From Wikipedia, the free encyclopedia
Лимо́н (лат. Citrus limon) — Цитрус ағастары төркөмөнөң гибридлы төрө. Шулай уҡ был ағастың емешен дә лимон тип атайҙар. Килеп сыҡҡан ере — Һиндостан. Ҡырағай көйө Гималай тауҙары итәгендә үҫә.
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |
Лимон | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Citrus × limon (L.) Burm.f. | ||||||||||||||||
|
Таралған ере — Һиндостан, Ҡытай һәм Тымыҡ океан тропик утрауҙары. Шулай уҡ Кавказ аръяғында һәм Урта Азияла үҫә.
Лимон. «Köhler’s Medizinal-Pflanzen», 1887 китабынан ботаник иллюстрация |
Лимон сәскәһе. |
Лимон — 5-8 м бейеклегендәге ҙур булмаған емеш ағасы. 45 йыллыҡ ағастар осрай
Ҡабығы һорғолт төҫтә, энәле. Япраҡтары ҡалын тиреле, йәшел төҫтә, оҙонлоғо 10—15 см, ҡалынлығы 5—8 см, ялтырауыҡлы, 3 йылға бер ҡойолалар. Сәскәләре айырым, йәки парлы, 2-3 см ҙурлығында. Таждары ап-аҡ йәки һарғылт аҡ, тыштан ал төҫтә, нескә хуш еҫле. Емештең оҙонлоғо 6—9 см, диаметры 4—6 см, һарғылт, ауыр һыҙырылған ҡабыҡлы, эфир майҙары тупланған биҙҙәре бар. Емештең эске өлөшө бер нисә уйымлы. Орлоҡтары йәшкелт-һары йәки аҡ, киҫелештә йәшкелт, оҙонса.
Яҙҙан алып сәскә ата. Емештәре көҙ бешә. Теплица шарттарында йыл әйләнәһенә өлгөрөп тора.
Лимон япрағының төҙөлөшө ҡыҙыҡлы: тәү ҡарамаҡҡа ябай япраҡ. Ботаникала ҡатмарлы япраҡ тип бер нисә өлөштән торған, һәр береһе айырым ҡойолған япраҡты атайҙар. Лимондың япраҡ пластинкаһы төпһәһенән алдараҡ ҡойола. Йәғни, лимондың япрағы ҡатмарлылар иҫәбенә инә, әммә уның өлөшө берәү генә ҡалған.
Емеш йомшағының ҙур өлөшөн лимон, алма органик кислоталары тәшкил итә, шулай уҡ пектин матдәләр, шәкәрҙәр ( 3,5 %-ҡа тиклем), каротин, фитонцидтар; витаминдар — тиамин, рибофлавин, аскорбин кислотаһы (0,085 %-ҡа тиклем), рутин, флавоноидтар, галактурон кислотаһы, сесквитерпендар, гесперидин, эриоцитрин, эридиктиол. Орлоҡтарында май һәм әсе матдә лимонин бар. Май шулай уҡ ботаҡтарҙа һәм япраҡтарҙа ла бар (0,24 %). Ҡабығында гликозид һәм цитронин.
Лимондың үҙенсәлекле еҫе лимон майының ағастың төрлө өлөштәрендә булыу менән аңлатыла. Лимон эфир майының компонентары — терпен, α-лимонен (90 %-ҡа тиклем), цитраль (6 %-ҡа тиклем).
|
Аҙыҡҡа өлгөрөп етеү менән ҡулланалар, шулай уҡ спиртһыҙ эсемлектәр, парфюмерияла ла файҙаланалар. Тәмләткес итеп төрлө емеш-еләк салаттарына, татлы ризыҡтарға, печеньеға, соустарға, балыҡҡа, ҡош итенә һәм дөгө ашамлыҡтарына ҡушыла. Лимон һуты менән балыҡ, салаттарҙың тәмен яҡшырталар. Шулай уҡ ҡайнатма, соустар, кремдар, сироптар һәм эсемлектәргә лә өҫтәйҙәр. Лимон өлөштәре биҙәү өсөн дә ҡулайлы. Лимон торттары һәм бәлештәре лә бик тәмле.
Лимонды сәйгә лә өҫтәйҙәр. Уны Көнбайышта «урыҫ сәйе» тип атайҙар.
Лимон башҡорт милли ризыҡтарында ҡулланылмаған. Емеш егерменсе быуатта аш-һыу даирәһенә ныҡлап инә, шулай уҡ дауа сараһы булараҡ та таныла бара. Башта лимонды сәйгә генә һалһалар, тора-бара ул ҡамыр аштарында ла үҙ урынын таба. Хәҙер иһә был емештең һутын ит, балыҡ әҙерләгәндә лә ярайһы киң ҡулланалар.
