 0,55 ангстрем[5] һәм 0,39 ангстрем[5] |
Әселәнеү дәрәжәһе | 4[6] |
Осмий Викимилектә |
Осмий элементының символы — Os (Осмий тип уҡыла).
Осмийҙың исеме бор. грек. ὀσμή телендәге «еҫ» тигәндән килеп сыҡҡан, һелтеле иретмәһе осмиридий (платинаның батша араҡыһында иремәй ҡалған төпрәһе) һыуҙа йәки кислотала реакция барғанда осмийҙың хлор еҫенә йәки серегән тормаға оҡшаған тамаҡҡа ултыра торған еҫле OsO4 тетраоксиды бүленеп сыға[8]
Осмий 1803 йылда инглиз химигы Смитсон Теннант менән Уильям Х.Уолластондың хеҙмәттәшлегендә асыла. Үҙ-ара оҡшаш булған тикшеренеүҙәр француз химиктары Колле-Дескоти, Антуан де Фуркруа һәм Воклен тарафынан үткәрелә, улар ҙа платина рудаһының иремәй ҡалған төпрәһендә әлегәсә билдәле булмаған элемент барлығы тураһында һығымтаға киләләр. Гипотетик элементҡа птен исеме бирелә. (πτηνός — ҡанатлы), әммә Теннант тәжрибәһе уның ике элемент ҡатнашмаһынанан — иридий һәм осмийҙан тороуын күрһәтә.
Яңы элемент асылыуы Теннанттың Лондон король йәмғиәтенә хатында 21 июнь 1804 йылда документлаштырылған[9][10].
Осмийлы иридийҙарҙың төп ятҡылыҡтары Рәсәй (Себер, Урал), АҠШ (Аляска, Калифорния), Колумбия, Канада , Көньяҡ Африка илдәре, Тасмания, Австралия дәүләттәрендә тупланған. Ҡаҙағстан экспортҡа таҙа осмий ебәргән берҙән-бер ил булып ҡала.
Иң ҙур ятҡылыҡтары запасы Көньяҡ-Африка Республикаһындағы Бушвельд комплексында[11].
Башҡа аҫыл металдар менән бергә тимер метеориттарында осрай. Шулай уҡ осмий көкөрт һәм мышаяҡ (эрлихманит, осмий лауриты, осарситт) берләшмәләре рәүешендә осрай. Осмийҙың мәғдәндәрҙәге йөкмәткеһе, ҡағиҙә булараҡ, 1·10−5.
Биологик роль уйнамай[12]. Һауала окисланып, үтә ағыулы Тетраоксид осмий OsO4 рәүешенә инә, шуға күрә күҙҙе әсеттерә, өҫкө тын юлдары, пневмония, бөйөр шешеүе ауырыуҙарына килтерә[13].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.