Каттегат боғаҙы (дан. Kattegat, швед. Kattegatt) — Скандинавия ярымутрауы менән Ютландия ярымутрауын айырыусы һәм Төньяҡ диңгеҙҙе Скагеррак, Эресунн, Кесе Бельт һәм Оло Бельт боғаҙҙары аша Балтик диңгеҙе менән тоташтырыусы боғаҙ.
Каттегат боғаҙы | |
---|---|
дат. Kattegat, швед. Kattegatt | |
Координаты: пропущена долгота | |
Тоташтыра | Төньяҡ диңгеҙ, Балтик диңгеҙе |
Илдәр | |
Бүлә | Скандинавия ярымутрауы һәм Ютландия ярымутрауы |
Киңлеге | 60-120 км |
Оҙонлоғо | 200 км |
Иң тәрән урыны | 50 м |
Kattegat Викимилектә |
География
Оҙонлоғо яҡынса 200 км, киңлеге төньяҡта 60 км-ҙан көньяҡта 122 км-ға барып етә. Тәрәнлеге 10—30 м, төньяҡ өлөшөндә 50 метрҙан ашыу.
Боғаҙға ҡойоусы йылғалар: Гёта-Эльв, Лаган, Ниссан, Этран, Вискан (Швеция яғынан), Гудено (Дания яғынан).
Иң ҙур утрауҙары — Самсё, Лесё, Анхольт.
Боғаҙҙа ике ағым өҫтөнлөк итә: өҫкө ҡатламдарҙағы сағыштырмаса тоҙлолоғо кәмерәк булған төньяҡҡа йүнәлгән ағым һәм тәрәнлектәге тоҙлолоғо сағыштырмаса юғарыраҡ булған көньяҡҡа йүнәлгән ағым.
Каттегат атамаһы голландских диңгеҙселәре жаргонынан барлыҡҡа килгән. Башта «бесәйҙәр өсөн ишек» (нидерл. kat — «бесәй» һәм Ҡалып:Lang-nl2 — «ек») тип аңлатылған һүҙ, навгация өсөн ауыр һәм һайлыҡтары күп булған тар боғаҙға ҡулланылған[1][2][3] Е. М. Поспеловтың топонимдар һүҙлегендә боғаҙҙың атамаһы Ҡалып:Lang-non (карап) һәм gate (юл) — «карап юлдары» тип аңлатыла.[4]
Иҫкәрмәләр
Wikiwand in your browser!
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.