Гиповитаминоз, авитаминоз, ашҡаҙан аурыуҙары, минераль алышыныу боҙолоуы, ревматизм, атеросклерозе, цинга, ангина, юғары ҡан баҫымы менән интеккән ваҡытта файҙалы. Көнсығыш медицинаһында лимон яраларҙы һәм үпкә ауырыуҙарын дауалағандар. XI б. Ибн Синна лимонды йөрәк ауырыуҙарынан, һарысанан, ауырлы саҡта ашарға кәңәш иткән. Лимон һыуы менән бит тиреһен һөрткәндә, тире йомшара һәм ағара, һипкелдәрҙе лә лимон һөртөп бөтөргәндәр. Лимон һуты тырнаҡтарҙы нығыта. Лимон ҡабығын, балда бешереп, аш һеңдереү процесын яҡшыртҡанда ҡулланғандар.
Иң ғәжәбе, беҙҙең шарттарҙа ла лимон үҫтерергә өйрәнгәндәр. 1984 йылда Башҡорт АССР-ы Урман хужалығы министрлығы, РСФСР Урман хужалығы дәүләт комитеты һәм КПСС-тың БАССР өлкә комитеты ҡарары менән Өфө ҡалаһында Урман хужалығы паркы биләмәһендә теплица-лимонарийға нигеҙ һалына.Шулай итеп, Рәсәй киңлектәрендә тәүге тапҡыр ят шөғөлдө башлап ебәрәләр.
Бөгөн был нәзәкәтле йылы яҡ емеше бер гектар майҙанда үҫтерелә, ҡала кибеттәренә сығарылыу менән һатылып та бөтә.Хәҙер инде үҙебеҙҙә сығарылған сорттар ҙа бар. РФ Дәүләт реестрына «Урман», «Салауат», «Ләйсән» лимоны, «Уралтау» һәм «Зилә» тигән цитрон индерелгән. Хәҙер инде ҡала халҡы ла теплицанан үҫентеләр алып, тәҙрә төбөндә үҫтерә. Лимон ағасы емеште йыл әйләнәһенә бирә ала. Сәскә атҡан ағас бүлмәгә хуш еҫтәр тарата.Бүлмә лимондарының тышы йоҡа, орлоҡтары әҙ. Бүлмәлә Павлов, Мейер, Дженоа, Майкоп лимондарын үҫтерергә була. «Салауат» сортының емеше 1,8 кг.-дан да ашып китә.
Лимондың төрлө сорттары бар:
Берләшкән Милләттәр Аҙыҡ һәм Ауыл Хужалығы Ойошмаһы (Food And Agricultural Organization of United Nations) мәғлүмәттәре[1] буйынса 2010 йылда донъяла 13 933 864 тонна лимон һәм лайм етештерелгән. Уның яҡынса 19 % — Һиндостан, 14 % Мексика етештерә.
№ | Ил | Күләм (тонна) | % | № | Ил | Күләм (тонна) | % |
---|---|---|---|---|---|---|---|
1 | Һиндостан | 2629200 | 18,87% | 11 | Мысыр | 318111 | 2,28% |
2 | Мексика | 1891400 | 13,57% | 12 | Перу | 233032 | 1,67% |
3 | Аргентина | 1113380 | 7,99% | 13 | Судан (элекке) | 228000 | 1,64% |
4 | ҠХР | 1058105 | 7,59% | 14 | КАР | 215985 | 1,55% |
5 | Бразилия | 1020350 | 7,32% | 15 | Таиланд | 171074 | 1,23% |
6 | АҠШ | 800137 | 5,74% | 16 | Чили | 155000 | 1,11% |
7 | Төркиә | 787063 | 5,65% | 17 | Сүриә | 142200 | 1,02% |
8 | Иран | 706800 | 5,07% | 18 | Ливан | 113100 | 0,81% |
9 | Испания | 578200 | 4,15% | 19 | Гватемала | 107796 | 0,77% |
10 | Италия | 522377 | 3,75% | 20 | Колумбия | 87474 | 0,63% |
Лимон һары, лимон һары,
һарғайҙым лимон кеүек.
Мин һарғайҙым лимон кеүек,
Булмағыҙ минең кеүек.
Үҫмәгәс үҫмәй икән йүкәлә лимон
Инглиз телендә
Урыҫ телендә
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.