Орловский Александр Осипович (пол. Aleksander Orłowski; 9 март 1777 йыл, Варшава — 13 март 1832 йыл, Петербург) — Рәсәй империяһы рәссамы. Баталия һәм жанрлы әҫәрҙәр авторы, сығышы менән поляк.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Орловский Александр Осипович
пол. Aleksander Orłowski
Thumb
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Речь Посполитая
 Варшава герцоглығы
Польша батшалығы[d]
Тыуған көнө 9 март 1777({{padleft:1777|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[3][2][4][…]
Тыуған урыны Варшава, Речь Посполитая[5][2][6]
Вафат булған көнө 13 март 1832({{padleft:1832|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[3][2][4][…] (55 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[5][2][6]
Һөнәр төрө рәссам, художник-акварелист, иллюстратор, литограф, pastellist, рәссәм
Эшмәкәрлек төрө Живопись[7], иллюстрирование[d][7] һәм графика[d][7]
Әүҙемлек урыны Варшава[2] һәм Санкт-Петербург[2]
Ойошма ағзаһы Краковское научное общество[d][6]
Жанр батальный жанр[d]
Тасуирлау биттәре polskipetersburg.pl/hasl…
Хеҙмәттәре тупланмаһы Милли сәнғәт галереяһы[d], Национальный музей в Варшаве[d], Национальный музей[d], Әрмәнстандың Милли картиналар галереяһы, Силезский музей[d], Национальный музей[d], Музей искусств в Лодзи[d], Национальный художественный музей Республики Беларусь[d], Print Collection[d][8], Государственный Русский музей[d], Музей В. А. Тропинина и московских художников его времени[d] һәм Государственный исторический музей[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Файлы артиста по адресу Frick Art Research Library[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Aleksander Orłowski
 Орловский Александр Осипович Викимилектә
Ябырға

Биографияһы

Thumb
Һыбайлы башҡорт. 1823. Риүәйәт буйынса һүрәттә Муллаҡай Иҫәнбаев төшөрөлгән. Ул хәҙерге Шишмә районының Яңы Ябалаҡлы ауылында йәшәгән, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙа рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашҡан[9]
Thumb
Бейеү уҡытыусыһы. Рәссамдың мәрәкәләп эшләнгән һүрәттәре күп булған

Алекса́ндр О́сипович Орло́вский бай булмаған шляхта ғаиләһендә тыуған. Кенәзбикә Изабелла Чарторыйская, осраҡлы ғына уның һүрәт төшөрөүгә оҫталығын күреп ҡалып, буласаҡ рәссамды Варшавала йәшәгән рәссам Ж. Норблен де ла Гурденға уҡырға биргән. Патриотлығы, мажаралар яратыуы Орловскийҙы 1794 йылда хәрби хеҙмәткә килтерә, поляк ғәскәре сафында ул Костюшко баш күтәреүендә ҡатнаша. Шунда яраланып, Варшаваға кире ҡайта. Бында ул тәртипһеҙ тормош рәүеше алып бара башлай, хатта фокусник труппаһына инеп ала. Норблен, уның артислыҡ талантын баһалаһа ла, егетте аҙып-туҙып йөрөүҙән туҡтатырға тырыша, кире үҙе янына ала. Шунан бирле Орловский үҙен тулыһынса сәнғәткә бағышлай, ул хатта Варшавала танылыу яулай башлай. Шунан һуң Литвала бер йыл йәшәп ала, дворяндарҙың, ябай халыҡтың көнкүрешен өйрәнеп, урындан урынға күсеп йөрөй. Варшаваға кире ҡайтҡас, кенәз Юзеф Понятовскийға яҡынайып ала, поляк аристократияһы араһына инә.

Рәссам Рәсәйҙә

1802 йылда Санкт-Петербургҡа килә, бында уны бөйөк кенәз Константин Павлович ҡурсыуына ала, Орловский уларҙның өйөндә урынлаша, һүрәттәре, карикатуралары менән йәмғиәттә таныла башлай. Рәсәйҙе яҡшыраҡ өйрәнер өсөн Мәскәүгә, Новгородҡа һәм башҡа төбәктәргә сәйәхәт ҡыла; бынан тыш Франция, Италия һәм Германияла булып ҡайта. 1809 йылда «Казактар бивуагы» тигән әҫәре өсөн Санкт-Петербург рәсем сәнғәте академияһы уға академик исеме бирә.1819 йылда ул генераль штабҡа хәрби кейемдәр буйынса һүрәт төшөрөргә алына.

Орловский — талантлы, үткер, әммә кешелә, фигуралдарҙа төп һыҙаттарҙы эләктереп алһа ла, бик ентекләп эшләп тормай торған рәссам. Эрмитажда ҡуйылған майлы буяуҙар менән төшөрөлгән рәсемдәрҙән тыш ул бик күп ҡәләм, ҡауырһын, акварель менән эшләй, былар батша ғаиләһе һәм сәнғәт һөйөүселәрҙең альбомдарында тороп ҡала. Ул казактарҙы, башҡорттарҙы , һыбайлыларҙы төшөрөргә ярата, уларҙы үҙе үк литографияға күсереп ҡуя.

Орловский А. С. Пушкиндың «Руслан һәм Людмила» тигән поэмаһында ла телгә алына:

Бери свой быстрый карандаш,
Рисуй, Орловский, ночь и сечу!

Пушкин Орловскийҙы шулай уҡ « Арзрумға сәйәхәт» тигән әҫәрендә лә телгә ала:

У кибиток… пасутся уродливые, косматые кони, знакомые вам по прекрасным рисункам Орловского.

Фотогалерея

Thumb
Башҡорт һыбайлыһы. 1810-сы йылдар
Thumb
Башҡорт
Thumb
Башҡорт яугирҙары
Thumb
Ерән атлы һыбайлы
Thumb
Башҡорт
Thumb
Ҡәләм эштәре
Thumb
Башҡорт һыбайлылары

Әҙәбиәт

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.