From Wikipedia, the free encyclopedia
Ион Друцэ, Иван Пантелеевич Друцэ (рум. Ion DruţăIon Druţă; 3 сентябрь 1928 йыл, Бессарабия, Сороки өйәҙе, Городище ауылы) — молдаван яҙыусыһы һәм драматургы.
Ион Друцэ | ||||||
рум. Ion Druţă | ||||||
Тыуған көнө: |
3 сентябрь 1928 (96 йәш) | |||||
---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны: |
Бессарабия, Сороки өйәҙе, Дондюшаны районы Городище ауылы | |||||
Гражданлығы: | ||||||
Эшмәкәрлеге: |
прозаик, драматург | |||||
Әҫәрҙәре яҙылған тел: |
молдаван теле, рус теле | |||||
Наградалары: |
| |||||
Ион Друцэ 1928 йылдың 3 сентябрендә Городище ауылында (хәҙерге Молдованың Дондюшаны районында) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Урман хужалығы мәктәбен тамамлаған, ауыл советы секретары булып эшләгән, 1947—1951 йылдарҙа армия сафтарында хеҙмәт иткән. 1945 —1956 йылдарҙа ВЛКСМ ағзаһы.
1950 йылдан алып баҫыла. А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтының Юғары әҙәби курстарын тамамлай (1957). Башта молдаван телендә, ә 1960 йылдан рус телендә лә яҙа. Бөтә Союз билдәлелеген «Һағыш япраҡтары» (1957, икенсе исеме «Георге, тол ҡатын улы») повесы рус тәржемәһендә баҫтырылғандан һуң ала. 1968 йылда Молдавия ССР-ы КП ҮК даими тәңките баҫымы аҫтында Мәскәүгә күсеп китә.
Беренсе әҫәрҙәре 1950-се йылдар башында баҫылып сыға. Уның хикәйәләр йыйынтыҡтары, «Һағыш япраҡтары» («Frunze de dor»), «Аҡыл йыйыу», «Көҙҙөң һуңғы айы» («Ultima lună de toamnă»), «Икмәк, мөхәббәт һәм ҡыйыулыҡ», «Үҙ — үҙеңә ҡайтыу», «Йәшел япраҡтың ҡыҫҡа мәле» повестары, «Бешкән айва еҫе» («Mirosul gutuiei coapte»), «Беҙҙең изгелектең ауыр йөгө» («Povara bunătăţii noastre»), «Пастырҙың яңғыҙлығы» романдары һәм башҡа әҫәрҙәре донъя күрә.
1967 йылда «Каса Маре» пьесаһы, «Көҙҙөң һуңғы айы» повесы һәм «Ялан балладалары» романы («Беҙҙең изгелектең ауыр йөгө» дилогияһының 1-се өлөшө) өсөн ул МССР-ҙың дәүләт премияһына лайыҡ була. 1987 йылда Ион Друцэ бер тауыштан Молдованың яҙыусылар Союзы почетлы президенты итеп һайлана (1998 йылда Союздан сығыуы тураһында белдерҙе).
Румын Академияһы һәм Молдова Республикаһы фәндәр Академияһы ағзаһы булып тора. Изге апостол Павелдың ойошмаһының рәйесе.
Ион Друцэ ижады замандаштары тарафынан юғары баһалана. Михай Чимпой яҙғанынса: «Үҙенең айырып алғыһыҙ сифаттары менән Ион Друцэ әҫәрҙәре … миллилекте, гуманлыҡты, динилекте ҡаҡшатыуға рухи һәм мораль ҡаршылыҡ күрһәтеүҙең сағылышы булып тора».
Ҡатыны — Эра Самуиловна Росина (1929), билдәле йәһүд яҙыусыһы Шмуэл (Самуил Израилевич) Росиндың ҡыҙы (1892—1941), Вязьманы обороналау осоронда һәләк булған[1][2]. Игеҙәк ҡыҙҙары — Ольга (Израилдә йәшәй) һәм Татьяна (1958—2011)[3]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.