From Wikipedia, the free encyclopedia
Мәүлә Ҡолой (ысын исеме — Муллағол[1]) — төрки суфый шағиры. Әхмәт Йәсәүи, Сөләймән Баҡырғани артынан эйәреүсе.
Мәүлә Ҡолой | |
Тыуған урыны: |
билдәһеҙ |
---|---|
Вафат булған урыны: |
билдәһеҙ |
Эшмәкәрлеге: |
шағир |
Ижад йылдары: |
XVII быуат |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Шағирҙың тормошо тураһында бер ниндәйҙә документаль мәғлүмәттәр һаҡланып ҡалмаған. XVII быуаттың икенсе яртыһына ҡараған хикмәттәрендә — суфый-фәлсәфәүи шиғырҙарында шағирҙың тормош юлы хаҡында бер ни тиклем мәғлүмәт табырға мөмкин[2]. Шунлыҡтан уның тормош юлы тураһында төрлө фараздар барлыҡҡа килә.
Ҡайһы бер авторҙар Мәүлә Ҡолой Шишмә йылғаһы буйында йәшәгәнлеген уның шиғырҙарының береһе менән дәллиләйҙәр. Һуңыраҡ шағир Иҫке Иштерәк ауылына күскән тип фараз итәләр.
Беҙҙең замандарға тиклем Мәүлә Ҡолойҙың 75 шиғыры килеп еткән[2]. Шағирҙың әҫәрҙәре башҡорттар араһында киң таралған.
Шағирҙың ижади мираҫы тик ХХ быуаттың 20-се йылдарында ғына өйрәнелә башлай. 1925 йылда башҡорт яҙыусыһы Фазыл Туйкин үҙенең тыуған ауылында — Зәй-Ҡаратай ауылында Мәүлә Ҡолойҙың ҡулъяҙмаһын[3] таба һәм ваҡытлы матбуғатта бының тураһында хәбәр итә[4]. Ғабдрахман Сәғди был ҡулъяҙма менән яҡындан таныша, һәм 1927 йылда 440 бәйеттән торған шиғырын баҫтырып сығара. Шағирҙың барлығы биш әҫәрҙәр исемлеге — Башҡорт АССР-ында, Силәбе өлкәһендә, Санкт-Петербургта һәм Татар АССР-ында табыла. 1974 йылда археографик экспедициялар барышында Башҡортостандың Баҡалы районы Камай ауылында Мәүлә Ҡолойҙың шиғырҙары менән ҡулъяҙманы табалар[5].
Мәүлә Ҡолойҙың хикмәттәрендә суфыйсылыҡ идеялары аша донъяуи мотивтар ҙа сағыла. Ул хеҙмәт кешеләрен данлай, донъяның етешһеҙлеге, ғүмер итеүҙең әһәмиәте һәм кешеләрҙең үҙ-ара (ғаилә, балалар, дуҫтар, дошмандар араһында) мөнәсәбәттәре хаҡында уйлана[6].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.