Мостаев Йәүҙәт Әхәт улы
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Мостаев Йәүҙәт Әхәт улы (3 сентябрь 1920 йыл — 18 сентябрь 1999 йыл) — ғалим-тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1984). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1974), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1978), СССР-ҙың почетлы нефтсеһе (1980).
Мостаев Йәүҙәт Әхәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 3 сентябрь 1920 |
Тыуған урыны | Стәрлетамаҡ, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 18 сентябрь 1999 (79 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | инженерлыҡ эше |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Йәүҙәт Әхәт улы Мостаев 1920 йылдың 3 сентябрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған.
Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашҡан[1].
1951 йылда Өфө нефть институтын тамамлай.
1951 йылдан башлап «Ишембайнефть» нефть промыслаһы идаралығында өлкән инженер, промысла мөдире булып эшләй.
Ишембай нефть техникумында уҡыта[2].
1960—1990 йылдарҙа Башҡортостан нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект институтында эшләй:
Ғалим 1999 йылдың 18 сентябрендә Өфө ҡалаһында вафат була.
Фәнни-производство эшмәкәрлеге ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыуҙың термик ысулдарын эшләү һәм ғәмәлгә индереү менән бәйле. Термик ысулдарын ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеген Арлан нефть ятҡылығында һәм Ишембай нефть ятҡылығында өйрәнә.
Йәүҙәт Әхәт улы Мостаев 100-гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм бер уйлап табыу авторы булып тора.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.