Могилёв
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Могилёв (рус. Могилёв, бел. Магілёў, пол. Mohylew, лит. Mogiliavas) — Беларусия ҡалаһы, Могилёв өлкәһенең административ үҙәге. Могилёв өлкәһенең мәҙәниәт һәм иҡтисад үҙәге. Ҡалала Химволокно, Лифтмаш, Строммаш һәм башҡа ойошмалар урынлашҡан.
Халыҡ һаны — 300 мең тирәһе кеше. Ҡалала 40 мәктәп, 4 лицей, 3 университет (Машиналар төҙөү, Технология, Педагогия) бар.
1812 йылдың 12 июнендә 600 меңлек Наполеон ғәскәре Рәсәйгә баҫып инә. Өс тапҡыр артыҡ һанлы дошмандан урыҫ ғәскәре сигенә башлай. 11 июлдә, Могилёвтан 12 км көньяҡ-көнбайыштараҡ, Салтановка һәм Фатово ауылдары араһында, генерал-лейтенант Николай Раевский етәкселегендәге 7-се пехота корпусы Луи Даву етәкләгән француз ғәскәренә ҡаршы Салтановка янындағы һуғышты башлай. Рәсәй империяһы армияһы (1812 йыл) 2-се Көнбайыш армияһының күпселек көсөн Днепр йылғаһы аша йөҙөп сығыуын француздарҙан ситкә йүнәлдереү өсөн, урыҫ ғәскәрҙәре француздар менән ҡапма-ҡаршы һуғыш башларға мәжбүр булалар.
Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында (август 1915 — ноябрь 1917) Юғары башкомандующий ставкаһы урынлашҡан ҡалала Рәсәй императоры Николай II йәшәгән.
Бөйөк Ватан һуғышы хроникаһы/1941 йылдың 26 июле. 35-се һуғыш көнө, 26 июлдә совет ғәскәрҙәре Могилёвты ҡалдыра (ҡарағыҙ «Могилёвты һаҡлау»).
1840[34] | 1897[35] | 1959[36] | 1970[37] | 1979[38] | 1989[39] | 2009[40] |
---|---|---|---|---|---|---|
23 103 | 43 119 | 121 712 | 202 314 | 290 361 | 359 188 | 358 279 |
Милли состав (2009): беларустар — 87,4 %, урыҫтар — 7,3 %, украиндар — 1,1 %.[41]
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | |
Абсолют максимум, °C | {{{Янв_а_макс}}} | 12,9 | 19,8 | 29,1 | 32,0 | 33,0 | 36,3 | 36,8 | 30,6 | 25,5 | 14,5 | 10,9 | |
Абсолют минимум, °C | {{{Янв_а_мин}}} | −34,7 | −35 | −17,7 | −4,4 | −0,7 | 3,0 | 0,9 | −4,8 | −14,8 | −23,5 | −33,4 |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.