From Wikipedia, the free encyclopedia
Кобальт (лат. Cobaltum, Co) — Менделеевтың периодик таблицаһының 4-се осор, 9-сы төркөм элементы. Тәртип номеры — 27.
Кобальт | |
Масса | 58,933194 ± 3,0E−6 массаның атом берәмеге[1] |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | кобольд[d] |
Грозящая опасность | отравление кобальтом[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | кобальтин[d], safflorite[d], Глаукодот[d], скуттерудит[d], cattierite[d], эритрин[d] һәм Сферокобальтит[d] |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Георг Брандт[d] |
Асыу датаһы | 1735 |
Элемент символы | Co[2] |
Атом һаны | 27 |
Электронная конфигурация | [Ar] 3d⁷ 4s² |
Электр кирелеге | 1,88 |
Ионный радиус | 0,56 ангстрем[3], 0,65 ангстрем[3], 0,9 ангстрем[3] һәм 0,55 ангстрем[3] |
Әселәнеү дәрәжәһе | 2 |
Тығыҙлыҡ | 8,92 ± 0,01 грамм на кубический сантиметр |
Иреү температураһы | 2719 ± 0 ℉, 1768 K[4] һәм 1495 °C[4] |
Ҡайнау нөктәһе | 5612 ± 1 ℉, 3200 K[4] һәм 2927 °C[4] |
Давление пара | 0 ± 1 mm Hg |
PGCH коды | 0146 |
Временное среднее значение предела допустимого воздействия | 0,05 ± 0,01 mg/m³ һәм 0,1 ± 0,1 mg/m³ |
IDLH | 20 ± 10 mg/m³ |
WordLift URL | data.thenextweb.com/tnw/…[5] |
Код NCI Thesaurus | C382[6] |
Кобальт Викимилектә |
Элементтың атом массаһы 58,933194(4)[7]. Ябай матдә кобальт — көмөшһыу-аҡ, бер аҙ һарғылт металл, зәңгәрһыу йәки алһыуыраҡ төҫмөрө бар. Ике кристаллы модификацияға эйә.
Кобальт элементының символы — Co (Кобальт тип уҡыла).
«Кобальт» атамаһы нем. Kobold— тау эйәһе, гном тигәндән килеп сыҡҡан.
Кобальт минералдарын яндырғанда уларҙың составындағы мышаяҡтың оксиды бүленеп сығып, кешеләр ағыуланған. Бының сәбәбен таусылар тау эйәһе Кобольдтан күргәндәр һәм элементҡа ла шул исемде биргәндәр.
1735 йылда швед минералогы Георг Брандт элек билдәһеҙ металл тапҡан һәм уны кобальт тип атаған. Ул шулай уҡ тап ошо элементтың берләшмәләре быяланы күк төҫкә буяуын асыҡлаған — уның был үҙенсәлеге менән боронғо Ассирияла һәм Вавилонда файҙаланған булғандар әле.
Кобальт ҡушылмалары кешегә боронғо замандан уҡ билдәле. Боронғо Мысыр ҡәберҙәрендә күк кобальт стакандар, эмалдәр, буяуҙар осрай. Мәҫәлән, Тутанхамон каберендә күк кобальт быяла киҫәктәре табылған; быяла һәм буяуҙарҙы белә тороп әҙерләгәндәрме, әллә осраҡлы килеп сыҡҡанмы — билдәле түгел.
Беренсе күк буяу 1800 йылда әҙерләнгән.
Ер ҡабығында кобальттың масса өлөшө 4·10−3%.
Кобальт запастарының 60 % — Конгола (6 млн т)[8]. Бынан тыш Австралия (1 млн т), Куба (500 мең т), Филиппин (290 мең т), Канада (270 мең т), Замбия (270 мең т), Рәсәй (250 мең т.), шулай уҡ АҠШ, Франция дәүләттәрендә һәм Ҡаҙағстанда[9]. ятҡылыҡтары билдәле.
2018 йылдың 15 ғинуарынан донъя баҙарында кобальт хаҡы,London Metal Exchange мәғлүмәттәре буйынса, 75 000 долл./т[10]тәшкил итә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.